Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март , 18:05

Ветеринарҙар – берҙәмлектә ижад итеүсе берҙәм ғаилә

5 мартта Өфөлә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге  һәм  Башҡортостанда иғлан ителгән  Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә “Ветеринарҙар –  берҙәмлектә ижад итеүсе берҙәм ғаилә” тип аталған республика конкурстың  финалы үтте. Сараны Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты ойошторҙо.

Ветеринарҙар –  берҙәмлектә ижад итеүсе берҙәм ғаилә
Ветеринарҙар – берҙәмлектә ижад итеүсе берҙәм ғаилә

Конкурстың төп маҡсаты - милли кейемдәрҙең, художество номерҙарының, уйындарҙың һәм йолаларҙың үҙенсәлеген һәм төрлөлөгөн күрһәтеү юлы менән Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫын үҫтереү һәм популярлаштырыу, сәнғәт һәм йолалар аша илһөйәрлекте һәм рухи бәйләнештәрҙе нығытыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ветеринар хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре араһында ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу.

Әсәйҙәр, атай-әсәйҙәр, балалар, өләсәйҙәр, олатайҙар ярышта төп ҡатнашыусылар булып торҙо, унда бер ғаилә ағзаһы булһа ла Башҡортостандың дәүләт ветеринария хеҙмәтендә мотлаҡ эшләүсе ине. Конкурстың зона этаптарында беренсе һәм икенсе урындар яулаған финалсыларҙың бөтәһе ун ғаиләһе сәхнәгә сыҡты. Баймаҡ, Баҡалы, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Мәсетле, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы һәм Өфө райондарынан ғаиләләр сығыш яһаны.

Конкурс финалсылары сағыу милли кейемдәрҙә сығыш яһаны, конкурстарҙа үҙҙәренең үҙенсәлеген һәм һәләттәрен күрһәтте:

- "Визит карточкаһы" - һәр команданың ижади тамашалары,

 - Музыкаль-бейеү программаһы менән концерт сығыштары,

- Тыуған яҡтың традицион халыҡ уйындары һәм йолалары менән таныштырыу.

Шулай уҡ командалар үҙ халҡының һәм Башҡортостан Республикаһының тарихын һәм бай мәҙәни мираҫын тәрән белеүҙәрен күрһәтте, ә капитандар конкурсында ҡатнашыусылар ветеринария өлкәһендә профессионализмын һәм тәрән белемен иҫбатланы.

Ижади конкурста өс иң яҡшы ғаилә еңеүсе булды. Өсөнсө урынды Бөрйән районының «Ғаиләм - ҡәлғәм» ветеринария станцияһы командаһы (Аҫылғужиндар ғаиләһе) яуланы. Икенсе урынды Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы ветеринария станцияһының «Берҙәмлек» командаһы (Баязитовтар ғаиләһе) яуланы. Беренсе урынға Ғафури районының «Бәхетле ғаилә» Ғафури ветеринария станцияһы командаһы (Кәримовтар ғаиләһе) лайыҡ булды.

Конкурс еңеүселәре Дипломдар, ҡалған ҡатнашыусылар – Рәхмәт хаттары, шулай уҡ сараны ойоштороусыларҙан һәм партнерҙарҙан иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.

Ветеринарҙар –  берҙәмлектә ижад итеүсе берҙәм ғаилә
Ветеринарҙар –  берҙәмлектә ижад итеүсе берҙәм ғаилә
Ветеринарҙар –  берҙәмлектә ижад итеүсе берҙәм ғаилә
Ветеринарҙар –  берҙәмлектә ижад итеүсе берҙәм ғаилә
Ветеринарҙар – берҙәмлектә ижад итеүсе берҙәм ғаилә
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас