+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
6 Март , 07:17

Беҙҙең гранттар иң яҡшылар иҫәбендә

26 февралдә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды, республиканың Йәмәғәт палатаһы аппараты, “Мәрхәмәт” хәйриә фонды Бөтә донъя коммерцияға ҡарамаған ойошмалар көнө сиктәрендә НКО көнө үткәрҙе. Был мәртәбәле сарала 2025 йылда Башҡортостан Башлығы грантына конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы тип табылған (“ТОП-20”) проекттар билдәләнде. Шуныһы ҡыуаныслы, районыбыҙҙан коммерцияға ҡарамаған өс ойошманың проекты “иң яҡшылар” исемлегендә.

Беҙҙең гранттар иң яҡшылар иҫәбендәБеҙҙең гранттар иң яҡшылар иҫәбендә
Беҙҙең гранттар иң яҡшылар иҫәбендә

Уларҙың береһе - “Рябинушка” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының балаларҙа бәләкәйҙән илһөйәрлек тәрбиәләүҙе һәм халҡыбыҙҙың героик үткәне тураһында хәтерҙе һаҡлауҙы төп маҡсат итеп ҡуйған “Мәктәпкәсә йәштәге балалар Бөйөк Еңеүҙе хөрмәтләй” проекты (етәксеһе Е.В.Алексеенко). Был проект сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, Красноусолда кескәйҙәрҙең Еңеү парады үтте. Тулҡынландырғыс һәм һоҡланғыс парадта район үҙәгенең “Миләшкәй”, “Әкиәт”, “Тирәккәй” һәм “Тирмәкәй” балалар баҡсаларынан һуғыш йылдарындағы төрлө ғәскәрҙәрҙең хәрби формаһындағы 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты.
Имәндәш ауыл биләмәһе үҫешенә булышлыҡ итеүсе “Еҙем” фондының “Тартылыу урыны – спорт һәм ғаилә” проекты ла (етәксеһе Имәндәш мәктәбе директоры Ә.Ф.Мәхмүтова) иң яҡшы проекттар иҫәбендә. Был проект сиктәрендә үткән йыл башында Имәндәш дөйөм белем биреү мәктәбе биләмәһендә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм төнгөлөккә яҡтыртылған спорт майҙансығы асылды. Проектта ауылда йәшәгән балалар өсөн төрлө урам спорты төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсат итеп ҡуйылғайны. Проект үҙен аҡланы, спорт майҙансығы балаларҙы ғына түгел, ауыл йәштәрен, хатта ололарҙы ла үҙенә әйҙәп, саҡырып тора.
“Ғафури районы үҫешенә булышлыҡ итеү” хәйриә фондының “Ярҙам йәнәшәлә. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге” проекты ла (етәксеһе – “Ватанды яҡлаусылар” фондының район филиалы координаторы Р.Х.Хисаметдинова) еңеүселәр араһында. Үҙәктең төп маҡсаты - МХО ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә социаль-көнкүреш, юридик һәм психологик йәһәттән ярҙам күрһәтеү, хәстәрлек күреү, уларҙы бергә туплап, төрлө спорт һәм мәҙәни ял саралары ойоштороу. Проект командаһы үҙ маҡсатына иреште, бөгөн “Ярҙам йәнәшәлә” үҙәге МХО ветерандары, һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, яҡындары өсөн ысын мәғәнәһендә бергә йыйылып, үҙ-ара аралашыу, кәңәшләшеү, төрлө һорауҙарға яуап алыу урынына әйләнде.
- Бөгөнгө көндә районда коммерцияға ҡарамаған 48 ойошма эшләй. 2025 йылда 18 проект конкурста еңеүгә өлгәшеп, 19,3 млн һумлыҡ грант аҡсаһы алды. Был инде районда социаль проектлау буйынса эштең юғары кимәлдә ойошторолоуы тураһында һөйләй. Хеҙмәтегеҙ, тормошобоҙҙо яҡшыраҡ итергә тырышыуығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең проекттар артабан да яҡлау табып, һөҙөмтәләр дәртләндереп торһон, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Венер Вахитов коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы байрамдары уңайынан ҡотлап.
Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә республика кимәлендә иң яҡшы тип билдәләнгән проекттар етәкселәрен еңеүҙәре һәм 8 март - Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
- Республикала файҙалы һәм социаль йәһәттән әһәмиәтле инициативаларға ярҙам итеү өсөн үҙебеҙҙең гранттар фонды ла бар. Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған ойошмалар Президент гранттары фонды конкурстарында ла әүҙем ҡатнаша һәм Башҡортостан конкурска заявкалар һаны һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуға алынған федераль ярҙам күләме йәһәтенән дә лидерҙар иҫәбендә.

Беҙҙең гранттар иң яҡшылар иҫәбендә
Беҙҙең гранттар иң яҡшылар иҫәбендә
Беҙҙең гранттар иң яҡшылар иҫәбендә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас