+6 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
3 Февраля , 05:30

Мәмерйәгә ҡышҡы сәйәхәт

22-25 ғинуарҙа районыбыҙҙың  Еҙем йылғаһы буйында уҡытыу-методик спелеопоход үтте. “Геосфера” Рус география йәмғиәтенең Йәштәр клубында  әүҙем ҡатнашыусылар алдан планлаштырылған маршрут буйынса мәмерйә буйлап экскурсияла ҡатнашты. Таш-Аҫты ауылы янындағы Киндерле мәмерйәһендә (Еңеү) (оҙонлоғо 16 км ашыу) сәйәхәт 12 сәғәткә һуҙылған. Мәмерйәнең Классик, Таш, Диспетчер, Октябрь һәм башҡа залдарында булғандар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәмерйәгә ҡышҡы сәйәхәтМәмерйәгә ҡышҡы сәйәхәт
Мәмерйәгә ҡышҡы сәйәхәт

Тәжрибә уртаҡлашыу, хәүефһеҙлек техникаһын һәм ҡатмарлы ер аҫты шарттарында походтар үткәреү методикаһын өйрәнеү төп шарт булған. Һәр мәмерйә айырым лаборатория кеүек булып, унда теорик сталактиттар, боҙ ағымы һәм боронғо галереялар араһында практика менән осрашыу мөмкин булған.

1-2 ҡатмарлы категориялы уҡыу-методик походта Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Магнитогорск һәм Красноусол ауылының өҫтәмә белем биреү педагогтары ҡатнашҡан.

Мәмерйәгә ҡышҡы сәйәхәт
Мәмерйәгә ҡышҡы сәйәхәт
Мәмерйәгә ҡышҡы сәйәхәт
Мәмерйәгә ҡышҡы сәйәхәт
Мәмерйәгә ҡышҡы сәйәхәт
Мәмерйәгә ҡышҡы сәйәхәт
Мәмерйәгә ҡышҡы сәйәхәт
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас