Сәхәр ашау һәм
ауыҙ асыу (ифтар) ваҡыты
Иртәнге ашты ашауҙы — сәхәр ашау тиҙәр, ә киске аш — ифтар (ауыҙ асыу) тип атала. Намаҙ ваҡыттары таблицаһында сәхәр ваҡыты — сәхәр тамам тип күрһәтелә, ә ҡояш байыу - ауыҙ асыу ваҡыты - Аҡшам (Мәғриб) намаҙы ваҡытына тура килә, был ваҡытта “ауыҙ асабыҙ” (ифтар ҡылабыҙ).
Ураҙа тотоу тәртибе
Сәхәр ашауҙы ҡояш сығырға ике сәғәт ҡала, йәки иртәнге намаҙ ваҡыты кереүгә ярты сәғәт ҡалғанда тамамларға кәрәк. Ризыҡ ҡалдыҡтары ҡалдырмайса ауыҙҙы сайҡарға һәм ниәт ҡылырға.
Ураҙа тотҡанда уҡыла торған ниәт:
“Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамәдаанә минәл-фәджри иләл-мәғриби хаалисан лилләһи Тәғәлә”.
Үҙ телеңдә лә ниәтләргә мөмкин: “Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн ихласлыҡ менән, таң ваҡытынан башлап, ҡояш батҡансыға ҡәҙәр, Рамаҙан айы ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым”.
Сәхәр ашарға тора алмаһағыҙ ҙа, Рамаҙан айында ураҙа тоторға алдан уҡ күңелдән ниәтләгән булһағыҙ, йәиһә кистән үк ниәтләп ятһағыҙ — ураҙағыҙ дөрөҫ була. Ләкин инде ҡояш сыҡҡандан һуң ғына, бөгөн әле бер нәмә лә ҡапманым, Ураҙа тотайым әле, тип тотһағыҙ — дөрөҫ булмай, сөнки кеше алдан уҡ ниәт ҡылырға (планлаштырырға) тейеш.
Кис менән ҡояш байығас та хөрмә йәки һыу менән ифтар ҡылына (ауыҙ асыла) һәм түбәндәге доға уҡыла:
“Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әәмәңтү үә ғаләйкә тәүәккәлтү үә ғаләә ризҡыйкә әфтартү фәғъфирлии йәә ғаффаарү мә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү”.
Мәғәнәһе: “Әй, Аллаһым, ошо ураҙамды Үҙеңдең ризалығың өсөн тоттом, Һиңә генә иман килтерҙем һәм фәҡәт бер Һиңә генә бөтөн эштәремде тапшырҙым. Һин биргән ризыҡ менән ифтар ҡылдым. Гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһым, минең әүәлге гонаһтарымды ла, киләһе гонаһтарымды ла ярлыҡа”.
Кемдәр ураҙа тоторға тейеш түгел:
Ҡатын-ҡыҙҙарға күрем ваҡытында, йөклөлөк һәм бала тапҡандан һуңғы осорҙарҙа ураҙа тотоу тыйыла. Был көндәр өсөн улар башҡа ваҡытта ураҙа тоталар (ҡаза ҡылалар).
Сәләмәтлектәре насар булған кешеләргә лә ураҙа тотоу мәжбүри түгел. Ауырыу кеше ураҙаһын һауыҡҡас ҡаза ҡыла, әгәр инде ауырыуы башҡа ваҡытта ла ураҙа тоторға мөмкинлек бирмәһә, был осраҡта һәр тотмаған көнө өсөн фидиә (1 фәҡирҙе ашатыу күләмендә аҡса) түләргә тейеш була.
Юлда булған, 100 саҡрымдан артыҡ йыраҡлыҡҡа сәфәр ҡылыусы мосафир кешеләргә лә ураҙаларын ҡалдырыу рөхсәт ителә, ләкин бөгөнгө техника заманында юлда йөрөү бик күпкә еңеләйҙе, шуға күрә бик ауыр сәфәр булмағанда ҡазаға ҡалдырмау хәйерлерәк (бында инде һәр кем үҙ мөмкинлегенән сығып хәл итә). Мосафирҙар сәфәрҙән ҡайтҡас ураҙаларын ҡаза ҡылалар. Ләкин ураҙалы килеш, таң атҡандан һуң сәфәргә сыҡһа, тотоп бөтөрөргә тейеш, ураҙаны боҙорға ярамай.
Шулай уҡ бәлиғлыҡ йәшенә етмәгән балалар ҙа ураҙа тотмай.
Ниндәй осраҡта ураҙа боҙола һәм
ҡаза ҡылына
* Әгәр яңылышып ашаһа йәки эсһә (онотоп түгел). Мәҫәлән: иртән сәхәр ваҡыты әле уҙмаған тип уйлап, йәиһә кистән, инде ҡояш байыған тип белеп, ваҡытһыҙ ашау-эсеү.
* Берәй төрлө ҡаты матдә йәки ҡағыҙ, мамыҡ кеүек ризыҡ булмаған нәмәләр йотһа. Шулай уҡ ауыҙ-моронон сайҡағанда яңылыш һыу, ауыҙында ҡалған борсаҡ ҙурлығы аҙыҡ ҡалдығын йотһа.
* Ураҙаһы көндөҙ боҙолһа ла, ул кеше, ураҙам боҙолдо инде, тип, кискә ҡәҙәр ашарға тейеш түгел
Нимә ураҙаны боҙмай
* Һатып аласаҡ йәки бешерә торған ризыҡты йотмайса ҡабып ҡарау.
* Балаға ризыҡты сәйнәп биреү.
* Ҡан алдырыу.
* Душ ҡойоноу.
* Укол ҡаҙатыу.
* Ураҙалы икәнлеген онотоп ашау-эсеү, яҡынлыҡ ҡылыу.
* Төкөрөгөн йотоу, ауыҙға туҙан кереү, ирекһеҙҙән төтөн һулау.
* Пастаһыҙ ғына теш щеткаһы йәки мисүәк менән теш таҙартыу. Паста менән таҙартыу ҙа тыйылмаған, ләкин хупланмай, сөнки яңылыш паста йәки һыу йотолһа ураҙа боҙола.
Ҡазаға ҡалған ураҙа тип - етди сәбәп арҡаһында ваҡытында тотолмай ҡалған фарыз ураҙаны атайҙар. Ә фарыз ураҙа — Рамаҙан айында тотолорға тейешле ураҙа, был айҙағы ураҙаны тотоу барлыҡ мосолмандар өсөн дә мәжбүри, йәғни Аллаһ тарафынан йөкләнелгән ғәмәл.
Ураҙа тоторға ярамай торған көндәр ҙә бар, былары — ғәйет байрамдары көнө, йәғни Ураҙа һәм Ҡорбан байрамы көндәрендә.