Иң тәүҙә бында “Ышаныслы тыл” ойошмаһы, Табын ауылының ирекмән ҡатын-ҡыҙҙары йылылыҡ тотоусы накидкалар - антидрон юрғандар текһә, хәҙер инде махсус хәрби операциялағыларҙың яҡындары, туғандары ла, башҡа теләүселәр ҙә ҡушылып, һәр башланғысҡа үҙ өлөшөн индерә.
Беҙ барғанда ла бында эш ҡайнап тора ине. Тегеү машиналары артында Эльвира Бәхтийәрова, Хәмдиә Сәғирова, Руфина Фәйзуллина бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар киҫеп әҙерләгән материалдарҙы бергә ҡушып, дронға ҡаршы юрғандар тегә ине. Тағы ла бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар күрше бүлмәлә тегелгән әйберҙәр менән бергә халыҡтан йыйылған төрлө әйберҙәрҙе ҡаптарға тултыралар. Ф.Яҡупов исемендәге һуғышсан хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Илфат Закиров, А.П.Мигунов исемендәге район ДОСААФ бүлексәһе рәйесе, “Десант 37” эҙәрмәндәр отряды командиры Василий Калачигов та бында ниндәйҙер эш менән мәшғүл ине.
- Бында һәр кем ярҙам итергә тип килеп, үҙенең ҡулынан килгән эште башҡара. Шунһыҙ булмай, кәрәкле үлсәм буйынса киҫеп тороусы ла, тегеүсе лә, теккәндәрҙе матурлап бөкләп, урынлаштырып тороусы ла кәрәк. Ошондай эшкә тағы ла ҡушылырға теләүселәр булһа, беҙ бик шат булыр инек, - ти Марина Виноградова.
Был барлыҡ эштәр ир-егеттәребеҙ Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын өсөн ысын күңелдән башҡарыла. Ошондай кисектергеһеҙ эштәргә ҡушылып берҙәмлек күрһәткән был ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланмай булмай. Изге эштәрегеҙ үҙегеҙгә лә тик игелектәр менән генә әйләнеп ҡайтһын.