6 февралдә Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә баш ҡалабыҙҙағы 16-сы гимназияла булған аяныслы хәл-ваҡиға менән бәйле, райондың белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлекте иҫкәртеү сараларын көсәйтеүгә арналған кәңәшмә үтте. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова етәкселегендәге сарала райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәптәр директорҙары, һаулыҡ, хоҡуҡ һаҡсылары, мәҙәниәт учреждениелары мөдирҙәре, район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге белгестәре ҡатнашты.
“2025 йылда район эске эштәр бүлегенең үҫмерҙәр тарафынан үҫмерҙәргә ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙе иҫкәртеү буйынса эшмәкәрлеге” тураһында район эске эштәр бүлеге начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары Рифат Ситдиҡов сығыш яһаны.
- Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан муниципаль берәмектәрҙә балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен тәьмин итеү буйынса профилактика системаһы субъекттары эшмәкәрлеген координациялау маҡсатында булдырылған Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссиялар эшендә эске эштәр органдарының ҡатнашыуына айырым иғтибар бүленә. Шул уҡ ваҡытта, ғәмәлдә комиссиялар тарафынан координациялаусы роль тулыһынса башҡарылмай: хоҡуҡ боҙоусыларҙың шәхси эштәрен ҡарау менән генә сикләнә. Үҫмерҙәр енәйәтселеген иҫкәртеү, балаларҙы законһыҙ йоғонтоларҙан яҡлау, шулай уҡ ведомство-ара үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу буйынса системалы проблемалар, ғәҙәттә, Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ултырыштарына сығарылмай, - тине Рифат Риф улы.
- Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә йәш үҫмерҙәр араһында белем биреү ойошмаларында тиңдәштәренә һәм уҡытыусыларға ҡарата көс ҡулланыуҙы популярлаштырыу, шулай уҡ үҙ-үҙеңә зыян килтереүҙәр таралыуын дауам итә. Уҡыусыларға һәм педагогтарға ҡорал һәм шартлатҡыс матдәләр ҡулланып һөжүм итеү осраҡтары ла осрай.
Бындай ваҡиға күптән түгел, 3 февралдә Өфө ҡалаһының 16-сы гимназияһында теркәлгән, ун биш йәшлек 9-сы класс уҡыусыһы мәктәп бинаһына ҡыйынлыҡһыҙ үткән, уйынсыҡ автоматтан класташтарына һәм класс етәксеһенә ата башлаған.
Үҫмерҙең был ҡылығы “ике һәм унан күберәк кешене үлтерергә маташыу” тип баһаланған, РФ Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө һәм 105-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, үҫмер һаҡ аҫтына алынған.
Беҙҙең фекеребеҙсә, үҫмерҙәрҙең енәйәт ҡылыуына булышлыҡ иткән төп сәбәптәргә шөғөлһөҙлөк, ата-әсәләр, уҡыу йорттары яғынан контроль булмауы инә. Бынан тыш, ҡайһы бер осраҡтарҙа улар өсөн тиңдәштәре араһында үҙҙәрен күрһәтеү бик мөһим, хатта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, енәйәт юлы менән булһа ла. Әлбиттә, беҙ етди иҫкәртеү сараларын күрәбеҙ, шул иҫәптән башҡа профилактика субъекттары менән берлектә. Уҡыу йорттары етәкселәре был мәсьәләләр менән әүҙемерәк шөғөлләнергә тейеш, тик беҙҙең мәғлүмәт хаттарынан һәм коллективтар менән осрашыуҙарҙан һуң ғына түгел. Бер тапҡыр үткәрелеүсе акциялар менән генә был проблеманы хәл итеп булмай. Системалы эш талап ителә, ғаиләнән башлап, төрлө кимәлдәге уҡыу йорттарына тиклем.
Әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, түбәндәге сараларҙы үткәреү файҙалы булыр ине: эшкә саҡырыу иғландары урынлаштырған бөтә төр мәғлүмәт ресурстарында законһыҙ эшмәкәрлек тәҡдимдәрен һәм улар менән бәйле кешеләрҙе тиҙ арала асыҡлау маҡсатында тикшереү; ата-әсәләр араһында, шул иҫәптән социаль селтәрҙәр аша, үҫмерҙәрҙе енәйәт ҡылыуға йәлеп итеүҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән аңлатыу эштәрен ойоштороу һәм башҡалар, - тине хоҡуҡ һаҡсыһы.
Гүзәл Зөфәр ҡыҙы 2025 йылда районда бәлиғ булмағандар тарафынан хоҡуҡ боҙоу осраҡтары, бынан алдағы йыл менән сағыштырғанда артып, 156% булыуын, хәүеф төркөмөнә ҡараған 110 ғаилә (7-һе иҫәптә тора) булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Аҙна һайын район эске эштәр хеҙмәткәрҙәре тарафынан бәлиғ булмағандарға ҡарата төҙөлгән протоколдар ҡаралыуын, бығаса балаларҙы Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла профилактик иҫәпкә ҡуймауҙарын, бынан ары ҡуя башлаясаҡтарын билдәләп үтте. Бала законға ҡаршы ниндәйҙер эш ҡылған осраҡта уны йәшереп ҡалдырмаҫҡа, ә хәбәр итергә кәрәк, был ваҡытта уртаға һалып тикшереп, балаға йәки ғаиләгә үҙ ваҡытында ярҙам итергә мөмкин буласаҡ, тине ул. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия инспекторҙары мәктәптәргә сығырға, һәр класта һәр бала менән психологтар әңгәмә үткәрергә тейешлеге, хәүефле һәм аяныслы хәлдәрҙе булдырмау өсөн профилактик сараларға уғата иғтибар итергә кәрәклеге билдәләнде.
Артабан Красноусол үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Ноғоманова үҙәк район дауаханаһының белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлеге, район объекттарында террорға ҡаршы һаҡланғанлығы тураһында Граждандар оборонаһы һәм халыҡты, биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса баш белгес, террорға ҡаршы комиссия секретары Рифҡәт Әхтәмов, мәҙәниәт бүлеге мөдире Эльвира Сабирова менән мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Рита Сәйфетдинова (буллинг тураһында ла һөйләне) “Пушкин картаһы” федераль программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләһен тикшерҙеләр һәм бының комплекслы проблема булыуы менән килештеләр, ул кластарҙағы хәлдәрҙе даими мониторинглауҙы талап итә, бында класс етәкселәре, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫарҙары, психологтар, шулай уҡ ата-әсәләр комитеттары ла инә. Былар барыһы ла хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара тығыҙ эш итеп тормошҡа ашырылырға тейешлеге билдәләнде.
Республика Башлығы Радий Хәбиров, бигерәк тә социаль яҡтан хәүефле, норманан тайпылыусы үҫмерҙәр менән эшләүҙе сифатлы үҙгәртергә кәрәклеген билдәләне.
- Хәҙер беҙ мәктәптәрҙе хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеү, уҡыусылар өсөн хәүефле булған тиҫкәре күренештәрҙе, шул иҫәптән буллингты булдырмау буйынса эштәре өсөн баһалаясаҡбыҙ. Шулай итеп, һеҙҙең эшләгәнегеҙҙе күрәсәкбеҙ, - тип билдәләне төбәк етәксеһе. - Һәр мәктәптә проблемалы балалар бар. Хәҙерге мәғлүмәт һуғышы шарттарында балаларҙың психикаһына күп тиҫкәре нәмә тәьҫир итә. Был хәлгә контролде көсәйтергә кәрәк. Беҙ бергәләп, балаларыбыҙҙы ҡотҡарырбыҙ, тип ышанам. Был етди системалы эштең башы, һәм беҙ ойоштороу мәсьәләләрендә ярҙам итергә әҙербеҙ. Яҡын арала белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында указға ҡул ҡуясаҡмын.