Был конкурста“Башҡорт полькаһы” бейеүе менән райондың “Быҙыбыт” өлгөлө бейеү ансамбленең әҙерлек төркөмөндә шөғөлләнеүсе 4-7 йәшлек йәш бейеүселәр ҙә ҡатнашты. Абруйлы жюри уларҙың һәләтен, оҫталығын юғары баһаланы һәм йәш “быҙыбытсылар” коллективы 1 дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ булды. Бейеүсе балаларҙың һәр береһе исемле диплом һәм миҙал менән бүләкләнде.
Йәш бейеүселерҙе һәм уларҙың остазы, етәксеһе Илшат Хәбибуллинды уңышлы дебют менән ихлас ҡотлап, алда тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар, еңеүҙәр теләйбеҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.