

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең аҙна башында үткәрелгән оператив кәңәшмәһендә яҙғы осорҙа төбәк юлдарын соҡорҙарҙан ремонтлауға әҙерлек мәсьәләһен дә күтәрҙе. БР Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итеүенсә, 2025 йылда, юл инфраструктураһын контролдә тотоу һәм планлаштырыуҙың автоматлаштырылған системаһы (СКПДИ) мәғлүмәттәре буйынса, республика юлдарында 113 450 етешһеҙлек бөтөрөлгән. Был система юлда асыҡланған һәр зыяндың күләмен билдәләп, уларҙы бөтөрөү ваҡытын контролдә тоторға мөмкинлек бирә.
Ағымдағы йылда был эш дауам ителәсәк. Төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа асыҡланған етешһеҙлектәрҙе теркәү ғинуарҙан башланған һәм был эш 1 майға тиклем барасаҡ. Ә етешһеҙлектәр 1 июнгә бөтөрөлөргә тейеш.
Урындағы әһәмиәткә эйә юлдарға килгәндә, муниципалитеттар был етешһеҙлектәрҙе 15 майға тиклем һанлаштырырға һәм 15 июнгә тиклем бөтөрөргә тейеш.
Әлеге ваҡытта юл япмаһында авариялар хәүефе булған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү өсөн “Башкиравтодор” компанияһы һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештереп, запас туплай. Республиканың юл-ремонт төҙөлөш идаралыҡтарына 2 200 тоннанан ашыу һалҡын асфальт бүленгән.
Апрелдән эҫе асфальт-бетон ҡатнашмаһын сығарыусы 25 асфальт-бетон заводтары (АБЗ) эш башларға тейеш.
Әлегә кәрәкле материалдар туплана – эҫе асфальт етештереү өсөн 5 мең тоннаға яҡын битум һәм 200 мең тонна ҡырсынташ әҙерләнгән.
Радий Хәбиров республика башлығы хакимиәтенең Контроль идаралығына СКПДИ-ның һөҙөмтәлелеген һәм, дөйөм алғанда, соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса эштәрҙе ойоштороуҙы даими тикшерергә ҡушты. Республика етәксеһе айырыуса Туймазының көнсығыш өлөшөндәге юлдың торошона иғтибар йүнәлтте. Водителдәрҙә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырған капиталь ремонтты тиҙләтергә ҡушты. Был объект быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Был тәңгәлдә районда ла эш планы төҙөлөп, тейешле саралар күрелә, әҙерлек эштәре бара. Юл хужалығы эшселәре юлдың асфальт-бетон ҡатламын боҙҙан таҙарта. Ә инде көндәр йылытып, юлдар тулыһынса ҡарҙан әрселеү менән етешһеҙлектәрҙе һанлаштырыу һәм уларҙы бөтөрөү сараһы күреләсәк, - ти район юлсылары.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әҙерләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
Юлдарҙа барлыҡҡа килгән соҡорҙар – автомобилдәр һәм ундағы кешеләр өсөн ныҡ хәүефле. Йылыта башлағас та, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә кәрәк.
Фуат Кейекбаев, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм коммуналь-торлаҡ хужалығы буйынса урынбаҫары:
- Дөйөм алғанда, урындағы әһәмиәттәге юлдар торошо һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау йәһәтенән даими эш алып барыла. Әлбиттә, ремонт талап ителгән юлдарҙы бер юлы ремонтлап булмай, эш, беренсе сиратта, финанс мәсьәләһенә бәйле.
2026 йылда ла тотош районда, шулай уҡ Красноусолда юлдарҙы ремонтлау, соҡорҙарҙы ямау эштәре дауам итәсәк. Район үҙәгендә был эште Красноусол коммуналь хужалығы алып барасаҡ. Ниндәй һәм нисә урам юлдары тәртипкә килтерелерен әлегә әйтеүе ауыр, юғарыла билдәләп үтеүемсә, барыһы ла финансҡа, район юл фондының нисек тулыланыуына бәйле буласаҡ.