+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
30 Ғинуар , 05:35

Башҡортостан халҡына пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыу тураһында нимәләрҙе

Башҡортостан халҡына пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыу тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк? Элиталы ғәскәрҙәргә кем эләгә ала һәм ни өсөн был ғәмәл хәүефһеҙ?

Башҡортостан халҡына пилотһыҙ  системалар ғәскәрҙәренә йыйыу тураһында нимәләрҙеБашҡортостан халҡына пилотһыҙ  системалар ғәскәрҙәренә йыйыу тураһында нимәләрҙе
Башҡортостан халҡына пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыу тураһында нимәләрҙе

1. ҺҮҘ НИМӘ ТУРАҺЫНДА БАРА?
Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә кеше йыйыу башланды. Был – былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса ойошторолған яңы элиталы ғәскәрҙәр төрө.
Бындай ҡарар күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Рәсәй Оборона министрлығының «Красная звезда» баҫмаһы яҙыуынса, «МХО биләмәһендә утҡа тотоу бурыстарының 80 процентҡа тиклеме дрондар ярҙамында үтәлә. Хәҙерге ҡораллы конфликттарҙа бындай сараларҙың роле шул тиклем юғары, шуға ғәскәрҙәрҙең уңышы күбеһенсә пилотһыҙ системалар менән идара итеү һөҙөмтәлелегенә бәйле». Әммә элек дрон операторҙары башҡа хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса иҫәпләнһә, хәҙер иһә уларҙың эше рәсми, өҫтәүенә бер ыңғай юғары статус ала.
Әле үк уларҙың юғары класлы, яҡшы әҙерлекле, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугир буласағы аңлашыла. Шуға күрә улар өсөн айырым шарттар булдырыла һәм унда урындар һаны сикле буласаҡ.
2. БЫЛ КОНТРАКТ БАШҠА ҒӘСКӘРҘӘРҘӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮҘӘН НИМӘ МЕНӘН АЙЫРЫЛА?
Был контрактсыларға башҡа яугирҙәргә тәғәйен кеүек үк түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған, ләкин уларға айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар.
  Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә.
  Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
  Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәрҙәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
  Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
  Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дош­ман­дың техникаһын, ҡорамалдарын уңы­ш­лы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
3. КЕМ КОНТРАКТ ТӨҘӨЙ АЛА?
Дәғүәселәргә талаптар түбәндәгесә:
  Рәсәй граждандары булған ир-егеттәр. Яңы подразделениеларҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәрби-иҫәп белгес­лектәре әлегә ҡаралмаған.
  18 йәштән 35 йәшкәсә – FPV-дрон операторҙары, ә башҡа белгестәр өсөн – 18 – 45 йәш.
  Физик яҡтан үҫешкән булыу һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ.
  Туғыҙ кластан да кәм булмаған белемдең булыуы мотлаҡ.
  Хәрби хеҙмәт тәжрибәһе булмаһа ла мөмкин.
  Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыу шарт. Башҡа төрлө суд ҡарарҙары осрағында ҡарар һәр кемгә ҡарата шәхсән рәүештә ҡабул ителә.
  «Геймер» йәки радиосамолет/дрон менән идара итеү, «VR» фай­ҙаланыу тәжрибәләре, аэродинамика һәм дрондың эшләү нигеҙҙәрен аңлау, арауыҡта фекерләү һәм «кадр тойғоһо», пилотһыҙ һауа суднолары менән идара итергә өйрәтеү тураһында сертификаттар һәм таныҡлыҡтар булыуы ныҡ хуплана.
4. МИНЕҢ ТЕЛӘГЕМ БАР, ТИК ӘЛЕГӘ ЭШЛӘЙ БЕЛМӘЙЕМ. МИНЕ ӨЙРӘТЕРҘӘРМЕ?
Эйе, һайлап алыу турын уңышлы үткән һәм контракт төҙөгән бөтә кандидаттар башта махсус уҡыу үҙәктәрендә ике айлыҡ әҙерлек үтәсәк. Уларҙы пилотһыҙ системаларҙы ремонтларға, көйләргә һәм программаларға, 3D-моделләү һәм 3D-баҫмаға өйрә­тәсәктәр, төрлө төрҙәге – һауа, ер, һыу өҫтө һәм һыу аҫты пилотһыҙ аппараттары менән идара итергә, шулай уҡ коммерция нигеҙендәге БПЛА менән эшләргә – көйләргә, хеҙмәтләндерергә, ремонт эштәрен башҡарырға өйрәтә­сәктәр.
Бынан тыш, программала IP-сел­тәрҙәр төҙөү, радиоэлемтә булдырыу, топографик карталарҙы тикшереү, инженер эшен белеү, хәрби припастар менән эшләү һәм транспорт саралары менән идара итеү ҡаралған.
Курс тамамланғас, уларға тейешле хәрби-­иҫәп белгеслеге бирелеүе тура­һын­да таныҡлыҡ тапшырыласаҡ.
5. ҒАИЛӘЛӘРГӘ НИНДӘЙ ЛЬГОТАЛАР ҠАРАЛҒАН?
Килешеүгә ҡул ҡуйыусыларҙың ба­рыһына ла 1 400 000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған, артабан ай һайын (хәрби дәрәжәгә, вазифаға һәм нисә йыл хеҙмәт итеүгә ҡарап) 220 мең һумдан башланған түләү, тейешле ташламалары менән хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы биреү ҡаралған. Хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн дрон операторҙары 50 меңдән алып 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр ала.
Бынан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 50-нән ашыу льгота ғәмәлдә. Улар иҫәбендә:
  Балалар өсөн – мәктәптәрҙә бушлай йылы аш, һөт кухняһы ризыҡтары, автобустарҙа йөрөү, балалар баҡсаһында урын, колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыу һәм ятаҡта урын, ял лагерҙарына путевкалар.
  Ғаилә өсөн – ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, кредит каникулдары, баҙарҙағынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡ, күргәҙмәләргә һәм концерттарға бушлай билеттар һәм башҡалар.
6. ҠАЙҘА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТЕРГӘ?
  үҙеңдең хәрби комиссариатыңа;
  контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө, Революция урамы, 156);
  шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә ғариза ҡалдырырға мөмкин.
Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет (булһа), никах һәм бала тыуыу тураһында таныҡлыҡтар (булһа), белем хаҡында документтар алығыҙ.
Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия – 122.

Материалдҙы «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас