Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март , 13:10

Республика юлдарында йәнә сикләүҙәр индерелде

Тыйыу пассажирҙар һәм йөк транспортына ҡағыла.

Республика юлдарында йәнә сикләүҙәр индерелде
Республика юлдарында йәнә сикләүҙәр индерелде

Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле бөгөн иртәнге 10 тула 15 минутта Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлында (Благовещен районында Николаевканан Яңауылға тиклем) пассажирҙар һәм йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде. Иртәнге 10-дан Архангел һәм Белорет райондарында Өфө – Инйәр – Белорет, Дүртөйлө һәм Краснокама райондарында Дүртөйлө – Нефтекама юлдарында сикләүҙәр ғәмәлдә. Был хаҡта республиканың Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

«Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙан маршруттарҙы алдан билдәләүҙәрен һәм юл билдәләренең бөтә талаптарын үтәүҙәрен һорайбыҙ. Һауа шарттары яҡшырғансы юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ», – тип иҫкәрттеләр Башҡортостанда республиканың дәүләт автоинспекцияһында.

Башинформ.

Республика юлдарында йәнә сикләүҙәр индерелде

Республика юлдарында йәнә сикләүҙәр индерелде
Республика юлдарында йәнә сикләүҙәр индерелде
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас