+23 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
6 Марта , 07:14

Батырлыҡ һәм намыҫтың ысын өлгөһө һеҙ!

Республикала Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнде. 20 февралдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән Ватан һаҡсылары байрамына арналған тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙен илгә һәм тыуған республикаға хеҙмәт итеүгә арнаған яҡташтарыбыҙға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Батырлыҡ һәм намыҫтың  ысын өлгөһө һеҙ!Батырлыҡ һәм намыҫтың  ысын өлгөһө һеҙ!
Батырлыҡ һәм намыҫтың ысын өлгөһө һеҙ!

- Ошо залда ултырған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, ветерандарҙы, уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, табиптарҙы, аграрийҙарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, эшселәрҙе, инженерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы һәм башҡа һөнәр эйәләрен ихлас сәләмләйем. Беҙгә ауыр һәм мөһим осорҙа йәшәргә тура килә.
Беҙ яугирҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Улар хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Беҙ һәр ваҡыт махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ышаныслы терәк булырбыҙ, - тине, барыһын да байрам менән тәбрикләп, Радий Хәбиров.
23 февраль – байрам көнөндә Башҡортостан Башлығы шулай уҡ баш ҡаланың Еңеү паркында уҙған тантаналы сарала ҡатнашты. Республиканың күп милләтле халҡы исеменән төбәк етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арналған һәйкәлдәге Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.
Районыбыҙҙа ла Ватанды һаҡлаусылар көнө киң билдәләнде. Красноусолдағы Геройҙар Аллеяһына сәскәләр һалынды, Район мәҙәниәт һарайында байрам концерты булды. Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов сарала ҡатнашыусыларҙы батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, хәрби дан һәм тыуған илдең азатлығын яҡлаған быуын-быуын патриоттарҙың фиҙаҡәрлеген данлау байрамы менән тәбрикләне. Венер Фәнир улы район китапханаһының уҡыу залында яҡташтарыбыҙ - махсус хәрби операция яугирҙары менән осрашып, сәй табыны артында йәнле аралашыу булды.
- Минең өсөн бындай ҡыйыу, көслө, һынмаҫ рухлы кешеләр менән осрашыу ҙур мәртәбә. Һеҙҙең, ҡәҙерле яҡлаусыларыбыҙ, хәрби хеҙмәтегеҙ өсөн түбәнселек менән баш эйәм. Һеҙ - барыбыҙ өсөн дә батырлыҡ һәм намыҫтың ысын өлгөһө, - тине Венер Фәнир улы.
Ватанды һаҡлаусылар көнө сиктәрендә төрлө спорт саралары ла үтте.
21 февралдә Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының спорт залында “Мәргән уҡсы” бәйгеһе үтте. Ярыштарҙа 7-14 йәштәге балалар һәм үҫмерҙәр үҙ-ара мәргәнлектә көс һынашты. Турнирҙа Красноусолдан, Аҡкүл, Юлыҡ, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Ҡаранйылға ауылдары мәргәндәре ҡатнашты. Сара район мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эльвира Сабирова һәм КБГИ директоры Гөлсөм Монасиповаларҙың сәләмләүе, изге теләктәре менән асылды. Тап ошо көндө Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнеп, турнирҙа ҡатнашыусылар барыһы бергә “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙы.
Ярыштар өс йәш төркөмөндә үтте. Уҡсыларҙың мәргәнлеген судьялар Илһам Байбулдин, Айрат Сәйфуллин, Кәрим Кәримов, Илшат Хәбибуллин баһаланы.
Йәш уҡсылар бар этаптарҙы үтеп бөткәс, махсус приз өсөн мәргәнлеген һынаны – 15 метр алыҫлыҡта элеп ҡуйылған алмаға уҡ атып тейҙерергә тейештәр ине. Был бәйгелә Дим Рәхимов менән Арина Ямғурова иң мәргәндәре тип табылды.
7-9 йәшлек малай-ҡыҙҙар араһындағы ярыш Марсель Кальсин менән Айлина Хәбибуллинаның еңеүе менән тамамланды. Эмир Йәрмиев менән Зарина Баһауетдинова – 2-се, Баязит Ғәлимов менән София Юлмөхәмәтова 3-сө урындар яуланы (барыһы ла Красноусолдан).
10-13 йәшлектәрҙән: Асҡар Ғатауллин (Сәйетбаба) менән Дилә Абдуллина (Ҡауарҙы) – 1-се, Рәнис Ғәлин (Ҡауарҙы) менән Самира Ноғайғолова (Красноусол) – 2-се, Әмирхан Кәримов (Юлыҡ) менән Настасья Карпунина (Аҡкүл) 3-сө урындарға лайыҡ булды.
14-17 йәшлектәрҙән: Дим Рәхимов менән Арина Ямғурова (икеһе лә Красноусолдан) – 1-се, Алмаз Фәтҡолов (Красноусол) менән Гөлнәзирә Кәримова (Юлыҡ) – 2-се, Ислам Вәлиев (Ҡаранйылға) менән Ильвина Фәйзуллина (Красноусол) 3-сө урындарҙы яуланы.
Турнирҙы ойоштороусылар уны уҙғарыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар: Гүзәл Йәрмөхәмәтоваға (“Бренд Этномаг”), Марат Юнысовҡа (“Трофей” магазины), Рәмзил Солтанморатовҡа (“Музашоп” магазины), шулай уҡ район хакимиәтенә, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһына, мәҙәниәт бүлегенә һәм Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр.
22 февралдә Красноусолдағы “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт көрәше - грэпплинг буйынса республика турниры үтте. Ярыштар махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Ҡурғашлы ауылынан яҡташыбыҙ, кесе сержант Айнур Йәнешевтың яҡты иҫтәлегенә бағышланды.
Турнирҙы БР Спорт көрәше федерацияһы һәм район хакимиәте ойошторҙо. Сараны тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина, БР Спорт көрәше федерацияһы рәйесе Арсен Зиннәтуллин, “Батыр” клубы етәксеһе Флорид Ғибаҙуллин, һәләк булған геройҙың туғандары, дуҫтары һәм яҡындары һәм башҡалар ҡатнашты.
Бәйге 5 йәштән 20 йәшкә тиклемге йәш һәм өлкән спортсыларҙы берләштерҙе. Келәмдә Һамар, Өфө, Салауат, Мәләүез, Ишембай, Туймазы, Бөрө ҡалаларынан, шулай уҡ республиканың Ҡыйғы, Өфө, Миәкә һәм беҙҙең райондан 29 команда осрашты.
Дөйөм команда иҫәбе буйынса “TETAN TEAM” 1-се урын яуланы, “TEAM KHABIB” – 2-се, “ISLAM TEAM” – 3-сө урында.
Ярыштар йомғаҡтары буйынса еңеүселәр һәм призёрҙар миҙалдар, кубоктар һәм грамоталар менән бүләкләнде.
Имәндәш мәктәбендә лә үҙенсәлекле сара – волейбол турниры үтте. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашып, яу яланында һәләк булған Имәндәш ауылы Геройҙары иҫтәлегенә арналды. Сараның төп ойоштороусыһы һәм бағыусыһы булып МХО - хәрби хәрәкәттәр ветераны Айрат Әғләнур улы Йәғәфәров сығыш яһаны.
- Уға, шулай уҡ меценаттарға: Р.М.Рәшитовҡа, Ғ.Ғ.Хисмәтовҡа, М.К.Урманшинға, Р.Р.Мәхмүтовҡа, С.Ғ.Түзбәковҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, һеҙҙең ярҙамһыҙ бер ни ҙә булмаҫ ине! Һәм, әлбиттә, күңелле мөхит тыуҙырған ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙға һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт, - тигән изге теләктәрен еткерҙеләр.
Рәсми өлөштән һуң, командалар өсөн көсөргәнешле бәйге башланып, ярыштар Юлыҡ ауылы волейболсылары еңеүе менән тамамланды. Имәндәштәр – 2-се, Ҡарағай ауылы командаһы 3-сө урын яуланы.

Батырлыҡ һәм намыҫтың  ысын өлгөһө һеҙ!
Батырлыҡ һәм намыҫтың  ысын өлгөһө һеҙ!
Батырлыҡ һәм намыҫтың  ысын өлгөһө һеҙ!
Батырлыҡ һәм намыҫтың ысын өлгөһө һеҙ!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас