Ысынлап та, һоҡланып туймаҫлыҡ уның ҡул эштәре. Төрлө ептәрҙән бәйләнгән сәскәләрен ҡапыл ғына баҡсанан өҙөп кенә индергән тере гөлләмә тип торорһоң, шул тиклем матур, нәфистәр. Селтәрләп бәйләнгән япмаларға, йомшаҡ уйынсыҡтар, күҙҙең яуын алырлыҡ башҡа эштәренә күпме күҙ нуры, күңел йылыһы һәм тырышлыҡ һалынған.
Тыумышы менән Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылынан булған Фазила апайҙың йәшәүенә - йәм, йәненә тыныслыҡ биргән был шөғөлөнә ныҡлап тотоноуы ойоҡбаш, бейәләй кеүек ябай ғына әйберҙәр бәйләүҙән башланған.
- Ҡул эштәрен яратыуым - заманында ҡорама, түшәк-юрғандар эшләгән, күлдәктәр теккән, ырғаҡ менән иҫ китмәле эскәтер, карауат баштары, тәҙрә селтәрҙәре бәйләгән әсәйем Фәниәнән киләлер, - ти ул. - Мәктәпкә уҡырға төшмәҫ элек үк бик тығыҙ итеп тәүге бейәләйемде бәйләгәнем хәтергә уйылып ҡалған. Әсәйем иләгән йөнөн гелән генә 3 һумлыҡ аҡсаға уратып йомғаҡлай ине. Үҙемдән бәләкәй 4 ҡустыма бейәләй, ойоҡбаштар бәйләп йомғаҡтың осона сыҡһам, эсендәге аҡсаһы миңә эләгә. Элгәре был ҙур аҡса ине бит инде. Мине шулай ҡул эшенә, бәйләмгә ҡыҙыҡтырыуға әсәйемдең үҙенә күрә бер алымы – дәртләндереү сараһы булғандыр инде, - тип хәтерләй ул бала сағын.
Ҡул эштәрен һәм балаларҙы яратҡан Фазила ауылдағы мәктәптә 10-сы класты тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ Сибай педагогия училищеһының “Хеҙмәткә өйрәтеү” бүлегенә уҡырға инә. Ә инде 1985 йылда училищены уңышлы тамамлаған йәш уҡытыусы йүнәлтмә буйынса Ғафури районына тәғәйенләнеп, Ҡурғашлы урта мәктәбендә эш башлай. Ихлас, изге күңелле ҡыҙ шундуҡ коллективта ла, ауылда ла үҙ кешегә әйләнә. Үҙ эшен яратҡан мөғәллимә уҡыусыларҙы хеҙмәткә өйрәтеүҙән тыш черчение, рәсем дәрестәрен дә алып бара. Өс тиҫтә йылға яҡын уңышлы эшләй ул мәктәптә, хеҙмәте төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһалана.
Эш башлауына ике йыл тигәндә ауыл егете Илдар Суфиянов менән яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр. Матур һәм татыу итеп донъя көтөп 3 бала - 2 ҡыҙ һәм 1 ул үҫтерә, уларҙы башлы-күҙле итәләр. Фазила Әширәф ҡыҙы бөгөнгө көндә 5 ейән-ейәнсәрҙең яратҡан өләсәйе.
Юғарыла әйтеп киткәнемсә, Фазила Әширәф ҡыҙының ҡул эштәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ул энә, ырғаҡ менән бәйләргә, тегергә, мәрйен, атлас таҫмаларҙан һәм башҡа әйберҙәрҙән гөлләмәләр, композициялар эшләргә ярата. Ҡурғашлы ауылында яңы мәктәп төҙөлгәс, уны биҙәү өсөн дә күп көс һалды ул. Әле ауыл клубы, китапханала ойошторолған сараларҙа, район кимәлендәге күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Улай ғына ла түгел, уның ҡул эштәре тыуған яғы - Баймаҡ районы күргәҙмәләрендә лә урын ала, яҡташтары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Аш-һыуға ла, бешеренергә лә бик маһир ул. Ниндәй генә тәмлекәстәр бешермәй Фазила апай. Ҡамыр ризыҡтары шул тиклем уңып, ашап туйғыһыҙ була. Ә инде халҡыбыҙҙың милли ашы булған бишбармаҡты уның һымаҡ тәмле итеп бешергән кеше юҡтыр.
Ауылыбыҙҙа Фазила Әширәф ҡыҙы кеүек алтын ҡуллы кешеләр булғанда, ерҙә матурлыҡ арта ғына барыр.
Гөлназ Суфиянова,
Ҡурғашлы ауыл клубының художество етәксеһе.