Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март , 10:00

Тормоштары - мөбәрәк, донъялары - түңәрәк

Районыбыҙҙың ҡайһы ғына ауылын алһаң да, өлгөлө һәм уңған, күмәк балалы, матур йәшәйештәре менән айырылып торған ғаиләләре бар. Шулар араһынан татыулыҡта йәшәп, балаларын үҙ өлгөләрендә, эшһөйәр, тәүфиҡлы, маҡсатҡа ынтылыусан, тәрбиәле итеп үҫтергәндәре һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Яугилде ауылында йәшәүсе ишле балалы, егәрле Гөлнара менән Рәзил Нәзировтар - шундай ғаиләләрҙең береһе.

Тормоштары - мөбәрәк,  донъялары - түңәрәк
Тормоштары - мөбәрәк, донъялары - түңәрәк

Нәзировтар бәхет эҙләп ситкә сығып китмәгән, бәхеттәрен үҙҙәренең йәнтөйәктәрендә тапҡандар һәм тап ошонда төпләнеп йәшәргә ҡарар иткәндәр. Йөҙимән ауылы ҡыҙы Гөлнара менән Яугилде ауылы егете Рәзилдең ғаилә усағын тоҡандырып йәшәүҙәренә - 21 йыл. Улар мөхәббәт емештәре – биш балаға (дүрт ул һәм бер ҡыҙ) ғүмер биргәндәр.
Нурлы йортта өс быуын татыулыҡта ғүмер итә. Гөлнараның әсәһе Сәлимә Дәүләтша ҡыҙы мәрхүмә булғас, яңғыҙлыҡты ауыр кисергән атаһы - Әлтәф Асфат улын үҙҙәрендә йәшәргә күсереп алып ҡайтҡандар. Ул бар ғүмерен Салауат исемендәге колхозда механизатор һөнәренә арнап, хаҡлы ялға туҡтаған. Гөлнараның мәрхүмә апаһының ҡыҙы Гөлсәсәк тә бында һыйыныу тапҡан. Ғаиләләре ишле булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙы үҙ ҡанаттары аҫтына тәрбиәгә алырға йөрьәт иткән оло йөрәкле, мәрхәмәтле Нәзировтар. Гөлнара менән Рәзил үҙҙәре лә күмәк – ете балалы ғаиләләрҙә үҫкәнгәлер ҙә, туғандар улар өсөн бик тә яҡын һәм ҡәҙерле. Ә ғаилә башлығының инәһе – 83 йәшлек Нәҡиә Фәйзулла ҡыҙы Яугилделә улы Альберт менән йәшәй.
Нәзировтарҙың йорттары ауылдың иң күркәмдәренең береһе. Ихатанан уҡ башланған тәртип, бөхтәлек ҙур, иркен йорт ишеген асып ингәс тә өлгөр ҙә, бөтмөр ҙә кешеләр йәшәүе хаҡында һөйләй. Һине ҡунаҡ көткәндәй, күркәм донъя, яғымлы ҡарашлы ҡунаҡсыл хужалар ҡаршы ала.
Ғаилә башлығы Рәзил Рәсүл улы Яугилде ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, 1994-97 йылдарҙа Наумовка совхоз-техникумында ветеринар фельдшер һөнәрен үҙләштерә. Артабан әрме хеҙмәтенә алынып, 1997-99 йылдарҙа диңгеҙ сиктәре һағы ғәскәрҙәрендә пограничник булып хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, колхозда эшләй. Йәш саҡ – дәртле саҡ, тигәндәй, ауылда клуб булмағанлыҡтан, егет дуҫтары менән күрше Йөҙимән ауылына клубҡа йөрөй. Тап ошонда Рәзил Гөлнара һылыуҙы осратып, бер күреүҙә уны оҡшата һәм оҙата бара. Ҡыҙға ла егет оҡшай. 2005 йылда гөрләп туй үтә һәм йәштәр ауылда төпләнергә ҡарар итеп, Яугилделә Рәзилдең атай-әсәйҙәре менән бергә йәшәй башлай. Алдағыһын уйлап эш иткән булдыҡлы егет өйләнгәнсе үк тыуған ауылында өй һала башлаған, ул нигеҙҙә әҙер була, туйҙан һуң улар бергәләп ҡалған эшен тамамлап, үҙ аллы донъя көтә башлайҙар. Хәҙер инде йорттарын төкәтмәләп ҙурайтҡандар (10х14 м). Ҙур һәм иркен йортта йәшәү өсөн ҡалалағыса уңайлы шарттар булдырылған (һыу, канализация, бәҙрәф, душ кабинаһы), иркен бүлмәләр, кәрәкле көнкүреш техникаһы – һәммәһе бар. Ата-әсә өсөн балаларҙан да ҡәҙерлерәк бер ни булмауы билдәле, уларҙың үҫешеүе, белем алыуы өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Әлеге ваҡытта балаларының өлкәндәре – Вадим Өфө нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында, Алмаз - Ишембай нефть колледжында, Азат Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класында уҡый, ағайҙары ла был белем йортон тамамлаған, ә кеселәре - Ризуан менән Розалия Яугилде һәм Бурлы мәктәптәрендә 4-се һәм 2-се кластарҙа белем алалар. Улдары спорт йәнлеләр, волейболды, көрәште үҙ иткәндәр, еңеүҙәр яулайҙар, был хаҡта кубоктар, стенала эленгән күп төрлө миҙалдар һөйләй. Ғаилә ағзаһына әйләнгән Гөлсәсәк тә Бурлы мәктәбенә йөрөп, 9-сы класта уҡый. Биш бала әсәһе Гөлнара Нәзирова 2020 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Армиянан һуң, 2000 йылдан колхоз ветеринары булып эшләгән Р. Нәзиров 2006 йылда ветстанцияға эшкә күскән. Үҙенең һөнәре буйынса ситтән тороп Аграр университет тамамлаған. Гөлнара Әлтәф ҡыҙы иһә Стәрлетамаҡ ҡалаһында училищела делопроизводитель-секретарь һөнәренә эйә булған, әле мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй.
2024 йылда Яугилде ветеринария участкаһы республика буйынса ветеринар учреждениелар араһында үткәрелгән зона конкурсында еңеүсе булып танылып, уларға ҙур бүләк - “Лада-Гранта” автомобиле тапшырылды. Бындай еңеү, әлбиттә, эшмәкәрлектең бөтә йүнәлештәре бу-йынса юғары күрһәткестәр менән яулана. Ә 2025 йылдың июленән уларҙы Ҡарағай ветучасткаһы менән берләштерәләр һәм эш күләме арта. Хәҙер Рәзил Рәсүл улы Ҡарағай-Яугилде ветеринар участкаһы мөдире йөгөн тарта. Өс ауыл биләмәһендәге (Бурлы, Имәндәш һәм Сәйетбаба) 20-нән ашыу ауылды хеҙмәтләндереү улар иңендә.
Нәзировтар хужалығында ҡура һәм ялан кәртә тулы мал: ике баш һыйыр, 15-ләп баш йылҡы малы, тиҫтәнән ашыу һарыҡтар, тауыҡтарҙың иҫәбе-һаны юҡ, бер нисә баш малдары һимертеүҙә тора, йәйгеһен ҡаҙ, өйрәк алып һимертәләр. Малдарын иткә әйләндереп һатып, ғаилә бюджетын тулыландыра бөтмөр хужалар. Хужабикә һауылған һөттән ҡаймаҡ айырта, эремсек, ҡорот әҙерләй, йылҡы итенән ҡаҙылыҡ етештерәләр.
Бындай ишле малға аҙыҡты ла мул әҙерләргә кәрәк. Быны нисек башҡарыуҙары менән ҡыҙыҡһыныуға ғаилә башлығы:
- Беҙҙең үҙебеҙҙең бесән әҙерләү техникаһы юҡ. Был эштә кәрәкле ҡорамалдары булған кешеләргә мөрәжәғәт итәбеҙ. Улар бесәнде саба ла, преслай ҙа, килтереп тә бирә. Ауылда элек-электән үҙ-ара ярҙамлашып йәшәгәндәр, был йола хәҙер ҙә бар. Бергәләп байрамдар ҙа үткәрәбеҙ, ауылдың намыҫын да яҡлайбыҙ. Беҙҙә спортсы һәм һәләтле ғаиләләр күп. Мин үҙем дә волейбол уйнаным, саңғыла йөрөргә яраттым. Был спорт төрҙәре улдарым өсөн дә яратҡан шөғөлгә әйләнде. Беҙ уларҙы мәжбүр итмәнек, улар теләктәре менән секцияға йөрөнөләр һәм күңел һалып шөғөлләнәләр. Ҡаланан ялға ҡайтҡан уландар хужалыҡтағы эштәргә тотона. Шулай уҡ үҙҙәре белеп, ҡушыуҙы көтмәйенсә. Балаларҙа үҙаллылыҡ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү оҫталығын тәрбиәләргә кәрәк. Үҙебеҙ ҙә өлгө булырға, абруйлы булырға тейешбеҙ. Шулай уҡ бер-береңде ҡәҙерләргә һәм ихтирам итергә кәрәк. Һәм, әлбиттә, яратырға. Балалар бының барыһын да күрә һәм үҙҙәренә һеңдерә, – Нәзировтар бына шундай ябай тәрбиә алымдары менән бүлеште. Ауылда ла, ялҡауланмаһаң, яҡшы йәшәргә мөмкин тип билдәләнеләр.
Бар яҡтан да килгән башҡорт рухлы Нәзировтар ғаиләһен Яугилделә генә түгел, районда һәм республикала ла беләләр, улар “Айыҡ ауыл” республика конкурсының үҙ ауылдарында үткәрелгән ғаилә командалары ярышында еңеүсе булып билдәлелек яулаһа, Наумовкала ветеринар хеҙмәткәрҙәр араһындағы республика конкурсында ҡатнашып, иң яҡшы булып таныла.
Ысынлап та, һәр ғаиләнең бәхете, бәрәкәте лә – татыулыҡта, бер-береңде аңлап, ихтирам күрһәтеп, тормоштан кинәнес табып йәшәүҙә, инсафлы, тәүфиҡлы, рухлы балалар үҫтереүҙә. Ә Нәзировтар быға өлгәшә алған. Артабан да һәр кемгә өлгө булып, ғаилә дилбегәһен ҡыйыу, бер төптән тартығыҙ, тик уңыштар юлдаш булһын.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас