Ерек ауылында йәшәүсе Гөлнара Зәйнетдинова тап шундай әсәйҙәрҙең береһе. Ул Ватан һағына ике улын оҙатып, көтөп алған. Әлеге мәлдә махсус хәрби операция барғанда Ҡораллы көстәр сафында Ватан алдындағы изге бурысын үтәүсе өсөнсө улының иҫән-һау хеҙмәт итеүен, ил-көнгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләп көндәрен үткәрә. Өҫтәүенә, тормош иптәше - балаларының атаһы Урал өсөнсө йыл МХО-ла йөрөй, ире һәм улы өсөн борсолоп, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәреүен әсәй кеше үҙе генә белә.
Өфө ҡалаһында үҫкән Гөлнара Лоҡман ҡыҙы тормош иптәше - Ерек ауылында тыуып үҫкән Урал Миңнулла улы менән дүрт ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдарының өлкәндәре 2001 йылда тыуған Айрат менән 2004 йылғы Азамат бала саҡтан көслө, тәүәккәл, сыҙам, спорт менән дуҫ (барыһы ла волейболсылар) булып буй еткерә. Шуға ла әрмелә хеҙмәт итеүе ауыр булмай егеттәргә. Айрат – Мәскәү өлкәһендә учебкала булғандан һуң, Белгородта, һуңынан Төньяҡ Осетия - Владикавказда артиллерист булып, Азамат (Майкопта учёбкала була) Ростовта танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәттәрен тултырып ҡайтҡандар. Хәҙер икеһе лә ғаиләле, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. Өлкәне – кәләше Ҡотлоғужа ауылы ҡыҙы Снежана менән Рамазан исемле улға атай-әсәй булғандар. Кесеһе Юлыҡ ауылынан Зөбәйҙә исемле ҡыҙға өйләнеп, ғаиләләренең артыуын көтәләр.
Салауаттары былтыр ноябрҙә Ҡораллы Көстәр сафына алынып, Амур өлкәһендә пограничник булып хеҙмәт итә. Улдарының дүртенсеһе, буласаҡ ил һаҡсыһы Айҙар, Бурлы мәктәбендә 9-сы класта уҡый, ул да ағайҙары кеүек волейбол уйнай, дәрестәрҙән һуң Яңы Ерек ауылынан дуҫы менән Красноусолдағы “Батыр” клубына йөрөп, ҡатнаш көрәш секцияһында шөғөлләнә. Балаларының бишенсеһе – иң кесеһе, бер бөртөк ҡыҙҙары Гөлназ 7-се класта белем ала. Биш бала әсәһе Гөлнара Зәйнетдинова 2014 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Ғаилә башлығы Урал Миңнулла улы Мәскәүгә йөрөп, вахта ысулы менән юл төҙөлөшөндә эшләп йөрөгән еренән 2023 йылдың авгусында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. 1994-1996 йылдарҙа хәрби бурысын Чечен Республикаһында “ҡыҙыу нөктәлә” үткәргән яугир булараҡ, илгә ҡурҡыныс янағанда үҙен яуҙа кәрәгерәк тип табып, шундай ҡарарға килгәндер. Ул Кременная йүнәлешендә артиллерист, танк полкында миномётсы булып һуғыш юлын үтә. Аяғы ҡаты яраланып, госпиталдән өйөнә ҡайтарылған һәм бер аҙ хәле һәйбәтләнеп, аяғына баҫҡас, ғинуар баштарында ҡабат үҙ часына юлланған. Батыр яугир Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.
Зәйнетдиновтар 2000 йылда өйләнешеп, тормош ҡороп йәшәүҙәренә дүрт йыл тигәндә үҙ көстәре менән йорт һалып сығалар. Күпләп мал-тыуар, ике һыйыр (өсәү булған), тиҫтәгә яҡын баш ат, ваҡ малдар аҫрайҙар, тауыҡтар, йәй көнө ҡаҙ-өйрәк алып үҫтерәләр. Хужабикә ауылда асылған “Пятёрочка” сауҙа үҙәгендә эшләй. Уландары - атай йортоноң ышаныслы ярҙамсылары, ҡаланан әленән-әле ҡайтып ярҙам итеп торалар, Айҙар иһә мәктәптән ҡайтҡас, мал-тыуар араһында, тыштағы хужалыҡ эштәре уның иңендә булһа, ә өйҙә Гөлназ – әсәһенең ҙур ярҙамсыһы.
Тап ошондай илебеҙ таянысы, ышанысы булған уландар тәрбиәләп үҫтереүсе һәм балаларына өлгө булған батыр һәм ҡыйыу йөрәкле атайҙары - ире менән ғорурланыусы әсә-ҡатын маҡтауға лайыҡ. Улдарына батырлыҡ өлгөһө, ауылдаштарының ғорурлығы булған Урал Зәйнетдиновҡа иҫән-имен Еңеү менән яҡындары янына әйләнеп ҡайтыуын, ә әрме сафындағы улдары Салауаттың лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!