Йыл һайын теге йәки был күп фатирлы йортто капиталь ремонтлауға финанс йәлеп ителә. Районыбыҙҙа 2025 йылда “Төбәк операторы” линияһы буйынса Карл Маркс урамындағы 8-се йорттоң ҡыйығы ремонтланды. Был эштәрҙе “СанСтрой” ЯСЙ-е, күптәнге намыҫлы подрядсы ойошма булараҡ билдәле булған “СтройГарант” ЯСЙ-е (директоры И.И.Хәкимов) башҡарып сыҡты. Эштәрҙе июндә башлап, декабрҙә теүәлләгәндәр. Әйткәндәй, был ойошма районда ете күп фатирлы йорттоң ҡыйығын ремонтлаған. Төҙөкләндереү күпселек фатир хужаларының йыйылған аҡсаһына башҡарылған һәм эш күләме лә тап ошо йыйылған кимәлдән сығып үтәлгән.
Капиталь ремонт үткән 8-се йорт старостаһы Сергей Колпащиковтың фекерен дә белештек. Уның әйтеүенсә, 71-се йылдарҙа төҙөлгән йорттоң шифер менән ябылған ҡыйыҡтың туҙыуы һәм һыу үтеүе сәбәпле, уға капиталь ремонт талап ителгән. Ямғыр һәм ҡар һыуҙарының ҡыйыҡ каркасына үтеп инеүе арҡаһында ағас стропилаларҙың серей башлауына, был уның емерелеүенә лә килтереү ихтималлығы була.
– Беҙ йәшәгән К.Маркс урамындағы ике подъездан торған 16 фатирлы 8-се йорт бынан 55 йыл элек төҙөлгәндән алып, капиталь ремонт күрмәгән ине. Йортобоҙҙоң иң проблемалы өлөшө – ҡыйыҡты капиталь ремонтлау подряд ойошма тарафынан бик яҡшы башҡарылды, – тине Сергей Геннадьевич. – Мин һәм йортта йәшәүселәр эштәрҙең бөтә этаптарын да иғтибар менән күҙәтеп барҙыҡ һәм бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Ремонтлаған подряд ойошмаһы ышаныслы, проектта ҡаралған барлыҡ эштәр теүәллек менән бик тә сифатлы итеп башҡарылды. Йәшен ҡайтарғыс, заземление, канализация, газ вытяжкалары урынлаштырылған, сарҙаҡ тәҙрәләрен дә ҡуйғандар хатта. Монтажлауҙың теүәллеге һәм оҙайлы хеҙмәт итеү ваҡыты булған заманса материалдар ҡулланылыуы оҡшаны. Минеңсә, яңыртылған ҡыйыҡ тейешенсә мөнәсәбәт күрһәтеп, дөрөҫ файҙаланғанда бер нисә тиҫтә йыл етди проблемаларһыҙ хеҙмәт итәсәк, - тине ул.
-Подряд ойошмаһына сифатлы эштәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Йортобоҙ ул тиклем киҫкен хәлдә булманы, коммуналь хеҙмәттәр ағымдағы ремонт эшләп тороуын-торҙо, әлбиттә. Быға тиклем подъездар ремонтланып, ишек-тәҙрәләр яңыртылғайны. Хәҙер йортобоҙ күҙгә күренеп күркәм төҫ алды, картиналағы кеүек, ҡарап тороуы үҙе бер кинәнес, - тип йорт старостаһына ҡушылып, шатлығы менән уртаҡлашы был йортта йәшәүсе Лидия Федосеева.
Индира ИШКИНА.