Ҡала ҡамауҙа ҡалғас, оҙайлы ваҡытҡа етерлек аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ булмай. Ленинград менән берҙән-бер бәйләнеш юлы булып Ладога күле аша һалынған маршрут тора. Ул дошмандың артиллерияһы, авиацияһы һәм хәрби-диңгеҙ көстәре һөжүме аҫтында була. Был транспорт артерияһы аша индерелгән аҙыҡ-түлек,төрлө кәрәк-яраҡ ҡала халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек күләмдә булмай. Һөҙөмтәлә, Ленинградта башланған аслыҡ, ҡыштың айырыуса сасҡау булыуы, транспорт һәм йылытыу системаһындағы проблемалар йөҙҙәрсә мең кешенең үлеүенә килтерә.
1943 йылдың ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлгәндән һуң да дошман ғәскәре һәм флоты уны 1944 йылдың ғинуарына тиклем ҡамауҙа тота. 1944 йылдың ғинуар - февралендә совет ғәскәрҙәре Ленинград-Новгород операцияһын үткәрә, дошман ҡаланың көньяҡ сигенән 220-280 километрға сигенергә мәжбүр була. 1944 йылдың июнь — авгусында совет ғәскәрҙәре Балтик флоты һәм авиация ярҙамында Выборг һәм Свирск-Петрозаводск операциялары үткәрә, 20 июндә - Выборгты, ә 28 июндә Петрозаводскиҙы ала. 1944 йылдың сентябрендә Гогланд утрауы азат ителә. Диңгеҙ юлы миналар менән уратып алынғанлыҡтан, уның аша ҡалаға 1946 йылда ғына үтеү мөмкин була.
Мәғлүмәттәр башҡорт википедияһынан алып әҙерләнде.