Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль , 16:37

Батырҙарҙы иҫкә алдылар

7 февралдә Курорт ауылындағы “Марвай” турбазаһы биләмәһендә “Ҡара-Ҡаплан” боронғо төрки ҡатнаш хәрби көрәш сәнғәте буйынса республика ҡышҡы уйындары үтте. Ул Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм МХО биләмәһендә батырҙарса һәләк булған Салауат Батыршин, Әлтәф Заһиҙуллин, Альберт Юламановтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Турнир алдынан бөтә бәйгеселәргә инструктаж, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Батырҙарҙы иҫкә алдылар
Батырҙарҙы иҫкә алдылар

Ҡышҡы уйындарҙы тантаналы асыуҙа сара ҡунаҡтарын һәм бәйгеселәрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова сәләмләне, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә берләшеүҙең һәм уларға бөтә яҡлап ярҙам итеүҙең мөһимлеген билдәләп үтте, бәйгеселәргә изге теләктәрен еткерҙе. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов һәләк булған яугирҙар тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм фронтҡа гуманитар ярҙам еткереүҙә үҙенең ҡатнашлығы тураһында һөйләне. МХО-ла һәләк булған Салауат Батыршиндың улы Артурҙың сығышы күңелгә үтеп инерлек булды.
Ярыштар юғары кимәлдә үтте, унда Өфө ҡалаһы һәм районынан, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Белорет, Күмертау, Күгәрсен, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Бүздәк, Дәүләкән райондарынан, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән дүрт тиҫтәгә яҡын спортсы үҙ таҫыллығын, маһирлығын, көсөн һынаны. Улар араһында үҙебеҙҙең райондан Илшат Хәбибуллин, Айрат Сәйфуллин, Асфат Юлбарисов, аталы-уллы Ришат менән Ишморат Шаймарҙановтар, Айгөл Марваева бар ине. Һәм күп һанлы тамашасы йыйылды. Сараны МХО-ла һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләре, туғандары һәм дуҫтары тулыландырҙы. Улар барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн йылы һәм ихлас аралашыуға ҡоролған күңелле сәй эсеү ойошторҙолар. Ҡаһарманлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам өлгөһөнән рухланған ярыш ҡатнашыусылары был уйындарҙағы һәр еңеүҙең – тик шәхси ҡаҙаныш ҡына түгел, ә Ватан өсөн ғүмерен биргән кешеләргә хөрмәт күрһәтеү икәнен аңлап эш итте.
Ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашыусы “Ҡара-Ҡаплан” бәйгеселәре көс-ҡеүәт һәм оҫталыҡты ғына түгел, тарихҡа тәрән ихтирамды ла күрһәтте. Ҡағиҙәләр буйынса, улар тарихи кейемдәрҙә, боронғо аусыларҙың (һунарсы) кейемдәрен кейеп, яҫы ҡалтағайҙа һәм быймаларҙа ярышты. Уларға бер километр арауыҡты үтеп, ысын һунарсының оҫталыҡтарын сағылдырған бер нисә һынауҙы үтергә кәрәк ине. Бына старт һыҙығында суҡмар һәм һөңгө менән ҡоралланған бәйгесе - һунарсы алға ынтылды. Ҡалтағай юлы буйлап барып, юлында осраған ҡабан һөлдәһенә һөңгөһөн ырғытып, уға ҡаҙалтырға тырышты, артабан суҡмар менән шешәне бәреп төшөрҙө, традицион йәйәнән ҡабан, бүре, ҡуян һәм ҡош һүрәттәре төшөрөлгән сәптәргә атты. Шулай уҡ сәпкә балта һәм бысаҡты бәреп ҡаҙалдырыу, сыбыртҡы менән шешәне бәреп төшөрөү, хәнйәр менән таяҡсаны сабып өҙөү, суҡмар менән таҡта киҫәген ватыу этаптарын үтте. Йомғаҡлау этабы булып шартлы табышты "шоман"ға һалып, финишҡа уны һөйрәп тиҙерәк йүгереп килеп етеү торҙо.
Ярыштар бер тында тигәндәй, ҡағиҙәләргә ярашлы үтте, көс һәм таһыллығын һынаусы батырҙар һәр этапта ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, һәр ҡайһыһының еңеүгә ынтылышы көслө булыуы һиҙелә ине.
Бәйге - бәйге инде, иң көслөләр һәм иң таһылдар еңеү яулай. Ниһайәт, турнир ахырына яҡынлашып, абсолют чемпион билдәле булды. Ул - Өфө ҡалаһынан Рәис Низаметдинов “Ҡара-Ҡаплан” боронғо төрки ҡатнаш хәрби көрәш сәнғәте турнирының абсолют чемпионы булып танылды. Баймаҡтан Рәсих Йортбәков – 2-се, беҙҙең райондан Айрат Сәйфуллин 3-сө урын яуланы.
