Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль , 18:40

Кәримовтарҙың “Бәхетле ғаилә”һе һынатманы

Ошо көндәрҙә Мәләүез ҡалаһында   Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге  һәм  Башҡортостанда иғлан ителгән  Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә “Ветеринарҙар –  берҙәмлектә ижад итеүсе берҙәм ғаилә” тип аталған ижади конкурстың  төбәк этабы үтте.

Кәримовтарҙың “Бәхетле ғаилә”һе һынатманы
Кәримовтарҙың “Бәхетле ғаилә”һе һынатманы

Был конкурста, исеменән үк аңлашылыуынса, республиканың көньяҡ-көнбайыш  төбәгенә ҡараған 11 райондың  Дәүләт ветеринаря хеҙмәтендә эшләүселәрҙең ғаилә командалары ҡатнашты. Конкурстың төп маҡсаты – “Ғаилә” милли проект  маҡсатына ярашлы милли сәнғәт, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр аша Рәсәй  һәм Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни  мираҫын үҫтереү һәм популярлаштырыу, илһөйәрлек һәм рухи ҡиммәттәр тойғоһон,  ветеринария хеҙмәткәрҙәренең  берҙәмлеген нығытыу.

Конкурста район ветстанцияһы  исеменән Юлыҡ ауылының ветеринар табибы Иршат Кәримовтың “Бәхетле ғаилә”һе  ҡатнашты һәм бик уңышлы сығыш яһаны.  Иршат Зәйнулла улы тормош иптәше, Ҡауарҙы ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Фидалия, улдары Ильяс, Илсур, ҡыҙҙары Азалия  менән бергәләп сәхнәне дер һелкетеп бейенеләр ҙә, онотолоп барған уйындарҙы иҫкә  төшөрҙөләр, үҙҙәренең һәр эшкә маһир булыуҙарын күрһәттеләр.  Һәм конкурс һөҙөмтәләре буйынса  11 район  араһында хаҡлы рәүештә икенсе урын яулап, финалға сыҡтылар. Уларҙы  еңеүҙәре менән ихлас ҡотлап, республика кимәлендәге ярышта ла еңеүгә өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ.

Кәримовтарҙың “Бәхетле ғаилә”һе һынатманы
Кәримовтарҙың “Бәхетле ғаилә”һе һынатманы
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас