

Башҡортостан Башлығы гранты фонды ярҙамы менән республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды аҡсаһына тормошҡа ашырылған был проект Рәсәй агросәнәғәт комплексы эшсәндәре профсоюзының республика ойошмаһы тарафынан ойошторолған һәм ул нигеҙҙә тормошон ауыл хужалығы менән бәйләргә теләгән булдыҡлы, әүҙем 14-17 йәшлек егет-ҡыҙҙар менән эшләүҙе күҙ уңында тота. Был проектта ҡатнашыусылар дәреслектәрҙәге теорияны реаль иҡтисад менән бәйләргә, уй-хыялды ысын бизнес-планға әйләндерергә өйрәнәсәк. Өҫтәүенә, уларҙың һәр береһенә фекерҙәштәр командаһы һәм остаздар ярҙам итәсәк.
Актив ресурс булараҡ йәштәр бер уйлы кешеләр – эшҡыуарҙар командаһына ҡушылырға, ауылда үҙ эшен булдырыу тәжрибәһе алырға, производствоның төрлө төрҙәрен, аграр секторҙы һәм башҡа өлкәләрҙең өҫтөнлөктәрен күрергә һәм улар менән танышырға тейеш. Ни өсөн был бик мөһим? Сөнки бөгөнгө көндә ауыл тормошо һанлаштырыу, заманса инновацион технологиялар, яңы эш төрҙәре, аграр хужалыҡтарҙың яңы формалары, яңы ҡорамал һәм техника, аграр белем биреү учреждениеларының заманса ойошторолоуы һәм гарантияланған эш урыны менән күҙаллана. Беҙ бөгөн йәштәрҙе ауылда төпләнеп, ерҙә эшләүгә ҡыҙыҡһындырырға, йәлеп итергә тейешбеҙ.
Район хакимиәте башлығы Венер Вахитовтың хуплауы һәм ярҙамы менән был проект октябрҙән тормошҡа ашырыла башланы. Иң башта Красноусолдағы 1-се, 2-се урта мәктәптәр һәм Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-10-сы класс уҡыусылары, район хакимиәте башлығы урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы Светлана Ғөбәйҙуллина, мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов ҡатнашлығында бик файҙалы, киң мәғлүмәтле осрашыу ойошторолдо. Эксперттар уҡыусыларҙы “Йәштәрҙең ауыл хужалығы кооперацияһы” проекты, уның маҡсаты менән таныштырып, ауылда йәштәр бизнесын булдырыу мөмкинлеге, юлдары хаҡында төплө итеп аңлатты. Һәм беренсе осрашыуҙа уҡ балаларҙа проектҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды, ошонда уҡ беренсе идеялар барлыҡҡа килде. Ә инде 20-24 октябрҙә был уҡыусылар дистанцион рәүештә ысын эшҡыуарҙарса уйлау, фекерләү йәһәтенән тест һорауҙарына яуап бирҙеләр һәм һәр береһе 66-98 процентҡа тиклем бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
14 ноябрҙә йәнә Красноусолдағы 2-се мәктәптә проектта ҡатнашыусы уҡыусылар менән бай мәғлүмәтле һәм бик файҙалы осрашыу үтте, шунда уҡ тест һөҙөмтәләре буйынса төплө әңгәмә ойошторолдо. Эксперттар проектта ҡатнашыусылар менән бергәләп “нимә ул эшҡыуарлыҡ? уның яҡшы һәм кире яҡтары”, “проектта ҡатнашыу беҙгә нимә бирә?” тигән һорауҙарға яуап эҙләне, шулай уҡ уҡыусылар өсөн командала эшләү нескәлектәрен аңлатыуҙы күҙ уңында тотҡан “бизнес-техника” уйындары, блиц-турнир үткәрҙе.
Был сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ эште ойоштороуҙың үҙҙәре өсөн отош-ло булған төрөн һайлауға, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә әҙерлеккә бәйле етди һәм мөһим һорауҙарға яуап бирҙе. Яңы быуын бизнесын үҫтереү программаһында ҡатнашыусылар исемлеге тап ошо һорауҙар буйынса әңгәмә һәм тест һөҙөмтәләре буйынса асыҡланасаҡ.
Март айына тиклем дауам итәсәк проекттың беренсе этабы уңышлы тамамланды. Йәштәргә ауыл хужалығы бизнесы концепцияһын аңлатыу, уларҙы “идеялар тыуҙырырға”, һанлы технологияларҙы ҡулланып бизнес-процестарҙы планлаштырырға өйрәтеү беренсе маҡсат ине.
Артабан проектта ҡатнашыусыларҙы бик күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы эштәр көтә. Коммуникацияларҙы һәм бәйләнештәр сылбырын нисек төҙөргә? Нисек итеп уңышлы һөйләшеүҙәр алып барырға? Идеяны нисек бизнесҡа әйләндерергә, юғары һөҙөмтә һәм уңышҡа йүнәлтелгән дөрөҫ процестарҙы нисек башлап ебәрергә? “Бизнес-кооперация, артабан нимә?” тип аталған артабанғы белем биреү практикаһында бөтә ошо һорауҙар һәм башҡа мәсьәләләр өйрәнелеп, яуап биреләсәк. “Бизнес-оҫтахана” һәм “Эксперт сәғәте” форматтарында уңышлы эшҡыуарҙар, бизнес-технологияларҙы белгән эксперттар менән осрашыуҙар үткәреләсәк. Шунда уҡ балалар уларҙы үҙ идеялары менән таныштырып, проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам аласаҡ.
Йәштәр өсөн был проект – киләсәктә ауыл ерендә үҙ бизнесын булдырырға йәки эш табырға, шулай уҡ юғары квалификациялы белгес булырға ярҙам итерҙәй мөһим тәжрибә мәктәбе ул.
Нәзифә АРЫҪЛАНБӘКОВА,
район мәғариф бүлеге методисы.