Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль , 09:00

Тәжрибә уртаҡлашыу, эш йүнәлешен билдәләү майҙансығы булды

28-30 ғинуарҙа Башҡортостанда “Кесе Ватан - Рәсәй көсө” 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының “Муниципаль үҫеш: яңы үҫеш драйверҙары” төбәк көнө үтте.

Тәжрибә уртаҡлашыу, эш йүнәлешен билдәләү майҙансығы булды
Тәжрибә уртаҡлашыу, эш йүнәлешен билдәләү майҙансығы булды

Төбәк көнө – ул муниципаль берләшмәләрҙең үҙ-ара эш итеү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм урындарҙа йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн ҡарарҙар эҙләү майҙансығы. Башҡортостан төбәк һәм муниципаль кимәлдә тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше һәм проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе һөҙөмтәһендә төбәк майҙансығы сифатында һайланды. Сөнки республикабыҙ инвестициялар йәлеп итеү, халыҡ һәм бизнес өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора.
Форумда ҡатнашыусы 500-ҙән ашыу делегат - ил төбәктәренең урындағы үҙидара вәкилдәре республика ҡалалары һәм райондарында булып, иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр, Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте менән танышты.
29-30 ғинуарға иһә эшлекле осрашыуҙар планлаштырылғайны. Улар араһында – Башҡортостан Башлығы менән осрашыу, иҡтисадтың төрлө тармаҡтары вәкилдәре менән киләсәк тураһында әңгәмә-дискуссиялар. Был сараларҙа хакимиәт башлығы Венер Вахитов етәкселегендә район вәкилдәре лә ҡатнашты.
Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында үткән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иңдәренә ауыр бурыс һалынған муниципалитет башлыҡтарына ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
- Һеҙ беренселәрҙән булып халыҡ менән аралашаһығыҙ, тәүгеләрҙән булып уларҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итәһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән бергәләп илебеҙ президенты ҡуйған мөһим бурысты хәл итәбеҙ, махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтәбеҙ. Был иһә үтә ауыр хеҙмәт. Яугирҙарға күмәкләп ярҙам итәбеҙ. Республикабыҙҙа хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә бармаған бер генә муниципалитет башлығы ла юҡ, әйткәндәй, улар беҙҙә 63. Сөнки улар быны үҙҙәренең бурысы тип иҫәпләй. Улар яҡташтарыбыҙға гуманитар йөк ташый, беҙ йәмғеһе 171 гуманитар ылау ебәрҙек. Ошо ваҡыт эсендә 3000 автомобиль оҙаттыҡ. Һеҙ ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Яугирҙарҙың ғаиләләре менән әүҙем эшләйһегеҙ”, – тип билдәләне республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, Рәсәй төбәктәре етәкселәре үҙ-ара дуҫ, республикабыҙ һәр ваҡыт Рәсәйҙең сик буйындағы яңы төбәктәренә һәм өлкәләренә ярҙам күрһәтә.
“Беҙ һәр ваҡыт шулай йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торабыҙ. Һеҙгә лә танышырға, дуҫлашырға, ярҙам ҡулы һуҙырға, тәжрибә менән уртаҡлашырға кәрәк, тип уйлайбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Артабан форумда ҡатнашыусылар федераль спикерҙар һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтары вәкилдәре менән әңгәмәлә ҡатнашты.
- Был сара тәжрибә уртаҡлашыу, яңы стратегиялар эшләү һәм йүнәлештәр билдәләү, башҡа төбәктәрҙән килгән коллегалар менән аралашыу өсөн уникаль майҙансыҡ булды.
Иң яҡшы практикаларҙы өйрәнеп, үҙләштереп, районыбыҙҙың артабанғы үҫеше һәм сәскә атыуы өсөн яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында эшләйәсәкбеҙ, - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Венер Вахитов “Бәйләнештә” селтәрендә форумдан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Мәрхәбә Собханғолова әҙерләне.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас