Алда ҙур эштәр тора, әммә беҙ әҙер! Грант аҡсаһына Ҡурғашлы ауылы клубын заманса аппаратура менән йыһазландырасаҡбыҙ. Был нимәне аңлата?
Яңы аппаратура: тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары, музыка ҡоралдары – барыһы ла иң юғары кимәлдә буласаҡ.
Костюмдар: сәхнә өсөн матур, сағыу костюмдар тектерелде, был беҙҙең сығыштарҙы тағы ла йәмлерәк итәсәк.
Ноутбук һәм принтер: клуб эшен ойоштороу, документтар әҙерләү һәм ижади идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле техника алынды.
Проектор һәм экран: иң ҡыуаныслыһы – беҙҙең клубта проектор һәм ҙур экран барлыҡҡа киләсәк! Тимәк, беҙ кино ҡарай, презентациялар үткәрә, төрлө сараларҙы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итә аласаҡбыҙ.
Былар барыһы ла ауыл клубының эшен яңы кимәлгә күтәрәсәк, уны тағы ла йәнле, заманса итәсәк һәм йәштәр өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә ҡыҙыҡлы булған мәҙәни урынға әйләндерәсәк.
Проектты эшләүҙә Ташбүкән ауыл клубының баш художество етәксеһе Роза апай Кәримованың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ булды. Уның тәжрибәһе, кәңәштәре һәм рухландырыуы булмаһа, беҙ был уңышҡа өлгәшә алмаҫ инек. Шулай уҡ беҙҙең кураторыбыҙ, район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге белгесе Альбина Фәнүр ҡыҙы Мөхәмәтйәноваға ла ҙур рәхмәт. Уның ярҙамы һәм кәңәштәре бик урынлы булды. Ошо проектты әҙерләүҙә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ.
Был еңеү – барыбыҙҙың да уртаҡ хеҙмәте емеше. Алда беҙҙе бик күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы эштәр көтә. Ҡурғашлы ауылы клубына рәхим итегеҙ, яңы офоҡтарҙы бергәләп асайыҡ!
Беҙҙең маҡсат – Ҡурғашлы ауылының мәҙәни тормошон яңы кимәлгә күтәреү, һәр кешенең үҙен ауыл өсөн әүҙем һәм файҙалы итеп тойоуын тәьмин итеү. Мәҙәниәт – ул беҙҙең тарихыбыҙҙы, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау һәм киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн иң көслө ҡорал. Беҙҙең әлеге уңыш – беҙҙең өсөн яңы башланғыс, яңы маҡсаттар ҡуйыу өсөн этәргес.
Алдағы көндәрҙә проектты тормошҡа ашырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, ауылдаштарҙы ла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Гөлназ СУФИЯНОВА,
Ҡурғашлы ауыл клубының художество етәксеһе.