– Наталья Георгиевна, буллинг ғәҙәти бәхәстән нимә менән айырыла?
– Буллинг – ул, ҡорбандың көсө һәм үҙен яҡлау мөмкинлеге булмауҙан файҙаланып, бер кешенең йәки төркөмдөң икенсеһенә ҡаршы аңлы рәүештә башҡарылған агрессив ҡылығы. Йышыраҡ был терминды балалар төркөмдәре: мәктәптәр, секциялар, түңәрәктәр тураһында һөйләгәндә ҡулланабыҙ. Бәхәс ҡапыл барлыҡҡа килә лә тына, ә буллинг оҙаҡ ваҡыт дауам итеүе мөмкин.
– Балалар ҡорбанды нисек һайлай? Өлкәндәр бында ниндәй роль уйнай? Мәҫәлән, уҡытыусының берәй уҡыусыға ҡарата айырым талапсанлығын башҡалар уны «кәмһетергә ярай» тип ҡабул итеүе ихтималмы?
– Агрессияның барлыҡҡа килеү сәбәптәре төрлө. Ул ғаиләләге конфликттар, агрессорҙың үҙ-үҙен раҫларға теләүе, уның яңғыҙлыҡтан ҡурҡыуы һәм коллективҡа ҡушылыу теләге, интернеттың кире йоғонтоһо булыуы мөмкин. Кешене һанға һуҡмаған мөнәсәбәттәр, уҡытыусыларҙың ҡайһы бер уҡыусыларҙы айырып ҡарауы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай уҡ үҫмерҙәр араһындағы агрессия сәбәптәре булыуы бар. «Ҡорбанды» көсһөҙлөк билдәләренә – үҙ-үҙенә ышанмау, физик йәһәттән хәлһеҙлек, насар өлгәшеү, тышҡы йөҙ-ҡиәфәтендәге йәки үҙ-үҙен тотошондағы үҙенсәлектәргә ҡарап һайлайҙар, йәғни ул – балалар араһындағы «ала ҡарға».
Аралашыу мәҙәниәтенә эйә балалар булған, үҙенең һәм әңгәмәләшсеһенең кәйеф-торошон аңлаған, үҙ-ара һөйләшеп килешә белгән, бер-береһенә юл биргән хәүефһеҙ һәйбәт мөхиттә буллингка урын булмай.
– Ата-әсәләргә баланы йәберләүҙәрен нисек аңларға?
– Улар уның тәртибендәге үҙгәрештәргә иғтибарлы булырға тейеш. Әгәр бала үҙ-үҙенә йомолһа, өлгәш кимәле насарайһа, кәйефе ҡырҡа үҙгәрһә, насар ашаһа һәм йоҡлаһа, тәнендә йәрәхәт эҙҙәре булһа, ә балағыҙ уларҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатмаһа, кисекмәҫтән ваҡыт табып һөйләшергә һәм был хәлдең сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Тыныс мөхит булдырығыҙ. Тыңларға әҙер булыуығыҙҙы һәм хәстәрлегегеҙҙе белдерегеҙ. «Нимә булды?», «Минең яҡтан ниндәй ярҙам кәрәк?» тигән кеүек һорауҙар бирегеҙ. Ғәйепләүҙәрҙән, баҫым яһауҙан тыйылығыҙ, ашығыс һығымталар яһамағыҙ. Тыңлағыҙ.
Шәфҡәтлелек һәм хәстәрлелек күрһәтегеҙ: ҡосаҡлағыҙ, яғымлы, йылы булығыҙ. Бындай ышаныслы һөйләшеүҙең һеҙгә бик мөһим икәнен, һәр ваҡыт уны тыңларға һәм ярҙам итергә әҙер булыуығыҙҙы айырып әйтегеҙ. Ниндәй генә хәл булмаһын, ярҙам һорап һеҙгә мөрәжәғәт итә алыуын белһен. Проблеманы хәл итешергә вәғәҙә бирегеҙ. Әгәр бала мәктәпкә барырға теләмәй икән, уға бер нисә көн өйҙә ултырып, ял итергә, психологик яҡтан аяҡҡа баҫырға рөхсәт итегеҙ. Ышаныслы мөнәсәбәттәрҙе ҡәҙерләгеҙ. Баланы тәнҡитләүҙән туҡтағыҙ, эмоциональ яҡтан һалҡын булмағыҙ. Яҡындарының ярҙамын тоймаһа, бала көсһөҙләнә. Вәғәҙәләрегеҙҙе боҙмағыҙ!
– Әгәр үҙ-ара ышаныс булмаһа? Уны тергеҙеү мөмкинме?
– Ышанысты тергеҙергә мөмкин, әммә был оҙайлы процесс. Асыҡ диалог өсөн шарттар булдырырға тырышығыҙ. Әгәр баланың үҙ-үҙенә йомолоуын күрһәгеҙ, түҙемле һәм аңлы булығыҙ.
– Үҫмерҙең һәр ваҡыт тупаҫ мөғәмәлә итеүе, кәйефе булмауы буллинг билдәһеме?
– Юҡ. Тупаҫлыҡ тәбиғи олоғайыу процесының бер өлөшө булыуы мөмкин. Әгәр ошо процесс оҙаҡҡа һуҙылһа һәм бала һеҙҙең менән аралашмаһа, балалар психологы менән кәңәшләшергә кәрәк. Был хәлдең сәбәптәрен табырға ярҙам итерҙәр һәм дөрөҫ йүнәлеш һайлау буйынса кәңәштәр бирерҙәр. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: буллинг ул, ҡорбандың класташтары иҫәпләгәнсә, аралашыу, уйын, шаяртыу ғына түгел. Оҙайлы буллинг ҡорбандың шәхси үҫешендә кире сағылыш алыуы ихтимал. Үҙ-үҙеңде түбән баһалау, хәүефләнеү тойғоһо, уҡыуҙа ауырлыҡтар, социаль фобиялар, суицидаль уйҙар барлыҡҡа килеүе мөмкин. Буллингта ҡатнашыу агрессор өсөн дә эҙһеҙ үтмәй, бындай тәжрибә артабанғы тормошта сәләмәт мөнәсәбәттәр ҡороуға ҡамасаулай.
Буллингка бәйле проблема уны ваҡытында хәл итеү сараларын талап итә. Бындай осраҡты барыһы ла үҙенән-үҙе хәл ителер тип иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ата-әсәләргә инициатива күрһәтергә, уҡытыусылар, психологтар һәм социаль педагог менән берлектә эшләргә, балаға уҡыу һәм аралашыу өсөн сәләмәт, хәүефһеҙ мөхит булдырырға кәрәк.
ЦИТАТА
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:
– Буллингты өнһөҙ ҡалдырыу тәжрибәһен туҡтатмайынса, тәртип урынлаштыра алмаясаҡбыҙ. Әгәр балаларға баҫым яһау факттары раҫланһа һәм ауыр эҙемтәләргә килтерһә, белем биреү ойошмалары етәкселәре лә яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш.
МӨҺИМ
Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре өсөн тәүлек әйләнәһенә бушлай ышаныс телефоны эшләй:
8 800 2000 122 йәки 124. Уға теләһә ниндәй мобиль йәки стационар телефондан шылтыратып, үҙеңде борсоған хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләргә һәм тәжрибәле психологтан ярҙам алырға мөмкин.
Белеп ҡуйығыҙ
Үҫмер сиктәрҙе нисек тикшерә
Ғаиләлә ата-әсә һәм балалар бер-береһен аңламай башлаған кеүек тойола, һөйләшеүҙәр ыҙғышҡа һәм ҡысҡырыуға ҡайтып ҡала. Үҫмерҙең агрессив мөнәсәбәте ата-әсәгә оҡшамай, уларҙы хәүефләндерә. Әммә бында шуны аңларға кәрәк: йыш шулай итеп үҫмер эске хәүефен сағылдыра, сиктәрҙе эҙләй һәм стресҡа реакцияһын белдерә.
Ата-әсә нимә эшләй ала?
Тыныслыҡ һаҡлағыҙ. Хәлде киҫкенләштермәҫ өсөн ҡысҡырмайынса һәм ғәйепләүҙәрһеҙ яуап бирегеҙ.
Үҫмерҙе тыңлағыҙ. Уның агрессияһы артында нимә торғанын аңларға тырышығыҙ: ҡурҡыу, ҡәнәғәтһеҙлек, арыу, ярһыу.
Сиктәрҙе билдәләгеҙ. Әхлаҡһыҙлыҡҡа юл ҡуйырға ярамай икәнен аныҡ һәм эҙмә-эҙлекле аңлатығыҙ.
Эмоциональ фонға иғтибарҙы арттырығыҙ. Ғаиләлә ышаныслы һәм ярҙамсыл мөхит булдырығыҙ.
Үҫмергә тын алыу тәжрибәләре, медитация, спорт аша хис-тойғолар менән идара итергә өйрәнергә ярҙам итегеҙ.
Быны нисек эшләргә һуң?
Үҫмер менән тыныс ҡына шарттарҙа һөйләшеү өсөн көнөнә ун минут ваҡыт бүлегеҙ. Күберәк тыңлағыҙ, бүлдермәгеҙ.
«Тынлыҡ сәғәте» тип аталған яңы ғаилә ҡағиҙәһе индерегеҙ. Билдәле бер ваҡытта гаджеттарҙы һүндерегеҙ, үткән көндө тикшерегеҙ, саф һауала йөрөгөҙ.
Үҫмергә бергәләп хис-тойғолар көндәлеген алып барырға тәҡдим итегеҙ. Бындай көндәлектәр маркетплейстарҙа ла бар. Һәр кис көн дауамында ниндәй хис-тойғолар кисереүегеҙҙе билдәләгеҙ. Көслө борсолоуҙарҙы еңеп сығырға нимә ярҙам иткәне хаҡында уйланығыҙ һәм ошо хаҡта яҙып ҡуйығыҙ.
Бергәләп «Ғаилә ҡағиҙәләре»н, «Ғаилә тәртибе кодексы»н әҙерләгеҙ, унда үҙ-ара хөрмәт һәм яуаплылыҡ ҡағиҙәләре тураһында һөйләшегеҙ. Бала үҙенең фекерен иҫәпкә алыуҙарын һәм ҡәҙерләүҙәрен тойорға тейеш. Берлектә тикшереү конфликттарға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә һәм ышаныслы мөхит тыуҙыра.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: агрессия һәр ваҡыт насар сифат билдәһе түгел, йыш ҡына ул – эске конфликт йәки өлгөрөп етмәү тураһындағы сигнал. Үҫмергә иғтибарлы булығыҙ, ул һеҙҙең яратыуығыҙға һәм ярҙамығыҙға мохтаж.
Фото создано нейросетью nanobanana.
Материалды «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.