Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Март , 10:00

Хәрби ҡатыны булыу - яуаплылыҡ

Ирҙәрен махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатып, үҙҙәре донъя арбаһын төптән егелеп тартҡан, ауырлыҡтарынан бигерәк, уларҙан хәбәр көтөп тилмергән яугир ҡатындары ла бар арабыҙҙа. Красноусолдан ил именлеген һаҡлап, МХО биләмәһенә юлланған хәрби ҡатыны Гөлдәр Әбелғужина тураһында һүҙебеҙ.

Хәрби ҡатыны булыу - яуаплылыҡ
Хәрби ҡатыны булыу - яуаплылыҡ

Тормош иптәше Эмиль Әбелғужин махсус хәрби операция биләмәһенә 2023 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, юллана. 810-сы айырым гвардия диңгеҙ пехотаһы бригадаһы подразделениеһы составында һуғыш юлы үтә ул. Курск йүнәлешендә батырлыҡтар күрһәткән Эмиль Әхәт улы дәүләт наградаларына – Батырлыҡ орденына, Жуков миҙалына, шулай уҡ "Хәрби ҡаһарманлығы өсөн" ведомство миҙалына тәҡдим ителгән. Бер нисә тапҡыр иптәштәрен ҡотҡарған һәм "Яралыларҙы ҡотҡарған өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Күптән түгел ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткән.
Әбелғужиндар өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Балаларының өлкәндәре – улдары Йәлил менән ҡыҙҙары Элина Өфөлә, тәүгеһе - Башҡорт дәүләт Аграр университетта, икенсеһе – Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетында, ә иң кеселәре Эльвина Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә уҡый.
Яугир ҡатыны булыу еңел түгел, бик яуаплы. Район мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөгән Гөлдәр Рафиҡ ҡыҙы хәҙер үҙ эшенән тыш, хәрби ҡатыны тигән ауыр йөктө лә тарта. Ире илебеҙ именлеген һаҡлағанда, ул ғаилә усағын һаҡлай. Иренән хәбәр булмаған көндәрҙә, айҙарҙа нисек борсолғанын, күпме йәш түккәнен һүҙ менән аңлатыу мөмкин түгел.
Шулай уҡ барыһынан элек тоғро һәм лайыҡлы көтә белеү, иреңә терәк булыу, ышаныслы тыл булыуы мөһим. Эмиль әйтмешләй, уның менән бергә ҡатыны ла хәрбиҙең ҡатыны булырға контрактҡа ҡул ҡуйған. Хеҙмәтенең өсөнсө йылында ҡатынында бер ниндәй ҙә тәртип боҙоу юҡ, тип шаяртыуы тылының ышаныслы булыуына ишара.
Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, иҫән-имен, Еңеү менән балалары, ҡатыны янына әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Хәрби ҡатыны булыу - яуаплылыҡ
Хәрби ҡатыны булыу - яуаплылыҡ
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас