Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль , 10:30

Халҡыбыҙ дуҫ-татыу йәшәһен!

6 февраль район мәҙәниәт һарайында Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостанда - Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарын асыу тантанаһы үтте. Был мәртәбәле сарала район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район Советы рәйесе Галина Петрова, ауыл хакимиәте башлыҡтары, учреждение, предприятие, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары, күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ҡатнашты.

Халҡыбыҙ дуҫ-татыу йәшәһен!
Халҡыбыҙ дуҫ-татыу йәшәһен!

Килгән ҡунаҡтарҙы төрлө милләт кейемендә хөрмәтләп ҡаршы алғас, барыһы ла фойеға үтте. Бында районыбыҙҙың һәр йәһәттән маһир оҫталарының милли асылыбыҙҙы - аш-һыу, кейемдәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы сағылдырған эштәре күргәҙмәһе урын алғайны. Күргәҙмәне әҙерләүҙә районыбыҙҙың ауыл мәҙәниәт йорттары, үҙәк район китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре күп көс һалған. Районыбыҙҙың “Беренселәр хәрәкәте” йәштәр ойошмаһы ағзалары “Һалдаттарға хат” тигән ҡумта ҡуйып, унда яугирҙарыбыҙға хат яҙып һалыу мөмкинлеге лә булдырылғайны.
Сараның тантаналы өлөшө район мәҙәниәт һарайы вокаль ансамбленең башҡортса-русса башҡарылған “Дуҫлыҡ” йыры һәм “Быҙыбыт” өлгөлө хореографик ансамбле балаларының сағыу сығышы менән башланып китте.
Алып барыусылар Елена Николаева менән Фәнзил Ғәлин сараны асып: “Халыҡтар берҙәмлеге – төрлө милләттәр берләшеүе, бер үк тарих, бер үк ер, бер үк Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыу, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул. Төрлө милләт халҡы элек-электән “Берҙәмлектә - көс” тигән хәҡиҡәткә инанып йәшәгән һәм бөгөн дә, ошо ҡатмарлы осорҙа, беҙ дәүләтебеҙҙең Президенты, ил һаҡсылары – яугирҙарыбыҙ эргәһендә берләшергә тейешбеҙ. Тормош ҡото, йәшәү матурлығы - ғаиләләрҙә. Бөйөк илебеҙ артабан да сәскә атһын, күп милләтле халҡы дуҫ-татыу йәшәһен!”, - тигән ялҡынлы һүҙҙәр еткерҙе һәм тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улына бирҙеләр.
- Бөгөн Ғафури районында Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына старт бирелә. Махсус хәрби операция шарттарында Берҙәмлек йылы айырым мәғәнәгә эйә. Башҡортостандан меңдәрсә егет нацизмға ҡаршы көрәшә һәм быйыл - берҙәмлегебеҙҙе күрһәтеү өсөн тағы бер мөмкинлек. Берҙәмлек, ярҙам һәм иман менән беҙ күптән көтөлгән Еңеүҙе яҡынайтырбыҙ, тип ышанам. Рәсәйҙең барлыҡ яугирҙары менән бер рәттән яҡташтарыбыҙ яу яланында илебеҙ мәнфәғәттәрен һаҡлауҙы дауам итә. Үткән йылда район ирекмәндәре һәм битараф булмаған кешеләрҙең әүҙемлеге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 11 гуманитар ылау оҙатылды. Балалар хаттар яҙҙы, 56 ярҙам итеү акцияһы ойошторолдо, мәктәптәрҙә “Герой партаһы” асылды. Тыуған илебеҙ өсөн башын һалған яҡташ яугирҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш алып барылды. Быйыл да, бер һүҙһеҙ, ошо йүнәлештә эштәр алып барыласаҡ. Беҙҙең районда ғына 15 милләт халҡы дуҫ һәм татыу йәшәй. Беҙ берҙәм булғанда теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығасаҡбыҙ һәм маҡсаттарға өлгәшәсәкбеҙ. Йыл барыбыҙ өсөн дә яңы файҙалы эштәр һәм тыуған районыбыҙ, халҡыбыҙ, бөйөк Ватаныбыҙ өсөн ихлас ғорурлыҡ осоро булһын. Барығыҙға ла ғаилә бәхете, һаулыҡ, уңыштар теләйем! – тине Венер Вахитов.
Сараның тантаналы өлөшөнән һуң илһөйәрлек менән һуғарылған тематик концерт күрһәтелде. Табын ауыл мәҙәниәт йортоноң казак халыҡ хоры (етәксеһе Шамил Антигаев), Сәйетбабанан “Асанай” башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең (етәксеһе Гәүһәр Байбулдина), район мәҙәниәт һарайының “Землячки” ветерандар халыҡ хоры (етәксеһе Елена Рябова), Үтәк ауыл мәҙәниәт йортоноң “Умырзая” татар вокаль ансамбле (етәксеһе Радмир Ғиззәтуллин), Антоновка ауыл клубының “Вирьял” сыуаш вокаль ансамбле (етәксеһе Лилиә Осипова), “Эксклюзив” өлгөлө хореографик коллективтың (етәкселәре Ольга Кирдеева, Эльвира Хөснөтдинова), Байбулдиндар ғаиләһенең, “Айгүзәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (етәксеһе Эльвира Хөснөтдинова) сығыштары, шулай уҡ Разалия Салауатова, Фәрүәз Урманшин, Елена Николаеваның сағыу, рухлы йырҙары сараға йәм өҫтәне, шығырым тулы зал күңел биреп тыңлап, кинәнеп ҡарап ултырҙы.
Бөйөк илебеҙ артабан да сәскә атһын, күп милләтле халҡы шулай дуҫ-татыу йәшәһен! Быйылғы йыл – ысын дуҫлыҡтың, берҙәм, ныҡлы ғаилә булып йәшәү тойғоһо булһын. Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылын иғлан итеүҙең төп маҡсаты ла - ишле ғаиләләрҙең әһәмиәтен, уларҙың традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, балалар тәрбиәләүгә индергән өлөшөнә айырым иғтибар йүнәлтеү, өлгөлө ғаиләләрҙе күрһәтеү бит. Беҙ бер ҙур ғаилә булып, берҙәмлек менән көслөбөҙ.

Халҡыбыҙ дуҫ-татыу йәшәһен!
Халҡыбыҙ дуҫ-татыу йәшәһен!
Халҡыбыҙ дуҫ-татыу йәшәһен!
Халҡыбыҙ дуҫ-татыу йәшәһен!
Халҡыбыҙ дуҫ-татыу йәшәһен!
Халҡыбыҙ дуҫ-татыу йәшәһен!
Халҡыбыҙ дуҫ-татыу йәшәһен!
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас