Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март , 17:10

“Геройҙар эҙһеҙ юғалмай” акцияһы үтә

14 мартта Өфөлә “Ватандаш” журналы редакцияһы “Геройҙар эҙһеҙ юғалмай” тигән 3-сө акция үткәрә. Акцияның маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында юғалған туғандарҙы эҙләүҙә ярҙам итеү. Акция Башҡортостан Республикаһында “Рәсәй Эҙәрмәндәр хәрәкәте” төбәк бүлексәһе ағзалары менән берлектә үткәрелә һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арнала.

“Геройҙар эҙһеҙ юғалмай” акцияһы үтә
“Геройҙар эҙһеҙ юғалмай” акцияһы үтә

Башҡортостан Республикаһы Эҙәрмәндәр отрядтары фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Башҡортостан Республикаһында 127 000 һалдат һәм офицер хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Бер нисә объектив сәбәп буйынса эҙләү ауыр: Советтар Союзының тарҡалыуы, үҙәкләштерелгән мәғлүмәт базаһының булмауы, архивтарҙың емерелеүе, иҫәпләүҙең түбән аныҡлығы, төбәктәрҙә топонимиканың үҙгәреүе, финанслауҙың етешмәүе һ. б.

Әлегә ҡайһы бер ғаиләләрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың документтары һаҡлана: фронттан хаттар, эҙләү эшендә ярҙам итә алған фотолар. Хаттарҙа ялан почтаһы номеры күрһәтелә, ә фотоһүрәт буйынса һалдат дәрәжәһен белергә мөмкин. 

Элекке “Геройҙар эҙһеҙ юғалмай” акцияларында ҡатнашыу арҡаһында кешеләр туғандарының ерләнгән урынын белә, ниндәй фронттарҙа һуғышҡандарын һәм кем булып хеҙмәт иткәндәрен, ниндәй госпиталдәрҙә дауаланғандарын асыҡлай. Айырыуса билдәле ғалим Юлай Псянчиндың миҫалы сағыу, ул үҙенең өс герой туғаны тураһында мәғлүмәт таба алған. Ул тәүге тапҡыр олатаһының награда ҡағыҙын күрә һәм уның батырлығы тураһында белә. Кәрәкле мәғлүмәтте таба алмағандарға эҙләү системалары эҙләү эшен ниндәй йүнәлештәрҙә алып барырға кәңәш бирә.

Әгәр һеҙ күптән инде атай-олатайығыҙҙың яҙмышын асыҡларға теләһәгеҙ һәм быны үҙаллы эшләй алмаһағыҙ, 14 мартта 10.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем Матбуғат Йортона килегеҙ. Юғалған һалдат тураһында бөтә билдәле мәғлүмәттәрҙе яҙма рәүештә үҙең менән алып килергә кәрәк. Тултырылған анкета менән килһәгеҙ тағы ла яҡшыраҡ. 

 Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған яугирҙың

АНКЕТАһы

  1. Яугирҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме
  2. Тыуған көнө, айы, йылы
  3. Тыуған урыны
  4. Хәрби хеҙмәткә саҡырыухәрби комиссариаты
  5. Саҡырыу датаһы, йылы
  6. Партиялылыҡ
  7. Белем, ниндәй һөнәр буйынса белем алыуы
  8. Ниндәй уҡыу йортон тамамлаған
  9. Хәрби хеҙмәткә саҡырылған ваҡыттағы хәрби званиеһы
  10. Ғаиләхәле
  11. Өйләнгәндәрөсөн ҡатынының фамилияһы, исеме, атаһының исеме һәм балалары һаны.

Яңғыҙҙар өсөн атаһы һәм әсәһенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме

 12.1941 йылдан 1948 йылға тиклем ғаилә йәшәгән ер, күсенеүҙәрҙе иҫәпкә алып

  1. Яраланыу тураһында мәғлүмәт:госпиталдә ятҡан тораҡ пункт, ай һәм йыл
  2. Уның менән бер көндә кем саҡырылған һәм ҡайтҡан, ҡайтҡандарҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме (нимә билдәле)
  3. Алынғанхәбәрҙәруларҙың күсермәләре йәки йөкмәткеһе
  4. Әгәр туғандарыэҙләүөсөн запростар яҙһа, яуаптарҙың күсермәләрен ебәрергә
  5. Фронттанкилгән хаттарҙыңкүсермәләре (скан яҡшыраҡ)
  6. Фронттанфотолар, әйләнештән яҙмалар (скандар)
  7. Туғандарығыҙҙыңһүҙҙәренәнтағы нимә өҫтәй алаһығыҙ (әгәр аныҡ мәғлүмәт булһа)
  8. Эҙләүсенең - индекс, адрес, кеҫә телефондары һәм йорт телефондары, фамилияһы, исеме, атаһының исеме, туғанлыҡ дәрәжәһе.

 

 

АНКЕТА ПОИСКА
защитника Отечества погибшего или пропавшего без вести
в годы Великой Отечественной войны

  1. Ф.И.О. военнослужащего
    2. Дата, месяц, год рождения
    3. Место рождения
    4. Военкомат призыва
    5. Дата месяц год призыва
    6. Партийность
    7. Образование, по какой специальности
    8. Какое учебное заведение закончил
    9. Воинское звание на момент призыва
    10. Семейное положение
    11. Для женатых - Ф.И.О. жены и количество детей
    Для холостых - Ф.И.О. отца и матери
    12. Где проживала семья с 1941 по 1948 год с учетом перемещений (переездов)
    13. Сведения о ранении: населенный пункт, где лежал в госпитале, месяц и год
    14. Кто с ним в один день был призван и вернулся, на вернувшихся - Ф.И.О. (что известно)
    15. Полученные извещения их копии или их содержание
    16. Если родные писали запросы на розыск, прислать копии ответов
    17. Копии писем с фронта (лучше сканы)
    18. Фотографии с фронта, записи с оборота (сканы)
    19. Все, что еще со слов родных можете добавить (если точная информация)
    20. Индекс, адрес, телефоны сотовый и городской, Ф.И.О. кто ищет и степень родства.

 

“Геройҙар эҙһеҙ юғалмай” акцияһы үтә
“Геройҙар эҙһеҙ юғалмай” акцияһы үтә
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас