“Шайморатов батальонын йыя башлағастар ҙа МХО—ға барырға тигән уй тыуғайны, тик ул ваҡытта тәүәкәллегем етмәне шикелле, ныҡлы бер ҡарарға килә алманым. 2023 йылда алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға гуманитар ярҙам ташый башланым. Яугирҙар менән осрашып, ундағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәрем күргәндән һуң үҙемдең бында кәрәклегемде аңланым”, - ти 36 йәшлек “Шайтан” позывнойлы яҡташыбыҙ.
Белгородта ике аҙналыҡ теоретик курс үткәндән һуң, ҡайтып медкомиссия үтә,Оборона министрлығы менән бер йылға контракт төҙөп, яу биләмәһенә юллана. Инструкторҙар хеҙмәткә алыныусының уңышҡа өлгәшеүен күреп, командирҙарға уны БПЛА операторҙары сафына индерергә кәңәш итә.
-Башта Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы ирекмәндәренән ҙур булмаған айырым отряд булдырылды. Артабан бригаданан өс батальон булып киттек. Әле дүрт батальон бар. Бер батальонда 3 рота, ә ротала ете расчет, һәр расчетта һигеҙ яугир. Баштараҡ яуҙың алғы һыҙығында эшләгәйнек, “тегеләр” минометтар менән ата башлағас, хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен иҫтә тотоп, 10-20 километрға артҡа күсерҙеләр”, - ти “Шайтан” хәрби пилотһыҙ системаның ыңғай яғын һәм унда хеҙмәт итеүҙең хәүефһеҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып. -Пилотһыҙ осҡостар менән эшләгән хәрбиҙәр алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡала ала, дрон операторҙары штурмлаусылар, артиллеристар, танкистар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, был иһә ҡуйылған бурысты уңышлы үтәргә ярҙам итеп, һуғыш һөҙөмтәһенең хәл ителешенә ныҡ тәьҫир итә.
Махсус хәрби операция биләмәһендә ике тапҡыр 6-шар ай хеҙмәт итеп ҡайтҡан “Шайтан” әле заводта эшләй. Үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында төрлө сараларға йөрөй, уҡыусылар өсөн ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәрә.
Ил тыныслығы өсөн хеҙмәтенең мөһимлеген аңлаған “Шайтан” тағы ла МХО биләмәһенә барырға йыйыныуын йәшермәй. -БПЛА операторы булыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Әйтеп үткәнемсә, унда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һаҡлана, - ти ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүсе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр пилотһыҙ системалар ғәскәренә 122 телефоны буйынса шылтыратып яҙыла ала. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы илдең хәрби ведомствоһының Берҙәм белешмә хеҙмәте һандарына - 117, 122 йәки (347) 218-19-19 телефон һандары буйынса, Ғафури районында йәшәүселәр иһә Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Красноусол хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пунктына +7 (34740) 2-14-57, +7 965 652-40-92 телефон һандары буйынса йәки Күп функциялы үҙәктең офисына (Красноусол ауылы, Октярь урамы, 2А) мөрәжәғәт итә ала.
Контракт хеҙмәте һәм хәрбиҙәргә социаль ярҙам тураһында тулыраҡ мәғлүмәт башбат.рф сайтында һәм Telegram-чат-боттарҙа бар.