Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль , 10:00

Ғаилә һәм берҙәмлек - беҙҙең төп көсөбөҙ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы буйынса республикала старт алған “Айыҡ ауыл” конкурсы айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға, эскелекте иҫкәртеү буйынса эш алып барылған биләмәләрҙе асыҡлауға, дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Төп маҡсаты булып сәләмәт йәшәү рәүеше булдырыу һәм уны һаҡлау, күрелгән саралар иҫәбенә демографик, социаль именлекте яҡшыртыу мәсьәләләрендә тораҡ пункттарҙағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең әүҙемлеген арттырыу тора. “Айыҡ ауыл” республика конкурсын ойоштороусылар - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән, Спорт министрлыҡтары һәм республиканың башҡа ведомстволары. Конкурсты ойоштороу буйынса саралар Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында республика Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Ғаилә һәм берҙәмлек -  беҙҙең төп көсөбөҙ!
Ғаилә һәм берҙәмлек - беҙҙең төп көсөбөҙ!

Был мәртәбәле конкурста районыбыҙ ауылдары ла йылдың-йылы ҡатнаша. 2021 йылда Красноусол ауылы ошо конкурста ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡараһа, 2022 йылда яугилделәр был етди бәйгелә ҡатнашып, конкурс сиктәрендә бик күп эштәр башҡарҙы. Ә инде 2023 йылда оло үтәштәр бәләкәй ауылдар араһында 2-се урынға лайыҡ булды. Ике йыл рәттән Ташбүкән ауыл биләмәһенең Түбәнге Ташбүкән ауылы конкурстың муниципаль этабында еңеп, республика кимәленә сыҡты.

Ауылдың яҡты киләсәге өсөн
Бай тарихы, йолалары, эшсән халҡы менән дан алған Түбәнге Ташбүкән ауылының да киләсәге лайыҡлы булырға тейеш. Шуға ла улар “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға берҙәм ҡарар иткән. Бөгөн дә бында татыу, уңған ғаиләләр ауылды һүндермәй малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнеп, күркәм донъя көтә. Әйтергә кәрәк, Түбәнге Ташбүкән ауылы һуңғы йылдарҙа социаль әһәмиәтле төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша һәм еңеүгә өлгәшә. Ташбүкән ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе коммерцияға ҡарамаған “Роза һәм Ко” фондының сираттағы проекты (етәксеһе Р.Кәримова) нигеҙендә элекке мәктәп бинаһына капиталь ремонт эшләнеп, өр-яңы төҫ алған мәҙәниәт усағы асылды. 28 ғинуарҙа ошо мәҙәниәт усағы янында “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы Түбәнге Ташбүкән ауылында “Ҡышҡы уйындар” спорт сараһы үтте. Ул - Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур татыу ғаилә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт ғаиләһе йылына арналғайны. Был сарала Ғафури, Архангел, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Шишмә райондары командалары, мәртәбәле ҡунаҡтар - журналист, шағир, яҙыусы-драматург, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ яҙыусыһы Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин, журналист, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Артур Хәсән улы Дәүләтбәков, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, ауыл хакимиәте башлыҡтары, ауыл халҡы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты. Сараның маҡсаты булып халыҡты берләштереү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәштәрҙе традицион халыҡ уйындарына йәлеп итеү, хәрәкәтле халыҡ уйындарын тергеҙеү, сәләмәт һәм әүҙем тормошҡа әйҙәү торҙо.

Оҫталар күп был төбәктә
Ҡышҡы уйынға йыйылыусылар хөрмәтле ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алғандан һуң, барыһы ла ғүмерен осоусы һөнәренә бағышлаған, ДОСААФ менән берлектә Аэроклуб ойоштороусы Салауат Мөхәмәтйәновтың мауыҡтырғыс күргәҙмәһен ҡарап, уның осоу аппараттары тураһында һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы. Әйткәндәй, Ҡурғашлы мәктәбе бинаһында хаҡлы ялдағы лётчик тарафынан “Салауат – АВИА” аэроклубы асылып, ул Ғафури районы ДОСААФ-ының структур бүлексәһе булып тора. Йәш быуын вәкилдәрендә илһөйәрлек тәрбиәләү, төрлө осоу аппараттары, шул иҫәптән дрондар менән таныштырыу эше яйға һалынған. Аэроклуб ике мотодельтаплан, ике урынлы самолёт менән тулыланған. Үрге Ташбүкән ауылы эргәһендә 400 метр оҙонлоғондағы осоу һыҙаты барлыҡҡа килгән, ангар төҙөлгән, осоуҙарҙы ойоштороу, туристарҙы йәлеп итеү өсөн туристик база булдырыу менән шөғөлләнәләр. Шулай уҡ сарала ярышыусы ғаиләләр ҙә мәҙәниәт усағы алдында үҙҙәренең оҫталыҡтарын, шөғөлдәрен күрһәтеп торған бай күргәҙмә тәҡдим итте.
Артабан барыһы ла асыҡ сәхнә эргәһенә йыйылды. Бына, сараның тантаналы өлөшө башланып, алып барыусылар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Фәнзил Ғәлин менән Елена Николаева сараны асыу өсөн сәхнә түренә төп ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының рәсми вәкиле, “Ғафури” яҡташтар ойошмаһы етәксеһе, “Ағиҙел” журналы мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов саҡырылды.

