Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре машиналар ағымы көслө булған Ленин урамында руль артында ҡатын-ҡыҙ булған һәр машинаны туҡтатты. Кемдер шундуҡ ҡаушап, “Нимә булды, ҡағиҙә боҙманым, шикелле,”- тип аптырап ҡалһа, икенселәре туҡтау менән документтарын барлай башланы. Ә инде ЮХХДИ инспекторҙары гүзәл заттарҙы 8 март менән ҡотлап, иң яҡшы теләктәр менән ләлә сәскәләре бүләк иткәс, йөҙҙәре асылып китте.
-Руль артына ултырыуыма 6 йыл самаһы инде. Инспекторҙарҙан беренсе тапҡыр сәскә алыуым. Ҡағиҙә боҙған өсөн штраф квитанцияһы, йә булмаһа “бәхет хаты” на ҡарағанда сәскә алыу бигерәк күңелле,- ти Алһыу.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы испекторҙары ҡулынан сәскә алыусылар ифрат шатланып, байрам кәйефтәре бермә-бер күтәрелде, Һәр береһе инспекторҙарға ихлас итеп рәхмәт әйтте.
Мәрхәбә Собханғолова.