

Махсус хәрби операцияла беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ һәм тыныс күк йөҙө өсөн батырҙарса һәләк булған билдәле шәхес, подполковник Андрей Павлович Мигунов иҫтәлегенә арналды. Герой партаһында батырҙың фотоһүрәте ҡуйылған, уның биографияһы, ҡаҙаныштары яҙылған. Был сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы, Ватанды һаҡлаусылар һәм Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылдарын ябыуға арналып, 2018 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән булдырылған “Герой партаһы” тигән Бөтә Рәсәй мәғариф патриотик проекты сиктәрендә үтте. Проекттың маҡсаты – балалар һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, илебеҙҙең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тәрбиәләү.
Мәктәп фойеһында үткән “Герой партаһы”н асыу сараһына хөрмәтле ҡунаҡтар: Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың тол ҡатыны Любовь Мигунова, Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров, Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемендәге локаль бәрелештәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Ринат Рәхмәтуллин, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Илья Макаров, Эльдар Басиров, Энерик Князев һәм уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар ҡатнашты.
Герой партаһы – Ватан тарихына ингән йәки беҙҙең заман геройы булып танылған арҙаҡлы шәхес, герой, уның фотоһүрәте, биографияһы, ҡаһармандарса үткән юлы тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған мәктәп партаһы ул. Был парта артына мәктәптең иң тырыш, иң һәләтле һәм әүҙем уҡыусылары ултырыу хоҡуғына эйә.
А.П.Мигунов Мәләүез районының Сарыш ауылында тыуып үҫкән. Камышинск юғары хәрби төҙөлөш команда училищеһын тамамлай, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй. 2001-2006 йылдарҙа Ғафури районы хәрби комиссары була. 2023 йылдың 17 майында Андрей Павлович үҙ теләге менән “Башҡортостан” полкы составында Советтар Союзы Геройы С.Зорин исемендәге танк батальоны командиры булып махсус хәрби операцияға юллана. 2023 йылдың 27 ноябрендә "Башҡортостан" полкының штурм төркөмдәре һөжүм ваҡытында билдәләнгән маҡсаттарға ирешә, дошмандың тере көсөн, бронетехникаһын юҡ итә. Икенсе көнөнә дошмандар юғалтҡан позицияларын кире алырға тырыша. Андрей Павлович үҙе өсөн һуңғы булған алышта ҡатнашмаҫҡа ла мөмкин була, әммә бронетөркөмдө шәхсән етәкләргә ҡарар итә. Уның оҫта эш итеүе арҡаһында дошманды туҡтатыу мөмкин була, әммә позицияларға ҡайтышлай комбаттың БМП-һына дрондар һөжүм итә. Үҙ ғүмере хаҡына ул хәрби бурысын үтәй. Подполковник Андрей Мигунов ауыр йәрәхәттәр алып, һәләк була.
Белем биреү учреждениеһы директоры Фәнүзә Йәнешева мәктәп өсөн мөһим һәм тарихи сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп сығыш яһаны. Андрей Мигуновтың ябай, эскерһеҙ, һәр бер кешегә ярҙам итергә әҙер торған кеше булыуы, балаларҙы бик ныҡ яратыуы, районыбыҙҙың һәр бер мәктәбендә булып, даими рәүештә патриотик сараларҙа уҡыусылар менән аралашыуы тураһында билдәләп үтте. Герой партаһында уҡыуҙа ла, тәртип буйынса ла, барлыҡ ижади конкурстарҙа ла иң яҡшылар ултырыу хоҡуғына эйә буласағын һәм мәктәптә тап ошондай балалар уҡыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, был парта артында һәр бер уҡыусы ултырырға лайыҡ, тип иҫәпләйем, тине Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы.
Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров А.Мигуновтың иҫән сағындағы матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уның тура һүҙле, намыҫлы, кешелекле, үҙ Ватанының ысын илһөйәре булыуы, йәш быуынды ҡурсалаусы кеүек сифаттарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һәм шуға ла ул, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәш быуынды ҡурсалап, үҙ теләге менән һуғыш ғәрәсәте эсенә юлланыуы тураһында бәйән итте.
- Беҙ Андрей Павловичты бик ныҡ хөрмәт иттек, уның фекере һәм дәлилдәре менән иҫәпләштек, сөнки улар дөрөҫ һәм теүәл ине. Беҙ уны мәңге иҫтә тоторбоҙ, - тине Фидан Фәнүр улы.
Бына, тулҡынландырғыс мәл етте, “Герой партаһы”н асыу хоҡуғы Андрей Мигуновтың ҡатыны Любовь Александровна менән мәктәп директоры Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙына бирелде. Ә иң тәүгеләрҙән булып Герой партаһында ултырыу бәхете 12-се класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы, ижади конкурстар һәм “Абилимпикс” милли һөнәри оҫталыҡ чемпионатында ҡатнашыусы, “Браво” мәктәп театрының әүҙем ағзаһы Полина Аҫылбаеваға йылмайҙы.
– Тап һиңә шундай лайыҡлы һәм ҡыйыу кеше исемен йөрөткән парта артына беренсе булып ултырыу бәхете тейҙе, шуның менән ғорурлан, – тигән теләген еткерҙе Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы үҙенең уҡыусыһына.
Ә Полина яуап һүҙендә ошондай ант бирҙе:
– Мин, Рәсәй Геройҙары, үҙемдең иптәштәрем һәм ҡунаҡтар алдында, тантаналы рәүештә ант итәм: Ватаныбыҙ геройҙарының хәтерен ҡәҙерләргә! Рәсәй патриоты булырға! Намыҫлы һәм ғәҙел булырға! Уҡыуҙа һәм тәртиптә өлгө булырға! Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға! Герой партаһы артында ғорурлыҡ менән ултырырға! Ант итәм! Ант итәм! Ант итәм! Уның менән бергә был һүҙҙәрҙе башҡа уҡыусылар ҙа ҡабатланы.
Һуңынан сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бер минут тын ҡалып, данлы комбатты иҫкә алды. Парталағы аҡ япма асылғас, ҡатнашыусылар уға ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалды. Иҫтәлекле сара “Герой партаһы” артында күмәк фотоға төшөү менән тамамланды.
Тантаналы сараның икенсе өлөшө мәктәптең тамаша залында дауам итте. Тамашала сығыштар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Уҡыусылар һәм педагогтар, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре әүҙем ҡатнашып, рус, башҡорт, татар телдәрендә патриотик йырҙар башҡарҙы, шиғырҙар уҡылды. Сараны алып барыусыларҙың мәктәптә йыл буйы уҡыусылар, ата-әсәләр һәм ҡунаҡтар ҡатнашлығында патриотик рухлы күпме сара үткәрелеүе тураһында бәйән итеүенән, улар экран аша күрһәтелеүенән бында илһөйәрлек һәм интернационаллек темаһына ҙур иғтибар бирелеүе сағылыш таба.
Бына ошондай йөкмәткеле саралар менән йомғаҡланы уҙған исемле йылдарҙы Табын коррекция мәктәп-интернаты коллективы.