60 йәштән өлкәнерәктәр араһындағы бәйге сараны ойоштороусы Ришат Шаймарҙановтың еңеүе менән тамамланды. Дүрүиш Хәйбуллин (Ишембай районы) – 2-се, Мирйән Зарипов (Бүздәк) – 3-сө урында.
60 йәшкә тиклемгеләр араһында Әбйәлилдән Нуриман Хәйруллинға – 1-се, Илназ Үҙәнбаевҡа (Белорет) – 2-се, Фәрит Юлдашбаевҡа (Өфө районы) 3-сө урындар бирелде.
18-39 йәшлектәр араһындағы бәйгелә дәүләкәндәргә етеүсе булманы, был райондан Илмир Әхмәтйәнов – 1-се, Динислам Йосопов 3-сө урындар яуланы, Ишморат Шаймарҙановҡа (Ғафури) 2-се урын бирелде. Турнир еңеүселәре һәм призлы урындар яулаусылар миҙалдар, кубоктар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.
“Иң мәргән бысаҡ ырғытыусы” номинацияһына Ҡырмыҫҡалы районынан Асҡар Ишбирҙин, “Балта ырғытыусы” – Айрат Сәйфуллин, “Суҡмарҙы иң йыраҡ ырғытыусы” – Ишморат Шаймарҙанов (икеһе лә Ғафуриҙан), “Еңеүгә ынтылыш өсөн” – беренсе тапҡыр бәйгелә ҡатнашҡан Мирйән Зарипов (Бүздәк районы) лайыҡ булды. Бәйгелә ҡатнашыусы ике генә ҡатын-ҡыҙ: Өфө ҡалаһынан Раушания Сабитова менән Айгөл Марваева (тәүгеһенән ҡатнашты) үҙҙәренә тәғәйен бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Иң өлкән һәм иң йәш ҡатнашыусылар ҙа билдәләнеп, махсус бүләктәргә лайыҡ булдылар.
Республика турниры үҙ маҡсатына өлгәште. Бындай саралар спорттың этник төрөн тергеҙеүҙә һәм популярлаштырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә, башҡорт халҡының милли-мәҙәни мираҫын пропагандалай, шулай уҡ граждандарҙы әүҙем ялға, сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәй.
Сара юғары оҫталыҡты күрһәтеү менән бергә, боронғо төрки йолаларын һәм хәрби сәнғәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға булышлыҡ иткән мөһим мәҙәни ваҡиға булды. Уйындарҙа хакимлыҡ иткән үҙ-ара хөрмәт һәм ярҙам мөхите геройҙарҙы хәтерләүҙең һәм патриотизмдың әһәмиәтен билдәләне, һәр ҡатнашыусының һәм ҡунаҡтың йөрәгендә сағыу тәьҫораттар һәм бындай осрашыуҙарҙың хәтерҙе һаҡлау, рухты нығытыу һәм быға мохтаж булғандарға ярҙам итеү өсөн кәрәклегенә ышаныс ҡалдырҙы.
“Ҡара-Ҡаплан” ҡышҡы уйындарын юғары кимәлдә ойоштороуҙа ҙур тырышлыҡ һалыусы һәм ҡағиҙәләрен булдырыусы район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, “Граница” ил сиге һаҡсылары район ветерандар ойошмаһы рәйесе Ришат Раян улы һәр ҡатнашыусыға, ҡунаҡҡа һәм ирекмәнгә ихлас рәхмәтен белдерҙе. Ярышты ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны һәм ярҙам иткәне өсөн район Советы депутаты Марсель Ғүмәровҡа, ярыштың асыҡ һәм ғәҙел үтеүен тәьмин итеүсе судьялар: Ришат Иждиһатов, Илдар Шәйәхмәтов (“Любизар” хәрби-тарихи клубының 1-се башҡорт атлы полкы идараһы рәйесе), Азат Хисмәтов, Алмаз Ҡоҙайғолов, Илшат Хәбибуллин, Аяз Шаһморатов, Ишморат Шаймарҙановтарға, кәрәкле әйберҙәр әҙерләүҙә ярҙамдары өсөн Илдар Сәйфиев менән Фаил Байшөгөровҡа, район мәҙәниәт бүлегенә һәм мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренә, бағыусылыҡ ярҙамы өсөн “Ҡорғандар донъяһы” ШП-һы етәксеһе Наилә Хисмәтуллинаға, “Марвай” турбазаһы хужалары Айгөл менән Рәмил Марваевтарға ҡунаҡ йорттарында булдырылған өйҙәгесә йылы мөхит һәм тәмле йылы аш ойоштороуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Красноусол Үҙәк район дауаханаһынан шәфҡәт туташы Фаягөл Камалетдинова бәйгеселәрҙең хәл-торошон контролдә тотто.

Батырҙарҙы иҫкә алдылар
Батырҙарҙы иҫкә алдылар
Батырҙарҙы иҫкә алдылар
Батырҙарҙы иҫкә алдылар
Батырҙарҙы иҫкә алдылар
Батырҙарҙы иҫкә алдылар
Батырҙарҙы иҫкә алдылар
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас