Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Март , 10:30

Ептәр менән игелектән туҡылған мөғжизә

Ватан (Родина) ауылында районда бик күптән танылған оҫта Валентина Яковлевна Веретюк йәшәй. Уның ижады менән райондың күп кенә кешеләре һәм ҡунаҡтар таныш. Ул тегә, бәйләй, сигә, шулай уҡ уйынсыҡтар-иҫтәлекле бүләктәр яһай. Күбеһенсә ҡул аҫтындағы материалдан, күп сығымдарһыҙ, әммә ҙур теләк һәм сикһеҙ фантазия менән ижад итә.

Ептәр менән игелектән туҡылған мөғжизә
Ептәр менән игелектән туҡылған мөғжизә

Тап ошондай тойғолар менән балалар ҙа Валентина Яковлевнаның ауыл клубында ойошторған “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә шөғөлләнергә киләләр. Ул түңәрәкте күптән, мәҙәни усаҡтың элекке художество етәксеһе Гөлнара Рәхимова саҡырыуы буйынса уның менән бергә ойошторған. Һәм шунан бирле үҙенең белгәнен урындағы балаларға өйрәтә.
Уның ижадҡа һөйөүе өләсәһе (уҡытыусы, һуңынан мәктәп директоры) етәкселегендә бала саҡтан башланған. Башта ҡыҙсыҡ сәскәләр һәм биҙәктәр бәйләгән, һуңынан һарыҡ йөнөн ҡуллана башлағандар – уны йыуғандар, унан еп иләгәндәр һәм станокта балаҫ-келәмдәр туҡығандар (һуҡҡандар). Аҙаҡ, үҙе кейәүгә сығыр алдынан бирнә әҙерләгәндә, ул ептәрҙән ҡулъяулыҡтар, таҫтамалдар, өҫтәл япмалары, түшәктәр туҡыған – барыһы ла төрлө биҙәктәр менән, ҡунаҡтарға бүләк итеү өсөн.
–Биш йәштәр тирәһендә, – тип көлөп яуаплай Валентина Яковлевна, ҡул эштәре менән ҡасан шөғөлләнә башлауы тураһындағы һорауға. – Ул саҡта йолаһы шундай ине: кейәүгә сығырға тейешле һәр ҡыҙға тегергә, бәйләргә, туҡырға, үрергә, сигергә өйрәнергә кәрәк булған. Туйҙа күрһәтергә һәм бүләк итергә, шулай уҡ кейәү йортона алып барырға ла әйберҙәр булһын өсөн.
Валентина Яковлевна сығышы менән Украинанан, ғаиләләре Днестрҙың һул ярында йәшәгән. Уң яҡта, Молдавияла, уның буласаҡ тормош иптәше Михаил йәшәгән. Улар 1972 йылда өйләнешкән, баш балалары - ҡыҙҙары Татьяна тыуған. Ә 1980 йылда комсомол путёвкаһы буйынса ғаилә Ноябрьск ҡалаһына күсеп киткән, бында уларҙың икенсе ҡыҙҙары Карина һәм улдары Сергей донъяға килгән.
Ире, Михаил Викторович, “Ноябрьскнефтегазпром”ға эшкә урынлашҡан һәм тиҙҙән беренсе партия ойошмаһының секретары булған. Бөгөн ул “Почётлы нефтсе” исемен йөрөтә. Валентина Яковлевна ғүмерен медицинаға арнаған, әммә ғүмере буйы ҡул эштәрен ташламаған: Нефтселәр һарайында “Оҫта ҡулдар” түңәрәген алып барған, йәш артистар өсөн сәхнә костюмдары теккән һәм уларҙы ла быға өйрәткән. 2005 йылда ғаилә Днестр яғына ҡайтырға ҡарар итә, ләкин унда тәртипһеҙлек хөкөм һөрә, шунан кейәүҙәре үҙенең тыуған яғына – Башҡортостандың Ғафури районына күсергә тәҡдим итә. Шулай хәл ителә.
– Беҙ ул саҡта ниндәйҙер айырым “бәхет утрауына” эләккәндәй булдыҡ, – тип хәтерләй Валентина Яковлевна. – “Родина”ла ысынлап та бөтә нәмә бар ине: газ, асфальт, һыу. Ул саҡта бында колбаса ла етештерәләр, балыҡ менән ҡош итен ыҫлайҙар ине, он да тартылды, май ҙа һығылды, һөт тә пакетланды, макарон изделиелары ла етештерелде, икмәк тә бешерҙеләр… Ә иң мөһиме – бындағы кешеләр асыҡ, йомарт, ярҙамсыл. Шулай яйлап урынлаштыҡ, мал-тыуар аҫраныҡ, баҡса-емеш баҡсаһы ултырттыҡ, дуҫтар таптыҡ. Быларһыҙ булмай, - ти ул.
Бөгөн уның түңәрәге – иҫке әйберҙәргә икенсе һулыш бирелгән урын. Балалар һәм өлкәндәр ҡулланылмай башлаған кейемдәрҙе, юрғандарҙы, кәрәкмәгән пластик шешәләрҙе алып киләләр. Хәҙер оҫта айырыуса көтә… ҡурсаҡтар эшләү өсөн колготкиҙар кәрәк. Валентина Яковлевна милли кейемдәр һәм уларҙың элементтарын етештереү менән дә шөғөлләнә. Ул “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары өсөн башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдеректәрен һәм күлдәк-камзулдарын тегеп биргән.
Оҫтабикә бер генә лә буш ултырмай. Түңәрәктән тыш, ул хорҙа йырлай, сәхнәлә сығыш яһай. Ә хәҙер Ватан ауылы пенсионерҙары менән бергә ирекмәнлек эшендә ҡатнаша – һаҡселтәрҙәр үрергә йөрөй. Уның ауыл клубындағы кабинетының ишеге бер ҡасан да тиерлек ябылмай.
Валентина Яковлевнаның бөтә башланғыстарында ла тормош иптәше Михаил Викторович терәк булып тора. Ул шулай уҡ өй эштәрендә лә ярҙамсыһы, шәхси водителе лә.
– Ирем бик ҡайғыртыусан, иғтибарлы, – ти Валентина Яковлевна. – Мәҫәлән, миңә тиҙ генә туҡыма йәки еп кәрәк булһа – машинаға ултырып, Стәрлетамаҡҡа юлға сығабыҙ. Шөғөлөмә күп ваҡыт сарыф итеүем өсөн бер ваҡытта ла битәрләгәне юҡ. Ижадһыҙ үҙемде күҙ алдына килтерә алмағанымды аңлағандыр, моғайын.
2023 йылда үткән “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендәге мәҙәни сарала Башҡортостандың сигелгән картаһын күрһәтәләр. Унан илһамланған оҫта оҙаҡҡа һуҙмай эшкә тотона һәм хәҙер районыбыҙҙың да сигеп эшләнгән үҙ картаһы бар. Ул ҡәҙимге географик һүрәтләнеш түгел, ә Валентина Веретюктың төҫлө ептәр һәм йәшәгән төбәгенә оло һөйөү менән сигелгән художестволы ижад емеше. Был үҙенсәлекле, шул ваҡытта еңелдән булмаған ижади эште Валентина Яковлевна 1,5 йыл һуҙымында башҡара. Карталағы һәр биҙәктә тотош районыбыҙҙың тәбиғәт ҡомартҡылары, йолалары һәм мәҙәниәте сағылыш тапҡан.
Шулай итеп, Ватан ауылында оҫтабикә Валентина Веретюк йәшәй, уның ҡулдары бар нәмәләрҙән дә мөғжизә тыуҙыра, ә йөрәге эргә-тирәләгеләргә эскерһеҙ йылылыҡ өләшә. Уларға тормош иптәше менән бергә һаулыҡ, илһам һәм балаларының, туғыҙ ейәненең һәм бер бүләсәренең мөхәббәтенә тулы бәхетле тормош теләйек.

Ептәр менән игелектән туҡылған мөғжизә
Ептәр менән игелектән туҡылған мөғжизә
Ептәр менән игелектән туҡылған мөғжизә
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас