Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль , 09:00

Ябай ҡулдар тыуҙырған мөғжизә

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында оҫта ҡуллылар бихисап: кемдер матур бәйләй, икенселәр килешле итеп тегә, бәғзеләр иһә сигергә ярата. Красноусолда йәшәүсе Тәнзилә Вахитова ҡул эштәре - бәйләм оҫтаһы.

Ябай ҡулдар тыуҙырған мөғжизә
Ябай ҡулдар тыуҙырған мөғжизә

Тәнзилә апайҙың ҡул эштәренә маһир булыуы хаҡында ишетеп белә инем һәм эштәрен үҙ күҙҙәрем менән күреү теләге мине ул йәшәгән йортҡа килтерҙе. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, оҫтаның да ысын оҫталығы йорттоң күтәрмәһенән үк күренде. Күтәрмәгә лә, ишекте асып ингәс, солан иҙәненә лә ҡорамалап эшләнгән ҙур булмаған ыҡсым ғына матур балаҫ һәм йоморо иҙән япмалары түшәлгән. Йорт эсендә иһә оҫтаның нәзәкәтле ижад өлгөләрен күреп һоҡланыуымдың сиге булманы. Бәйләнгән-сигелгән төрлө ҙурлыҡтағы салфеткалар, ултырғыс япмалары һәм башҡа нәзәкәтле эштәр, стеналағы ҡайып эшләнгән һүрәттәр, төрлө сағыу төҫтәрҙе ҡушып, биҙәкләп-нағышлап бәйләнгән күҙҙең яуын алырлыҡ диван-карауат япмалары - йорттоң биҙәге. Маһир апайҙың ҡул эштәрен берәм-берәм тотоп ҡарап, һәр береһенә күпме күңел зауығы ҡушылғанын, ябай ғына ҡатын-ҡыҙҙың маһирлығы, оҫта ҡулдары ғәжәйеп матурлыҡ тыуҙырыуы мине хайран итте.
Оҫта ҡулдар менән булдырылған матурлыҡҡа һөйөү Тәнзилә апайҙың бала сағында уҡ барлыҡҡа килә. Тәү башлап әсәһенән энә тотоп бәйләмгә һәм башҡа ҡул эштәренә өйрәнеп буй еткерә ул. Шуға ла бала саҡтағы мауығыуы уны ғүмере буйы оҙата килә.
Үҙен белә-белгәндән бирле энә тотҡан Тәнзилә Ғәбит ҡыҙының бәйләм энәләре һәм ырғаҡ менән бәйләнгән әйберҙәре һәр кемде хайран итерлек. Төҫлө ептәр менән төрлө биҙәктәр һалып, махсус ҡоролма менән эшләнгән, шулай уҡ ырғаҡ менән бәйләнгән һәм ҡайылған әйберҙәр, биҙәкле тәпешкәләр – һәр береһенә күңел йылыһы, күҙ нуры һалынған, барыһы ла ябай ҡулдар барлыҡҡа килтергән мөғжизәләр. Ул шулай уҡ башҡорт халҡының үҙенсәлекле милли биҙәүестәрен үҙенең оҫта ҡулдары менән үҙенә әҙерләп ала. Биҙәктәрҙе үҙе уйлап табып та, Интернеттағынан файҙаланып та һала ул. Шулай уҡ оҫталыҡ серҙәрен башҡалар менән дә уртаҡлаша.
Тәнзилә апай ысын хужабикәләргә хас тырышлыҡ менән донъя көтә. Оҫталыҡ эше менән булыуҙан тыш, тормошҡа, матурлыҡҡа ғашиҡ, булмышы менән бөтмөр, еңел ҡуллы хужабикә яҙҙан көҙгәсә баҡса үҫтерә, баҡсаһында еләк-емеш, йәшелсәләре ишелеп уңа, йортон күҙҙең яуын алырлыҡ әллә нисәмә төрлө аллы-гөллө сәскәләр, өй эсен, тәҙрә төптәрен гөлдәр биҙәй. Тәнзилә апай юҡты бар итә торған ҡатын-ҡыҙҙар затынан. Үҙе үҫтергән йәшелсә-емеше, йәйге еләк миҙгелендә тилбер ҡулдары менән йыйылған биҙрә-биҙрә еләктәре, файҙалы, шифалы үләндәр һәм башҡаһы менән баҙарҙа осратырға мөмкин уны.
Тәнзилә апай моңло йырсы ла, бигерәк тә халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Район мәҙәниәт һарайы янында эшләп килгән “Хазина” фольклор ансамблендә йыр-моңдарын тарата. Тәнзилә Ғәбит ҡыҙы хаҡлы ялға туҡтағас, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһында башҡа ағинәйҙәр менән берлектә районыбыҙҙың мәҙәни, социаль һәм рухи үҫешендә әүҙем эш алып бара. Төрлө сараларҙың, байрамдарҙың уртаһында булып, хужабикәләргә төрлө ҡул эштәре, аш-һыу оҫталығы буйынса күргәҙмәләрҙә буҙа әҙерләү, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында булып, балаларға милли биҙәүестәр (түшелдерек, хәситә) эшләү серҙәрен аса. Ҙур оҫталыҡ менән эшләнгән әйберҙәрен туғандарына, яҡындарына, килгән ҡунаҡтарға бүләк итеп бирә, ҙур эштәренең береһе – сағыу карауат япмаһын ҡыҙына бүләк иткән. Мине лә бүләкһеҙ ҡалдырманы ул.
Ләмиән ауылында тыуып-үҫеп, хәҙер Красноусолды үҙ итеп, ошонда төпләнеп йәшәгән Тәнзилә Ғәбит ҡыҙы дүрт бала (өс ул, бер ҡыҙ) әсәһе, ете ейән-ейәнсәргә өләсәй. Тормош иптәше генә йәшләй мәрхүм булған.
Йәшәйеше ижад, нәзәкәтлелек, йылылыҡ менән мөлдөрәмә тулы Тәнзилә Ғәбит ҡыҙы үҙенең йәшәү рәүешенә әйләндергән яратҡан оҫталыҡ эшенән айырылмай, ҡулына нәфис ептәр ала, ул ептәрҙән һоҡланғыс биҙәктәр теҙелә...

Ябай ҡулдар тыуҙырған мөғжизә
Ябай ҡулдар тыуҙырған мөғжизә
Ябай ҡулдар тыуҙырған мөғжизә
Ябай ҡулдар тыуҙырған мөғжизә
Ябай ҡулдар тыуҙырған мөғжизә
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас