Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март , 09:25

Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...

14 февралдә “Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...” тип исемләнгән халыҡ күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған, дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Яугилде ауылының абруйлы, хөрмәтле уҡытыусы-ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, әүҙем йәмәғәтсе, талантлы шағирә, шиғырҙар китабы авторы, сәсәниә Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы Миниязованың Хәтер кисәһе үтте.

Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...

Хәтер кисәһе иҫән сағында Яугилде мәктәбендәге тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырып, бай экспонаттар туплап, яңылары менән тулыландырып эшләгән Лилиә Миниязоваға арнап булдырылған мөйөштө асыуҙан башланды. Музей ишеген асып инеү менән барыһын да Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙының фотоһүрәте йылмайып ҡаршы алды, гүйә, ихлас сәләмләй кеүек. Мөйөш Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙының иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында уйланып, урыны музейҙа булырға тейешлеген билдәләгән Нияз Сәлимов тәҡдиме менән булдырылған. Нияз Булатбай улы һәм башҡалар хәтирәләре менән уртаҡлашты. Музей эше клуб мөдире Алһыу Мөхәмәтҡоловаға тапшырылды.
Артабан сарала ҡатнашыусылар кисә уҙған мәктәптең спорт залына үтте. Бында Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙының китаптары, бихисап Маҡтау грамоталары, Дипломдар, Рәхмәт хаттары, ҡул эштәре, үҙенең оҫта ҡулдары менән тегеп кейгән сағыу башҡорт милли костюмдарынан торған күргәҙмәләр урын алған. Сараны бар яҡтан да килеү өҫтөнә моңло йырсы ла булған Л.Миниязова башҡарыуында видео аша яңғыраған “Йәшлегем” йыры асты.
Хәтер кисәһен алып барыусы Гөлшат Собханғолова:
- Лилиә апайҙың арабыҙҙан китеүенә дүрт ай булып та китте. Атылған йондоҙ кеүек, ҡапыл ғына яҡты донъяны ҡалдырып китте. Бөгөн беҙҙең ошолай бергәләп йыйылыуыбыҙҙың сәбәбе лә – уның тормош юлын, эшләгән эштәрен иҫкә алыу, шиғырҙары менән сафланыу. Ошо көндәрҙә уға 66 йәш тулыр ине. Ләкин тормош шундай аяуһыҙ бит, рәхимһеҙ үлем уны беҙҙең аранан ваҡытһыҙ тартып алды, - тине һәм Әхмәт Сөләймәновтың шиғыр юлдарын уҡып ишеттерҙе:
Туған телдең һәр өн-ижегенең,
Һәр һүҙенең белде ҡәҙерен,
Тик үҙенсә ынйы итеп теҙҙе
Һайлап тормай юлдың әҙерен.
Шыңшығанда күптәр шыңшыманы,
Белгән өсөн ҡатын-ҡыҙ ғәмен.
Ғүмер буйы йырлап, һис ҡанманы
Тыуған төйәгенең бар йәмен.
Аҡырып илаһаҡ та, ҡайтмаҫ кире
Асмандарға ашмаҫ бит йәнең.
Иҫтән сығарһа ла башҡа тараф,
Оноталмаҫ һине Яугилдең.
Лилиә Миниязова 1960 йылдың 6 ғинуарында Имәнлек ауылында тыуған. Уҡытыусы һөнәрен алып, хеҙмәт юлын Яугилде һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башлай. Ауылдың иң шәп егете Валерий менән яратышып, ҡауышалар. Уны ике йыл буйы әрме сафынан көтөп ала. Бергә йәшәгән бәхетле мәлдәре тураһында тормош иптәше Валерий Йәғәфәр улы һөйләп үтте.
Тиҙ генә уҙып киткән ғүмер юлын, уның йәшәйешен барлағанда арабыҙҙан ҡапыл ғына китеп барған Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға килгән ауылдаштары, коллегалары, ҡәләмдәштәре, яҡындары, туғандары - барыһы ла уға рәхмәтле.
Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлағас, математика уҡытыусыһы, күп йылдар уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Бергә эшләгән коллегалары Зәлфирә Әһлиуллина, Нәсимә Мөхәмәтҡолова, Айгөл менән Рауил Солтанморатовтар, Рима Кәримова, Илдар Хәкимов һәм башҡалар хәтер йомғағын һүтте.
“Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзаһы, сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина Лилиә Миниязова менән берлектә әҫәрҙәр ижад итеп, төрлө республика конкурстарында, сәсәндәр бәйгеләрендә, йыйындарҙа ҡатнашыуҙары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. 27 сентябрҙә Баймаҡ районында үткән сәсәндәр бәйгеһендә 1-се урын яулауы һәм шунда хәле насарланып китеүе тураһында бәйән итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1 октябрь – Ололар байрамында вафаты тураһында хәбәрен ишеттек, бик тырыш, талантлы сәсәниәбеҙҙе юғалтыу бөтөн республикабыҙ өсөн юғалтыу булды, тине. Уға арнап яҙылған шиғырын һәм бәйетен уҡып ишеттерҙе.
Л.Миниязова яҡшы дуҫ та, серҙәш тә, кәңәшсе лә, ихлас күрше лә була. Дуҫтары, класташтары, курсташтары менән бәйләнеште өҙмәй, әленән-әле осрашып, күрешеп, хәл белешеп торалар. Педагогия училищеһында бергә уҡыған курсташтары видеобәйләнеш аша иҫтәлектәрен барланы, кисәне ойоштороп уҙғарыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, Лилиәбеҙ беҙҙең күңелдәрҙә яҡты йондоҙ булып ҡаласаҡ, тигән изге теләктә ҡалдылар.
Математика уҡытыусыһы булһа ла, ижади кеше ине. Күңеле түрендә бөрөләнгән уй-фекерҙәрен шиғыр аша асып бирергә тырыша. Тәүҙә “үҙем өсөн” тип яҙа башлаһа, һуңынан шиғырҙары “Табын”, “Йәшлек” гәзиттәрендә баҫылды, 2020 йылда “Илһам килгәндә” тигән тәүге шиғырҙар китабын әҙерләп сығарыуға өлгәшә. Яҙған һайын ҡәләме лә шымара барып, күп тә үтмәй, “Байымаһын әле ҡояшым” тигән икенсе китабы донъя күрҙе. Оҫта ойоштороусы ла, төрлө кимәлдә үткән сараларҙың сценарийҙарын яҙыусы ла, алып барыусы ла, моңло тауышлы йырсы ла булды. “Табын” район гәзите ҡарамағында эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһен етәкләне. Хаҡлы ялға туҡтағас, тынғыһыҙ Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы мәктәптәге музей эшен йәнләндереп ебәрә, ауылдың старостаһы булып та ауылдаштарын бик күп эштәргә әйҙәй, “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үткәрелгән һәр эштең ойоштороусыһы ла ул була, ауыл уның ҙур эше һөҙөмтәһендә был конкурста республика кимәленә сыға, ауылым, туған телем, мәктәбем тип янып йәшәй. Бер нисә йыл ауыл клубында ла эшләргә өлгөрә, “Ағинәйҙәр” ойошмаһын туплай, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан торған “Ләйсән” ансамбле һәр сараның биҙәге була, балалар менән төрлө фольклор байрамдарын үткәрә, милли йолаларҙы сәхнәләштерәләр, башҡорт милли кейемен дә үҙе тегеп кейә, ҡашмау, түшелдереген дә оҫта ҡулдары менән эшләй, селтәрен дә бәйләй, таҫтамалдар сигә, ҡорамалар ҙа ҡорай.
Артабан һүҙ Хәтер кисәһен ойоштороусы Нияз Сәлимовҡа бирелде.
- Бөгөн моңһоу сара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ауылыбыҙҙың алтынға торошло килене бик иртә беҙҙең аранан китте. Белорет педучилищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса беҙҙең мәктәпкә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килә һәм ауылды үҙ итеп, ғүмерлек йәрен ошонда табып, ауылдың дан егете Валерий менән ғаилә ҡороп, һәр йәһәттән өлгө булып йәшәнеләр. Ғөмүмән, үҙенең бөтә булмышы менән беҙҙең ауылға бирелде, ауылдың данын районға, бөтә Башҡортостанға, сит тарафтарға таратты. Фиҙаҡәрлеге таң ҡалырлыҡ, бар өлкәләрҙә лә өлгөр булды, уның ҡулынан килмәгән эш булманы. 2023 йылдың 20 июленән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең етәксеһе булып эш башлап, һуңғы көнөнәсә ошо бурысты намыҫ менән атҡарҙы, бик күп саралар үткәрҙе, йөҙөп йөрөп эшләне. Беҙ уға мең рәхмәтлебеҙ. Яҙыусы булараҡ, ул үҙенең мәңгелек әҫәрҙәрен халҡына бүләк итте. Лилиә Миниязованың һуңғы сығышы – аҡҡош йыры - Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында 27 сентябрҙә яңғырай. Сәсәндәр араһында үткәрелгән мәртәбәле бәйгелә Көнбикә сәсәниә был юлы ла һынатмай, 1-се урынды яулай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ижадының сәскә атҡан мәлендә генә, уйламағанда-көтмәгәндә, беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте. Ятҡан урыны тыныс, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын, - тине Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы тураһындағы матур хәтирәләрен бәйән итеп, Нияз Булатбай улы. Һәм Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө уңайынан китапханаға һәм “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенә китаптар бүләк итте.
“Табын” гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева, Гөлшат Вәлиева етәкселегендә “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзалары Рима Рафиҡова, Рәмзиә Монасипова, Фәниә Фәйзуллина (мәрхүмәгә арнап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр), Миңзилә Рәхимова, Рәүфилә Ибраһимова Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙын матур хәтирәләр менән рәхмәтле булып иҫкә алдылар.
Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы тура һүҙле, ғәҙел, киң күңелле, алсаҡ, итәғәтле, йомшаҡ һүҙле, нәзәкәтле, иғтибарлы, туған йәнле, бар яҡтан да килгән, уңған кеше булды. Тормош иптәше Валерий Йәғәфәр улы менән өс бала: Фидалиә, Ғәлиә, Фиданды тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғандар, бер ейәнсәр, ике ейәнгә олатай-өләсәй булғандар.
Туғандары исеменән Рәсилә Ишморатова һәм башҡа яҡындары сығыш яһап, сараны ойоштороп уҙғарыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Рәзилә Зәйнетдинова ла хәтирәләрен барланы. Себер тарафтарында йәшәүсе ҡыҙы Фидалиә видео аша әсәһе тураһында һөйләне.
Кисә уҡыусылар һәм уҡытыусылар уҡыуында шағирәнең шиғырҙарына үрелеп барҙы.
Кеше хәтерендә, яҡындарың, туғандарың йөрәгендә урын алып, яҡты хәтирәләр ҡалдырып йәшәй, кешеләргә кәрәк була белеү – бәхет, тибеҙ. Был бәхеттән Лилиә Миниязова мәхрүм булмай. Йәнгә йылы бирер усағы булған, тамырҙары ереккән ерендә, тыуған яғында ижад итте, йәшәне, яҡташтары, ҡәләмдәштәре, туғандары күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырып китте. Үҙе әйтмешләй: “Был донъяла бар нәмәнән эҙҙәр ҡала”. Ул үҙе лә был донъяла сағыу эҙҙәр ҡалдырып китте.
Кеше мәңгелек түгел, ләкин әҙәбиәт, шиғриәт тигән илаһи тормош – үҙе мәңгелек. Был оло тормошта Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙының да лайыҡлы урыны бар. Ул һәр ваҡыт халҡыбыҙға хеҙмәт итер, исеме, рухы, халҡы күңелендә мәңге йәшәр.

Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала...
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас