Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март , 17:35

Йәш белгестәр техниканы тиҙ үҙләштерә

Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, махсус хәрби операция ветераны, райондың МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Илья Макаров пилотһыҙ системаларҙың әһәмиәте тураһында һөйләй.

Йәш белгестәр техниканы тиҙ үҙләштерә
Йәш белгестәр техниканы тиҙ үҙләштерә

Рәсәй Ҡораллы көстәрендә пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен булдырыу хәҙерге хәрби хәрәкәттәр мәлендә бик актуаль һәм кәрәк ине, - ти Илья Макаров алғы һыҙыҡта БПЛА-ның мөһим роль уйнауы хаҡында бәйән итеп. МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙең   70 проценты самаһы БПЛА-ларҙы файҙаланыуға ҡайтып ҡала,  тип аңлата ул.   2022 йылдарҙа әле яугирҙарға коптер һәм дрондарҙы үҙаллы өйрәнергә тура килә торғайны. Башҡортостан яугирҙары яңы хәрби техниканы  ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙләштерҙе һәм бөгөн  дошмандың терәк пункттарын, техникаһын,  тере көстәрен юҡ итеү буйынса һөҙөмтәле эшләйҙәр.

- Ә инде  яңы төр ғәскәр булдырылыу хәрби потенциалды бермә-бер яҡшыртасаҡ. Һауаны контролдә тотоусы тотош фронттағы хәлде  контролдә  тота. Был корректировка ғына түгел, разведка һәм ротацияға ныҡлы ҡамасау ҙа. Шуға ла Юғары баш командующийҙың яңы төр ғәскәр булдырыу тураһындағы  Указға ҡул ҡуйыуы  ҙур плюс булды, - ти  МХО ветераны.

- Бөгөн БПЛА операторҙары хәрби бәрелештәрҙән ситтә эшләй. Дрондарҙың осош һәм һуғышсан сифаттары  күпкә  яҡшы булғанлыҡтан хәҙер дроноводтар алыҫыраҡ, хәүефһеҙ урынға урынлаштырыла. Элегерәк, беҙ эшләгән саҡта  алыҫлыҡ 4-5 км самаһы ғына ине, хәҙер – 15 км-ға тиклем. “Рубикон” тарафынан эшләнгән  дрон хатта 70 км алыҫлыҡҡа тиклем оса ала. Йәғни һин алғы һыҙыҡтан 70 км. ситтә булып та Ватаныңа ҙур файҙа килтерәһең,- ти  аңлата ул.

Илья Макаров 2022 йылда, Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны составында хеҙмәт иткән осорҙа  хеҙмәттәше менән ҡыҙыҡһынып, һуғыш алып барыуҙың яңы технологияларын өйрәнә. Һуңынан инде   махсус әҙерлек үтәләр. Тап шул ваҡытта Башҡортостандан  дрондар килә башлай. Хәҙер инде Башҡортостанда әҙерлек үткән БПЛА операторҙары  хәрби хәрәкәттәр “театры”нда иң яҡшы белгестәр,-  ти ул.

Бөгөнгө көндө республикала  пилотһыҙ системалар ғәскәренә  контрактниктар  йыйыу бара.  Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты начальнигы Сергей Родинко белдереүенсә,  бында йәштәргә өҫтөнлөк бирелә.

-Башҡортостанда яугирҙарҙы һайлауға бик етди  ҡарайҙар. Шуға ла яугирҙар  юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Дөрөҫөн әйткәндә,  беҙҙең яугирҙар һәр яҡлап та иң яҡшылар, ә БПЛА  буйынса айырыуса. Был йәһәттән улар дошманды күптән уҙып китте. Дрондар менән эш итеүҙә йыш ҡына стандарт булмаған  ысулдар ҡулланалар. Дөйөм алғанда ла,  йәштәргә ҡарайһың – һәләтле, ышаныслы Ватан һаҡсылары үҫә, - ти ғорурлыҡ менән МХО ветераны Илья Макаров.

 

Врезка: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:

Башкортостан  пилотһыҙ авиация  һәм радиоэлектрон көрәш буйынса компетенциялар  үҙәктәренең береһенә әүерелде. Төбәктәрҙе “дронлаштырыу” рейтингында  тәүге өсәү иҫәбендәбеҙ. Беҙҙең уникаль предприятиелар Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып пилотһыҙ аппараттар өсөн электр двигателдәре етештерә башланы.МХО зонаһына һуңғы ике йылда бөтәһе 10 меңдән  ашыу дрон оҙатылған. Ағымдағы йылда  20-нән ашыу компания-резидентты  берләштереү маҡсатында төбәк Фәнни- етештереү үҙәге асып, пилотһыҙ осҡостар һәм уларҙың компоненттарын етештереүҙе арттырырға  планлаштырабыҙ.1 апрелдән пилотһыҙ осоу аппараттарын ғәскәрҙәргә оҙатыу күләмен 50 процентҡа арттырырға ҡушам.  

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әҙерләне. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүсе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр   пилотһыҙ системалар ғәскәренә 122 телефоны буйынса шылтыратып яҙыла ала. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы илдең хәрби ведомствоһының Берҙәм белешмә хеҙмәте һандарына - 117, 122 йәки (347) 218-19-19 телефон һандары буйынса,  Ғафури районында йәшәүселәр иһә Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Красноусол хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пунктына +7 (34740) 2-14-57, +7 965 652-40-92 телефон һандары буйынса йәки Күп функциялы үҙәктең офисына (Красноусол ауылы, Октярь урамы, 2А) мөрәжәғәт итә ала.

Йәш белгестәр техниканы тиҙ үҙләштерә
Йәш белгестәр техниканы тиҙ үҙләштерә
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас