Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Февраль , 10:00

Сабыш атының даны бар...

14 февралдә районыбыҙҙың иң ҙур башҡорт ауылы булған Сәйетбабала Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда – Ҙур һәм татыу ғаилә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында - Башҡорт ғаиләһе йылдары айҡанлы, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға, “Аласабыр” тарихына бағышланған ҡышҡы асыҡ ат бәйгеһе уҙҙы. Халҡыбыҙҙың милли спорт төрө булған, районда ҡыш көнө икенсе тапҡыр үткәрелгән ат сабышын тамаша ҡылырға күрше ауылдарҙан, райондарҙан, ҡалаларҙан бик күп ҡунаҡтар, көйәрмәндәр йыйылғайны.

Сабыш атының даны бар...
Сабыш атының даны бар...

Ат сабышы бәйгеһендә Ғафури, Архангел, Ишембай, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Бөрйән, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән райондарынан һыбайлылар ҡатнашты. Был сараның төп ойоштороусылары булып Архангел районынан Рауил Баһауетдинов менән Сәйетбаба егете Рөстәм Шаһиев, “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге торһа, Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәте, ауыл, район мәҙәниәт йорттары, район ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре ошо сараны үткәреүгә ҙур көс һалған. Көндөң дә, алдан әйтеп ҡуйылған кеүек, матур тороуы был бәйгегә уңай булды.
Ҡарауыл тауы итәгендәге иркен яланда уҙғарылған ат сабышы ысын мәғәнәһендә рухлы, ҙур тамашаға әүерелде. Сабыш үтәсәк урынды алдан уҡ ҡарҙан таҙартып, юл эшләп ҡуйғандар. Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле бәйге ҡунаҡтарын хөрмәтләп ҡаршылағас, легендар атҡа бағышлап Илһам Байбулдин ижад иткән “Аласабыр” көйө аҫтында флагтар тотҡан һыбайлылар парады сәхнә эргәһенән башлап, сабыш яланын бер тапҡыр урап сығыуын күҙәтеү ҙә илаһи күренеш булды.
Был сараны алып барыусылар: район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәре Рәүилә Йәнтурина менән “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Эльвира Фәхретдинова “Аласабыр” атына бағышлап яҙылған:
Бай тарихлы халҡымдың
Данлы үткән юлы бар.
Ҡаҙаҡ халҡын таң ҡалдырған
Сабыш аты даны бар, - тигән шиғыр юлдары менән башлап ебәрҙеләр. Артабан бик күп конкурстар лауреаты, сәйетбабаларҙың ғорурлығы булған йырсылары Булат Йосопов башҡарыуындағы “Башҡортостан”, “Сәйетбабам” йырҙары көслө ауаз булып яңғыраны һәм тирә-яҡҡа таралып, бәйгеселәргә дәрт өҫтәне, барыһының кәйефен күтәрҙе.
Бәйге асыҡ тип иғлан ителеп, тантаналы өлөштә тәүге һүҙ ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафинға бирелеп, ул үҙ сығышында: “Бына, икенсе тапҡыр изге Сәйетбаба төйәгендә үҙебеҙҙең башҡорт атына бағышлап ярыш үткәрелә. Ауыл халҡы ла был бәйгене күтәреп алды, башҡа райондарҙан да килгәндәр. Уны бәлә-ҡазаһыҙ үткәрергә булһын. МХО тиҙерәк тамамланып, шулай матур итеп йәшәргә яҙһын”, - тип үҙ фатихаһын бирҙе.
- Хәйерле көн, Сәйетбаба ауыл биләмәһе халҡы, хөрмәтле ҡунаҡтар һәм бәйгелә ҡатнашыусылар! Һеҙҙе ошо ат сабышы сараһында район хакимиәте башлығы Венер Вахитов исеменән, район ауыл хужалығы бүлеге һәм шәхсән үҙемдең исемдән тәбрикләйем, - тип башлап ебәрҙе үҙенең сығышын “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” начальнигы Илдар Иҙрисов. - Йылҡы малы халҡыбыҙ өсөн борондан яҡын, ир-егеттең уң ҡанаты булған. Беҙҙең атай-бабайҙар шул аттарға атланып, тыуған илен, ерен һаҡлап күпме яуға сапҡан. Әлеге көндә беҙ ошо ерҙә иркенләп йәшәүебеҙ өсөн атай-бабайҙарыбыҙға ғына түгел, башҡорт аттарына ла бурыслыбыҙ. Халҡыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында ла Башҡорт атлы кавалерия дивизияһын ойоштороп, үҙҙәренең аттарында Берлинға тиклем барып етеп, башҡорт атын данлай. Ул шанлы йылдарҙа Башҡортостан фронтҡа 71 мең баш ат оҙата. Әлеге көндә лә МХО-ла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә яу яланына ярҙамға Башҡортостан аттар ебәрә. Башҡорт аты бөгөнгө көндә лә ир-егеттәребеҙ менән иңгә-иң терәшеп алғы һыҙыҡта илебеҙҙе һаҡлай. Хәҙерге заманда аттар йәшәү сығанағы түгел, әммә бик күп яҡташтарыбыҙ өсөн күңел йыуанысы. Халҡыбыҙ ҡанына һеңгән йәшәү рәүеше. Бөгөнгө көндә районда 3592 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Республика райондары араһында аттар һаны буйынса етенсе урында торабыҙ. Ә күрше райондар менән сағыштырғанда, беҙҙә йылҡы малдары ярайһы күберәк. Бөгөнгө ошо сараның икенсе йыл рәттән уҙғарылыуы милләттәштәребеҙ үҙ тамырҙарын онотмауы тураһында һөйләй. Ошо бәйгене ойоштороусыларға район хакимиәте исеменән ҙур рәхмәт. Бәйгелә ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем, - тине һәм ат сабышын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан район ветеринария станцияһын, Рөстәм Шаһиев, Эльвира Фәхретдинованы ра-йон хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов та бәйгеселәргә изге теләктәр теләп, ярыштың һәйбәт үтеүен юраны һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, милли йолаларҙы таратыуға, телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Рәүилә Лоҡманова, Рәсилә Ишморатова, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Рифат Баймөхәмәтовҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Сәйетбаба ауылының һәр яҡлап өлгөр, егәрле, ошо бәйгене ойоштороусы, бағыусы һәм үҙенең балаларын да ат йәнле итеп үҫтереүсе Рөстәм Шаһиевҡа һәм уның ҡәрҙәше Рауил Баһауетдиновҡа һүҙ бирелеп, улар ҙа был сабыштың һәйбәт үтеүен теләп, изге фатиха бирҙеләр.
Бына бәйгенең беренсе ярышсылары теҙелеп баҫты. Шундай ғорур ҡарашлы, ҡайһы берҙәре түҙемһеҙләнеп тояҡтары менән ерҙе сапсыусы, баш бирергә теләмәй ян-яҡҡа тартылыусы аттарҙы күреү үҙе бер тамаша булды. Старт бирелеү менән аттар уҡтай алға атылды. Был ярышта бәйгеселәр биш төркөмдә уҙышты. Бөтә ҡатнашыусыларҙың да яҡшы әҙерлекле, ветеринар белешмәләр менән килеүҙәре әйтелде.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, район ветеринария станцияһы начальнигы, бәйгенең баш судьяһы Фаил Зәйнетдинов ат сабышының комментаторы булып, уны йәнле, рухлы итеп алып барҙы. Тамашасыларҙы башта дөйөм башҡорт аты тарихы, артабан “Аласабыр” тарихы менән таныштырып үтте.
- Районда йылҡысылыҡты үҫтереүгә, малсылыҡтың табышлы төрҙәренең береһенә һәм агротуризм эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүленә. Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында - 182 баш, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында - 513, райондың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында 2610 баш ат иҫәпләнә. Бөгөнгө ярышта ветеринар яҡтан һау-сәләмәт, тейешле тикшереүҙәрҙе үткән, прививкалар яһалған 45 ат ҡатнаша. Хужалыҡтарҙа аттар һаны кәмемәһен, ә бөгөнгө кеүек ат сабышын киләсәктә лә уҙғарырға насип булһын ине, - тине бәйге араһында Фаил Һәҙиәт улы.
Бәйгене ике йәшкә тиклемге бөтә тоҡомло аттар асты. Финиш һыҙығын тәүге булып Рафаэль Шаһиев (Сәйетбаба ауылы), 2-се – Рифат Ҡаҙаҡҡолов (Ишембай), 3-сө булып Мансур Бикбаув үтте. Өс йәштән өлкән, урындағы йылҡы тоҡомо өсөн 2400 метрлыҡ дистанцияла (Сәйетбаба ауыл советы аттары өсөн ябыҡ формат) 1-се урында Алһыу Шаһиева, 2-се – Илгиз Сәйфуллин, 3-сө урында Уҫман ауылынан Эмиль Ямалетдинов булды. Юртаҡ тоҡомло өс йәшлек һәм унан өлкән аттар өсөн 2400 метрлыҡ дистанцияла 1-се булып Константин Сафронов (Ауырғазы), 2-се – Арина Әмирова (Әлшәй), 3-сө Руслан Гәрәйев (Әлшәй) килде. Дүртенсе төркөмдә иһә санаға егелгән эш аттарында уҙыштылар. Был аттар 2400 метр арауыҡты кемуҙарҙан сапты. Әғләм Баймырҙин үҙенең “Тайтан”ында - 1-се, 2-се урында “Серый Крепыш” ҡушаматлы атта Ринат Ҡаҙаҡҡолов, “Абдулла”һы менән Ауырғазынан Владимир Васильев 3-сө булды. Өс йәштән өлкән бөтә тоҡомло аттар өсөн сабышта (дистанцияһы 4800 метр) 1-се урын Денис Фёдоров (Ауырғазы), 2-се – Максим Гаврилов (Стәрлетамаҡ), 3-сө Ринат Ҡаҙаҡҡолов (Ишембай) булды.
Һуңынан призлы урындар алыусыларға тантаналы рәүештә Маҡтау грамоталары һәм кубоктар, бүләктәр тапшырылды. Бәйгелә ҡатнашҡан үҫмер егет һәм ҡыҙҙар айырым бүләк алып шатланды. Үҙенең “Ласточка”һында егеттәр менән бер рәттән бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итеп, беренсе булып килгән Сәйетбаба ҡыҙы Алһыу Шаһиеваға “афарин” тиергә генә ҡала. Шулай уҡ Әлшәй ҡыҙҙары - Ат спорты мәктәбендә шөғөлләнеүсе Арина Әмирова (22 йәш), Нурзилә Йәғәфәрова ла (15 йәш) маҡтауға лайыҡ. Уларҙы тренерҙары Екатерина Устивицкая менән етәкселәре Наил Ғәлиәкбәров алып килгән.
Эшҡыуар Әхмәт Аҫылбәков, Рөстәм Шаһиев (“Башҡорт”), Рауил Баһауетдинов (“Баһауетдинов”), Илфат Фәйзуллин (“Зифа”), Рифат Баймөхәмәтов, Рәйес Юлбарисов, Азат Ғарифуллин, Илгиз Кинйәбаев, Эльвира Фәхретдинова, Исмәғил Ишембәтов, Илнур Рәхмәтуллин, “Өфө Бәрәкәт” кафеһы, “Ғафури ҡәрҙәштәре” ойошмаһы бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән. Сарала ветеринар хеҙмәткәрҙәр Рәзил Нәзиров, Гөлнара Вахитова, Руслан Сиражетдинов, Фәнзил Собханғолов, Илдус Әбделмәнов, Салауат Кәримов, Әҙһәм Рәхмәтуллин, Иршат Кәримов бәйгенең уңышлы үтеүен күҙәтеп торҙо. Сәйетбаба ауыл биләмәһе старостаһы, бер үк ваҡытта ауыл советы ҡарамағындағы трактор водителе Миңнулла Фәттәхов былтырғы кеүек үк күнекмәләр юлын таҙартып, бесән дә биргән. Тәмле ризыҡтары менән бар халыҡты һыйлаған ауыл мөслимәләре, ағинәйҙәре төркөмөнә, “Бәрәкәт” кафеһына, айырыуса “Башҡорт”, “Баһауетдинов” шәхси хужалыҡтары етәкселегенә был бәйгелә ҡатнашҡандар рәхмәтле булып ҡалды.
Районда икенсе тапҡыр уҙғарылған ҡышҡы асыҡ ат сабышы киләсәктә лә уҙғарылып, халҡыбыҙҙың матур йолаһы, мираҫы да-уам итһен, донъялар тыныс булһын тигән теләктә таралышты бында килгән халыҡ. Бәйге барыһына ла шәп кәйеф, рух көсө бүләк итте. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау, уларға иғтибарҙы йүнәлтеү, йылҡысылыҡты артабан үҫтереү, уларҙың иртәгәһе булһын өсөн бөгөн тарихҡа бағып, йолаларҙы хәтергә төшөрөп уҙғарылған ат сабышы маҡсатына иреште. Уны ойоштороусыларға киләсәктә лә шулай рухлы йәшәргә яҙһын.

Сабыш атының даны бар...
Сабыш атының даны бар...
Сабыш атының даны бар...
Сабыш атының даны бар...
Сабыш атының даны бар...
Сабыш атының даны бар...
Сабыш атының даны бар...
Сабыш атының даны бар...
Сабыш атының даны бар...
Сабыш атының даны бар...
Сабыш атының даны бар...
Сабыш атының даны бар...
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас