Красноусолда йәшәүсе ике улдың (Ирек, Салауат) ата-әсәһе Нәзирә менән Илдус Юлъяҡшиндарҙың кесе улдары махсус хәрби операцияла. Улдары Салауат бәләкәйҙән хәрби осоусы булырға хыяллана. Красноусолдағы 2-се урта мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт авиация-техник университетына уҡырға инеп, борт-инженер һөнәренә эйә булып, хыялын тормошҡа ашыра. Уҡыуын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Свердловск өлкәһенә эшкә ебәрелеп, Каменск-Уральск ҡалаһында “МИ-8” вертолётында борт-инженер булып хеҙмәт итә башлай. 2022 йылдың ғинуарында Эльвина исемле һылыуға өйләнә. Күп тә үтмәй, илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителә һәм март айында вертолётсы махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелә. Үҙе яуҙа саҡта Диана исемле ҡыҙы тыуып, атай булыу бәхетен кисерә.
29 йәшлек Салауат Илдус улы былтыр капитан дәрәжәһенә эйә була. РФ Оборона министрлығы осоусыларға ниндәй бурыс ҡуя, улар – шунда. Тыуған илебеҙ күге һағында уяу тора ул. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн”, “Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә.
- Беҙ улыбыҙ менән ғорурланабыҙ, унда ҡыйыулыҡ, намыҫ, ныҡлыҡ сифаттарын күрәбеҙ. Иҫән-имен йөрөһөн, һау-сәләмәт булһын, - ти Нәзирә Мәхмүт ҡыҙы.