

Оҫталыҡ дәресен проект командаһы менән “Өмөт нуры” инвалидтарға ярҙам фонды директоры Ләйсән Табулдина ойоштороп, Красноусол ауылы ағинәйҙәре, әсәйҙәр һәм балалар, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре бында теләп ҡатнашты.
Борон-борондан башҡорт халҡы биҙәү әйберҙәренә ныҡ иғтибар иткән. Һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында беләҙек, сулпы, ҡашмау, селтәр, һаҡал һәм башҡа биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһыныусылар артты. Районыбыҙҙа үткән төрлө милли байрамдарҙа ла халҡыбыҙҙың биҙәү әйберҙәрен таҡҡан гүзәл заттарҙы хәҙер йыш осратырға мөмкин. Улар халҡыбыҙҙың тарих төпкөлөнән килгән ижад емеше менән үҙҙәре генә ҡыҙыҡһынып ҡалмай, башҡаларға ла өйрәтә. Был сарала ла ағинәйҙәр түшелдерек эшләү технологияһын күрһәтте һәм башҡорт халҡының милли йолалары тураһында һөйләне.
Иң тәүҙә балалар баҡсаһы мөдире Алира Дәүләтбаева проект командаһының эше, “Звуколяндия” мәктәбе тураһында һөйләп, ошо йүнәлештә башҡарылып, үткәрелеп килгән саралар менән таныштырып үтте һәм оҫталыҡ дәресенә килеүселәргә рәхмәтен еткерҙе. Балалар ҙа шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырланы, “Һомай” бейеүен башҡарҙылар.
- Башҡорт ҡатын-ҡыҙ костюмының үҙәге булып төрлө биҙәүестәр менән биҙәлгән күлдәк тора. Ҡатындарҙың күлдәгенең төп элементы булып түшелдерек торған, уны һаҡал, селтәр ҙә тиҙәр. Түшелдеректәрҙең формалары төрлө ерҙә төрлөсә эшләнгән, оҙонса, ҡыҫҡа, өсмөйөш, түңәрәк булған. Уларҙы төрлө семәр, тәңкәләр менән биҙәгәндәр. Һуңғы йылдарҙа селтәр, ҡашмау, һаҡал һымаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен эшләү киң таралды. Ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәрҙе ғәҙәти булмаған художестволы зауыҡ, бай фантазия менән эшләй, ҡулланылған материалдарҙы тылсымлы көстәренә ышаныу нигеҙендә һайлай. Бына бөгөн ағинәйҙәр түшелдеректәр тураһында үҙҙәре һөйләп, нисек эшләү серҙәре менән дә таныштырырҙар”, - тине Ләйсән Табулдина был сараның асылын аңлатып.
Красноусол ағинәйҙәре етәксеһе Венера Йәнбирҙина түшелдеректәр тураһында һөйләп: “Күреп тораһығыҙ, ағинәйҙәр ҙә үҙҙәренә милли күлдәк-камзулдар тегеп кейҙе, ҡайһылары оҫталарҙан тектереп алдылар. Түшелдеректәр төрлөсә атала - селтәр, һаҡал, яға, муйынса, башкиҙеү, алмиҙеү, төйрәүес (ҡаптырма). Атамаларҙың һәр береһе айырым башҡорт төркөмдәрендә ҡулланылған, нағышында урындағы йолалар сағылыш тапҡан. Формаһы, мәрйен һәм көмөштәр нисбәте, туҡымаға һалынған тегелеше һәм төбәк үҙенсәлектәре менән айырылған. Алмиҙеү - ҡатын-ҡыҙ түш биҙәүестәре, аҫтан түңәрәкләнеп, йәки төҫтәге туҡыманан уҡа һәм тәңкә менән тегеп, сигеп яһалған, күлдәк өҫтөнән кейелә. Иҙеү - ҡатын-ҡыҙҙарҙың түшен биҙәү өсөн тәңкә баҫып, уҡа һалып тегелгән, күлдәк өҫтөнән кейә торған биҙәү әйбере. Хәситә - тәңкә тағылған йәки буй туҡымаға ваҡ аҡса, тәңкә, төймә, ҡабырсаҡ, аҫылмалы биҙәктәр теҙеп тегелгән, ҡатылыҡ өсөн эстән ҡатырға керетелгән биҙәү әйбере.
Һаҡал - ҡатын-ҡыҙҙың аҫтан түңәрәгерәк итеп, уртаһына шау тәңкә, ситенә мәрйен баҫып яһалған күкрәк биҙәүесе. Әмәйлек - өс рәт итеп теҙелгән шау көмөш тәңкәнән торған, күкрәккә ҡыйыҡса итеп кейелә торған биҙәү әйбере. Яға - ҡатын-ҡыҙ түшенә кейә торған тәңкә, мәрйендән биҙәнеү әйбере”, - тине һәм ағинәйҙәр балаларға йыр ҙа бүләк иттеләр.
Артабан ағинәйҙәр әсәйҙәр, балалар менән һаҡал (селтәр) эшләү серҙәре менән бүлеште, һәр береһенә тәфсирләп аңлатып, эшләп тә күрһәттеләр, һәр кем үҙе теләгәнсә биҙәүестәр менән биҙәне. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыу балаларға һәләттәрен асырға, телмәрен яҡшыртырға һәм үҙҙәрен иркен тоторға ярҙам итә. Бына ошондай балалар менән бергәләп үткәргән сараларҙа, аралашыуҙарҙа милли йолаларыбыҙға, кәсептәргә, туған телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләнә лә инде. Кисә иҫтәлеккә фотоға төшөү һәм бергәләп сәй эсеү менән тамамланды. Оҫталыҡ дәресе барыһына ла оҡшаны.