

Районда 2019 йылдан алып кварталға бер тапҡыр уҙғарыла килгән кәңәшмәнең сираттағыһында күп фатирлы йорттар буйынса идарасы һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмаларҙың эше, күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт, ихата биләмәләрен төҙөкләндереү, коммуналь хеҙмәттәргә түләү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙа эш һөҙөмтәләре һәм башҡа мәсьәләләр төп тема булып торҙо.
Форумды алып барыусы район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев 2025 йылда башҡарылған эштәргә байҡау яһаны.
- Район биләмәһендә торлаҡ-коммуналь комплекстың тотороҡло эше “Тепловодоснабжение” МУП-ы, “Красноусол шифаханаһы” ЯСЙ-е, “Красноусол коммуналь хужалыҡ” ЯСЙ-е, “Здоровье” һәм “Шифахананың торлаҡ секторы” ТСЖ-лары тарафынан тәьмин ителә. Йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм стоктарҙы ҡабул итеү эшмәкәрлеге менән күп профилле “Тепловодоснабжение” МУП-ы шөғөлләнә. Уның ҡарамағында 12 газ ҡаҙанлығы, 9,3 км йылылыҡ селтәрҙәре, 48 км һыу үткәргес селтәрҙәр, биологик таҙартыу ҡоролмалары, 8,9 км канализация селтәрҙәре иҫәпләнә. МУП йылытыу осоронда мәғариф һәм мәҙәниәт бүлеге ҡаҙанлыҡтарын техник хеҙмәтләндереү буйынса эштәр алып бара. Муниципаль район биләмәһендә торлаҡ фонды 15 мең торлаҡ йортто, шул иҫәптән 87 күп фатирлы йорттарҙы үҙ эсенә алып, дөйөм майҙаны 900 меңдән ашыу кв. метр тәшкил итә, - тине Фуат Зәки улы. - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә проблемалар ҙа бар. Беренсенән, коммуналь инфраструктураның иҫкереүе. Атап әйткәндә, йылылыҡ тәьминәте селтәрҙәренең иҫкереүе – 62%, үҙәк һыу тәьминәте селтәрҙәренең иҫкереүе – 76%, һыу бүлеү һәм таҙартыу ҡоролмалары селтәрҙәренең иҫкереүе 96% тәшкил итә.
“Канализиция насос станцияһынан биологик таҙартыу ҡоролмаларына тик-лем баҫым коллекторын капиталь ремонтлау” объектына смета хаҡының дөрөҫлөгө тураһында һығымта алынды. Объект 2026 йылға "Коммуналь инфраструктура системаларын модернизациялау" федераль проектының "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына индерелгән.
Шулай уҡ "Красноусолдың Көньяҡ-Көнбайыш микрорайонын һыу менән тәьмин итеү өсөн һыу үткәргес селтәрҙәр төҙөү" объекты буйынса тулы заявка документтары пакеты йыйылып, Башҡортостан Республикаһының Төбәк төҙөлөшө идаралығы дәүләт комитетына (ГКУ УКС РБ) тапшырылды. Дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы бар, - тине сығыш яһаусы. - Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса республика программаһы сиктәрендә, 2025 йылда “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкен капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы” НО Фонды тарафынан К.Маркс урамындағы 8-се һанлы күп фатирлы йорттоң ҡыйығын капиталь ремонтлау эштәре 2025 йылда тамамланды, - тине Ф.Кейекбаев.
Фуат Зәки улы алда билдәләнгән республика программаһына ярашлы, 2026 йылда Красноусолдағы Ленин урамы, 31-се, Курорт ауылындағы Юбилей урамы, 13-сө һанлы, өҫтәлмә аҡса булғанда Фрунзе урамының 45/1-се һанлы күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарына капиталь ремонт буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 2027 йылда Красноусолдағы Фрунзе урамындағы 35/3, 2028 йылда Пугачёв урамындағы 45-се, Курорт ауылындағы Юбилей урамы, 15-се һанлы йорттарҙың ҡыйығы ремонтланасаҡ. Өҫтәлмә аҡса булғанда Гагарин урамындағы 54/1-се һанлы йорт ҡыйығын ремонтлау күҙаллана.
Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондтан күсереү буйынса эш башланып, 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң авария хәлендә тип табылған Курорт ауылындағы Баҡса урамындағы һәм Табын ауылындағы Үҙәк урам, 65-се һанлы йорттарҙа йәшәүселәр күсереләсәк. Дөйөм 24 фатирҙы күсереү күҙалланыуын билдәләп үтте сығыш яһаусы.
Артабан һүҙ “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры вазифаһын башҡарыусы Наталья Соколова уҙған йылдың һуңғы кварталында Красноусолдағы күп фатирлы йорттарҙы тотоу, техник хеҙмәтләндереү һәм дөйөм мөлкәтте ремонтлау буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында бәйән итте. Атап әйткәндә, Калмыков урамындағы 8-се һәм Ровенская урамы, 2-се йорттарҙың ишек алдындағы бушлыҡтар һәм ярыҡтар ремонтланған (бетонланған), Ленин урамы, 27-се йорттоң, Кейекбаев урамы, 50А йорттоң (өс подъезд) инеү төркөмдәре ремонтланған (баҫҡыс бетонланған һәм штукатурланған), Свердлов урамы, 130/3 йорттоң ҡыйығы ремонтланған. К.Маркс урамы, 6, Гагарин урамы, 54/1, Гагарин урамы, 54/2, Пугачёв урамы, 45, Пугачёв урамы, 47, Пугачёв урамы, 49, Урман урамы, 14-се йорттарҙың ҡыйыҡтары өлөшләтә алыштырылып ремонтланған. Фрунзе урамы, 50А йорттоң елләтеү шахталары (ҡыйығын өлөшләтә ремонтлап), Фрунзе урамы, 45/1, Блюхер урамы, 5/1, К.Маркс урамы, 20-се йорттарҙағы һыу үткәргестәр (крандарҙы, торбаларҙы, муфталарҙы өлөшләтә алыштырып һәм иретеп йәбештереү эштәрен башҡарып), Гагарин урамы, 54/1-се йорттоң подвал бинаһы, шул иҫәптән торбаны йорттан үҙәк коллекторға тиклем алыштырып, йылытыу системаһы, Гагарин урамы, 1-се йорттоң канализацияһы (торбаларҙы, үткәргестәрҙе өлөшләтә алыштырып) ремонтланған. Түбәндәге адрестар буйынса йорттарҙа йәшәүселәр тарафынан канализация системаһын көнкүреш ҡалдыҡтары менән даими тултырыу сәбәпле, аҙна һайын таҙартыу башҡарыла: Калмыков урамы, 8 һәм 16/2, Кейекбаев урамы, 50А һәм 50Б, Гагарин, 54/1 һәм 54/2, Фрунзе, 41/1 һәм 50. Баҡса урамы, 17/1, Калмыков урамы, 5 һәм 12, К.Маркс, 22, Фрунзе, 41/1 адрестары бу-йынса йорттарға инеү ишектәренә ремонт үткәрелгән.
Сығыш яһаусы шулай уҡ йылытыу осоронда йылылыҡ энергияһы өсөн түләүҙе иҫәпләү тәртибе, күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереүгә тарифтар тураһында ла аңлатма бирҙе.
- Дебиторлыҡ бурыстарға килгәндә, 2025 йылдың 1 декабренә ул 16 525 141,17 һум тәшкил итте (был тик күп фатирлы йорттар өсөн генә). Беҙ күрһәткән коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыслылар ваҡытында һәм тулы күләмдә түләмәү сәбәпле, предприятие финанс проблемаларына осраны, был яғыулыҡ-энергетика ресурстарына (газ һәм электр энергияһы) ваҡытында түләмәүгә килтерә. Беҙ предприятиеның һалымдар һәм эш хаҡы түләүгә тәғәйенләнгән аҡсаларын, шулай уҡ предприятиены үҫтереүгә йүнәлтелергә мөмкин булған аҡсаларҙы бүлергә мәжбүрбеҙ. Ауыр финанс хәленә ҡарамаҫтан, предприятие үҙенә беркетелгән объекттарҙа коммуналь хеҙмәттәрҙе сифатлы һәм өҙлөкһөҙ күрһәтеүҙе, техник хеҙмәтләндереүҙе һәм техник ремонтты дауам итә, - тип тамамланы үҙ сығышын Наталья Соколова.
“Эко-Сити төбәк операторы” ЯСЙ-енең тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса инженеры Виктория Ваһапова ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу системаһына, күп фатирлы йорттарҙан сүп-сарҙы сығарыу үҙенсәлектәренә туҡталды.
Артабан форумда халыҡ исеменән ҡатнашҡан вәкилдәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Улар араһында шифаханала магазин, автобус туҡталышы, Красноусол - шифахана автобус рейсы булдырыу, Балалар шифаханаһынан Умартасылыҡ хужалығына илткән юлды ремонтлау (асфальтлау), коммуналь хеҙмәттәргә бурыстар кеүек һәм башҡалар бар ине.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
- Кешеләрҙең тормошон ағыулаусы иң ҙур проблемаларҙың береһе - торлаҡ-коммуналь хужалыҡта нимәлер эшләмәгәндә килеп тыуған проблемалар. Ҡайҙалыр хеҙмәттәр насар күрһәтелә, ҡайҙалыр йылылыҡ, ҡайҙалыр электр уты юҡ, ҡайҙалыр ихата йыйыштырылмаған, ҡайҙалыр подъезд туҙған.
Шуға күрә беҙ улар менән осрашабыҙ, “Управдом”ға халыҡ ҡына түгел, ә йорттарҙың старосталары, подъезд буйынса яуаплылар килә, улар ағымдағы хәлде бик яҡшы аңлай.