Һүҙ - ҡунаҡтарға
Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтоваға бирелеп, ул үҙ сығышында: “Хәйерле көн, хөрмәтле Ташбүкән ауылы халҡы, килгән ҡунаҡтар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла райондың иң боронғо ауылдарының береһе - Түбәнге Ташбүкән ауылында район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов һәм үҙемдең исемдән тәбрикләйем. Бөгөнгө сара “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үтә. Түбәнге Ташбүкән ауылы район этабында еңеп, республика кимәленә үтте. Был ауыл тарихи документтарҙа 1795 йылда 39 хужалыҡтан һәм 251 кешенән торған ауыл булараҡ теркәлә. Әлеге көндә ауылда 140 кеше йәшәй. Бында мәҙәниәт йорто, ФАП, коммерциялы булмаған ойошма эшләй. Махсус хәрби операцияла бөгөнгө көндә ике яугир – Ҡот Мөхәмәт Ғәлим Ҡадир улы һәм Айҙар Булат улы Ғилманов хеҙмәт итә. Ауыл халҡы МХО-ға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә бик әүҙем ҡатнаша. 2026 йыл Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы, ә Башҡортостанда Ҙур татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Түбәнге Ташбүкән ауылы ла берҙәм, татыу ғаиләләре, оҫталары менән данлыҡлы. Быйылғы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ташбүкәндәрҙең еңеп сығыуҙарына өмөт ҙур. Алыҫ араларҙы яҡын итеп беҙҙең бәйгенең мәртәбәһен арттырып ҡатнашыусы хөрмәтле ҡунаҡтарға оло рәхмәт”, - тине һәм “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Ташбүкән ауылы хакимиәте башлығы Илдар Ҡотовҡа флаг тапшырҙы.
- Ҡәҙерле яҡташтарым, бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар! Һеҙҙе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы исеменән ҡайнар сәләмләйем. Мин үҙем былтыр ҙа Түбәнге Ташбүкәндә булғайным, эштәрегеҙҙе күреп йөрөйөм, һоҡланам, Алла бирһә еңеп сығырға яҙһын. “Айыҡ ауыл” ҡоролтайҙың ҙур проекты, ул бик тиҙ билдәле булып китте. Һеҙ барығыҙ ҙа күреп, белеп тораһығыҙ, унда бик күп ауылдар ҡатнаша, ысынлап та, көрәш бик ҡаты бара. Һәр бер район үҙенең ауылдарын бар яҡлап та күрһәтергә тырыша. Был конкурс тәү сиратта эскелеккә ҡаршы ғына түгел, бар кешенең мәҙәниле булыуы, илен һөйөүе, күршеһен яратыуы кеүек матур сифаттар йәшәһен, ауылдағы йолалар үҫһен өсөн үткәрелә. Был йәһәттән Түбәнге Ташбүкән ауылы бар ауылдарға өлгө булыр, ҙур-ҙур уңыштарға өлгәшер тип уйлайым. Киләсәктә лә шулай бер-беребеҙҙе аңлап, ҡәҙерләп, илебеҙҙе яратып йәшәйек. Быйыл Ҙур татыу ғаилә йылы, был йәһәттән дә төрлө саралар уҙғарып, иңебеҙгә төшкән ҡатмарлы осорҙо матур итеп үткәреп, тиҙерәк ир-егеттәребеҙ иҫән-имен Еңеү яулап ҡайтһындар, - тип сығыш яһаны Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин сараға йыйылыусылар алдында.
Үҙ сиратында район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов та “Ҡышҡы уйындар”ға йыйылыусыларға уңыштар теләп, изге теләктәрен еткерҙе.

Бәйге көслөләрҙе, етеҙҙәрҙе тупланы
Артабан сарала ҡатнашыусылар бәйгеләр үтәсәк майҙанға йүнәлде. Унда командаларҙы көс-ғәйрәт кенә түгел, етеҙлек, ныҡышмалылыҡ, сәмселлек кеүек сифаттар талап иткән етди һынауҙар, әүәл-әүәлдән төрлө ырыу батырҙары араһында үткән бәйгеләрҙә булған ярыштар көтә ине. Ярыштар ике төрҙә - беренсеһе Ҡышҡы ғаилә уйындары һәм икенсеһе – команда бәйгеһе булды. Ярыштарҙың тәүге төрө буйынса - биш, икенсеһе буйынса ете район вәкилдәре ҡатнашты.
Һәр бәйгенең еңеүсеһе, алдынғы урындарҙы биләүселәре була. Ғаилә уйындарында беренсе урынды - Ғафури районынан Рәхимовтар, икенсе урынды - Стәрлетамаҡ районынан Нурмөхәмәтовтар, өсөнсө урынды Архангел районынан Исламғоловтар яуланы. Ауырғазы районынан Ибәтуллиндар - “Еңеүгә ихтыяр көсө” номинацияһында, Ишембай районынан Үзбәковтар “Ижади ғаилә” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Ә командалар араһында үткән бәйгелә ишембайҙар - 1-се, стәрлетамаҡтар - 2-се, ғафуриҙар 3-сө урынды яуланы. Шишмә районы командаһы “Еңеүгә ихтыяр көсө”, ҡырмыҫҡалылар – “Иң көслөләр”, ауырғазылар - “Спортсы”, архангелдәр - “Берҙәмлектә көс” номинацияһында еңеүсе булды. Иң мөһиме - Түбәнге Ташбүкәндә үткәрелгән бәйгеләр йәнә бер тапҡыр халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, дуҫлығын һәм, әлбиттә, рух ныҡлығын күрһәтте.
Йыр-моң, бейеү көйҙәре аҫтында бәйге бик көсөргәнешле барҙы. Ҡатнашыусы бар командалар ҙа әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Ғаилә уйынсылары “Теннис тубын хоккей таяғы менән йөрөтөү”, “Ҡулса менән йүгереү”, “Бобслей” кеүек, ә бәйгеселәр “Моҡай тауына тиҙлеккә күтәрелеү”, “Суҡмар ырғытыу”, “Таяҡ тартыу”, “Сәс үреү”, “Арҡан тартышыу”, “Ҡаҙаҡ ҡағыу”, “Традицион йәйәнән уҡ атыу” һәм башҡа ҡыҙыҡлы, халыҡсан уйындарҙа үҙҙәренең көсөн, маһирлығын, таһыллығын күрһәтте. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы, әммә ауыл кешеләре өсөн төп бүләк, әлбиттә, саф һауала күңелле һәм файҙалы уҙған ял минуттары булғандыр.
– Ошо ҡышҡы көндә Түбәнге Ташбүкәнгә ете район һәм үҙебеҙҙең райондың спорт һөйөүселәре йыйылды. Шулай уҡ бәйгелә райондарҙан спортты үҙ иткән күп балалы ғаиләләр ҡатнашыуы ла был сараны күркәмләндерҙе. Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, ярыштар күтәренке кәйеф менән юғары рухта үтте. Был ярыштар барыһына ла тағы ла нығыраҡ көс һәм дәрт өҫтәгәндер. Республика кимәлендә үткән “Ҡышҡы уйындар” спорт сараһын мәртәбәле итеп үткәреүҙә ярҙам иткән район хакимиәтенә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, кем ҡатнашҡан барыһына ҙур рәхмәт, - тине Ташбүкән ауыл хакимиәте башлығы Илдар Ҡотов.
Эйе, насар күренешкә юл ҡуймаҫҡа, телебеҙҙе, нәҫелебеҙҙе һаҡларға һәм ауылыбыҙ менән сәләмәт йәшәү рәүешен һайларға тигән теләктә һәм өмөттә ҡала ташбүкәндәр. Бындай саралар беҙҙе нығыта, республика халыҡтарын бер ҙур ғаиләгә берләштерә, дуҫлаштыра ла. Уйында ҡатнашыусы һәр команда, ғаиләләр маҡтауға, хөрмәткә лайыҡ. Шулай берҙәм, татыу булғанда, илебеҙ ҙә ныҡ булыр. Ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашҡан һәр кем артабан да бөгөнгөләй күңелле итеп осрашып, аралашып, хатта үҙ-ара дуҫтарса сәмләшеп йәшәйек һәм эшләйек тигән уйҙа ҡалғандыр. Сараға килеүселәр усаҡта бешерелгән һурпа, былау ашап, самауыр сәйе эсеп, күтәренке кәйефтә таралыштылар. Ә ташбүкәндәргә алдарына ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн уңыштар насип булһын.

Ғаилә һәм берҙәмлек -  беҙҙең төп көсөбөҙ!
Ғаилә һәм берҙәмлек -  беҙҙең төп көсөбөҙ!
Ғаилә һәм берҙәмлек -  беҙҙең төп көсөбөҙ!
Ғаилә һәм берҙәмлек -  беҙҙең төп көсөбөҙ!
Ғаилә һәм берҙәмлек -  беҙҙең төп көсөбөҙ!
Ғаилә һәм берҙәмлек -  беҙҙең төп көсөбөҙ!
Ғаилә һәм берҙәмлек -  беҙҙең төп көсөбөҙ!
Ғаилә һәм берҙәмлек -  беҙҙең төп көсөбөҙ!
Ғаилә һәм берҙәмлек - беҙҙең төп көсөбөҙ!
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас