Ташлы ауылында тыуып-үҫеп, артабан ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнгән Айнур 2025 йылдың апрелендә Оборона министрлығы менән килешеү нигеҙендә махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Бөгөнгө көндә ул данлыҡлы 104-се гвардия десант полкы составында штурмлаусы булып хеҙмәт итеп, илебеҙ сиктәрен неофашистарҙан һаҡлай. Дәүләт наградаһы уға сираттағы ауылды дошмандарҙан азат итеү барышындағы батырлығы өсөн бирелгән.
Белеүебеҙсә, Айнур ҡурҡыу белмәҫ ил һаҡсыһы булыу өҫтөнә татыу, ишле ғаилә башлығы ла. Бөгөн ҡатыны Альбина, балалары Аделина, Айрат һәм 1 йәшлек кенә бәләкәй ҡыҙы Амелия уны һағынып, тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтә.
Айнур Радик улын наградаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм Еңеү менән иҫән-имен ғаиләһе, Красноусолда йәшәүсе әсәһе Зилә Ҡужиәхмәт ҡыҙы янына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.