Уның аңлатыуынса, операторлыҡҡа кандидат һайлап алыу пунктына иртән килеп теркәлеү үткәндән һуң шундуҡ хәрби-табиплыҡ комиссияһы белгестәренә ебәрелә. Ул анализдар биреп, тейешле медицина процедуралары үтеүгә, пункт хеҙмәткәрҙәре эске эштәр линияһы буйынса уның хөкөм ителеү-ителмәүе кеүек мәсьәләләрҙе асыҡлай. Һуңынан инде буласаҡ БПЛА операторы һөнәр буйынса һайлап алыу үтә.
- Әгәр барыһы ла яҡшы икән, уның менән контракт төҙөлөп, бойороҡ яҙыла һәм икенсе көнөнә инде ул хеҙмәт урынына ебәрелә, - тип аңлата Алмаз Абдрахманов. Ул шулай уҡ контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барыу өсөн башбат.рф. сайты аша, шулай уҡ “Башҡортостандың пилотһыҙ системалары ғәскәрендә хеҙмәт итеү” чат-боты аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Бөгөнгө көндә пилотһыҙ системалар операторҙарын һайлап алыу дауам итә. Төп өҫтөнлөк 18-35 йәшлектәргә бирелә, шул уҡ ваҡытта водитель, сапёр, ашнаҡсылар кеүек хәрби-иҫәп белгестәре сифатында 45 йәшкә тиклемге кандидаттарҙы ла ҡарайбыҙ. Яңы ғәскәргә операторҙар ғына түгел, юғарыла һанап үтелгән белгестәр ҙә кәрәк, - ти ул.
Фронтта дрондар төрлө хәрби бурыс үтәй – разведка, мониторинг, дошмандың техникаһын һәм тере көсөн ҡыйратыу. Шунлыҡтан уҡытыу процесында дроноводтарҙың ниндәй йүнәлешле һөнәр алыуы ла полигонда билдәләнә.
- Бөгөнгө контрактсылар - нигеҙҙә үҙҙәренә ныҡлы ышанған, техника менән мауыҡҡан, ваҡ моторикалары ныҡлы үҫешкән, ПК-ны төплө белгән, физик йәһәттән әҙерлекле һәм грамоталы 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәр. Өҫтәүенә хөкөм ителмәгәндәр, - тип кандидаттарҙы һүрәтләй лейтенант.
Шул уҡ ваҡытта барыһы ла һынау үтә алмай. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар. Шулай уҡ яраланыу сәбәпле демобилизацияланған МХО ветерандары ҡаралмаясаҡ. Был инде хәрби комиссариатҡа бәйле түгел, Рәсәй Оборона министрлығының рәсми документында тап шундай талап ҡуйылған.
Республиканың хәрби комиссариаты аңлатыу-аңғартыу эшен дә алып бара. Алмаз Абдрахманов әйтеүенсә, инструкторҙар уҡыу йорттарында булып, студенттар менән пилотһыҙ системалар ғәскәрендә эшләүҙең өҫтөнлөктәре тураһында әңгәмәләр ойоштора.
М.Мәмәтҡолова әҙерләне.