Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар , 15:48

Башҡортостанда БПЛА ғәскәрҙәренең студент-контрактниктары бюджетҡа күсә ала

Пилотһыҙ авиация системалары подразделениеларында хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөгән юғары уҡыу йорттары студенттарына академик отпуск алыу хоҡуғы бирелә. Хеҙмәт ваҡыты тамамланғас, улар түләүле бүлектән бюджетҡа күсергә мөмкин. Был хаҡта республиканың һайлап алыу пункты начальнигы Сергей Родинко хәбәр итте.

Башҡортостанда БПЛА ғәскәрҙәренең студент-контрактниктары бюджетҡа күсә ала
Башҡортостанда БПЛА ғәскәрҙәренең студент-контрактниктары бюджетҡа күсә ала

Билдәле булыуынса, контракт кәмендә бер йылға төҙөлә. Һуңынан хәрби хеҙмәткәр килешеүҙе оҙайтырға мөмкин. Тәғәйенләнгән ваҡытта алған һөнәре үҙгәрешһеҙ ҡала – яугирҙе үҙенең ризалығынан тыш икенсе вазифаға күсереү тыйыла. Улар фронт һыҙығынан алыҫта хеҙмәт итә.

БПЛА-ны һөҙөмтәле файҙаланған өсөн 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡсалата түләү ҡаралған. 18-45 йәшлек ир-егеттәр контракт төҙөй ала.

 М.Мәмәтҡолова.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас