Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март , 15:54

Миңә барыбер тип ҡарамайыҡ

Һәр йыл 15 мартта Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө билдәләнә. 2026 йылда уның девизы: “Хәүефһеҙ тауарҙар, ышанған ҡулланыусылар”.

Миңә барыбер тип ҡарамайыҡ
Миңә барыбер тип ҡарамайыҡ

Был теманың көнүҙәккә әйләнеүенә онлайн-сауҙаның киң ҡолас менән һәм тиҙ үҫешеүе сәбәпсе. Һанлы баҙар ғәйәт ныҡ үҫешкән бер мәлдә, Рәсәй Федерацияһында продукцияның һәм хеҙмәттәрҙең хәүефһеҙлеге мәсьәләһе дистанциялы сауҙа төрөнә ҡарата ҡулланыусыларҙың ышанысының мөһим өлөшөнә әйләнә бара. Сөнки тауарҙарҙың хәүефһеҙ булмауы – алған әйберҙән күңел ҡайтыу ғына түгел, ә һатып алыусыларҙың ғүмеренә, һаулығына һәм мөлкәтенә янауы менән ҡурҡыныс.

Һәр кемебеҙ бөгөн нимәләр эшләй ала?

* Мәғлүмәт талап итегеҙ. Тауар тураһында барыһын да: составын, яраҡлылыҡ ваҡытын, хәүефһеҙ файҙаланыу шарттарын, етештереүсенең контакттарын белеү – ул һеҙҙең хоҡуғығыҙ. Рус телендә маркировка булмауы – борсолорлоҡ сигнал.

* Һатып алыр алдынан тауарҙы тикшерегеҙ. Фекерҙәр (отзыв) менән танышығыҙ, бойондороҡһоҙ һынауҙарҙың (мәҫәлән, Роскачество сайтындағы) һөҙөмтәләрен эҙләгеҙ, тап килеү (соответствие) сертификаттары һәм декларацияларын тикшерегеҙ.

* Онлайн рәүештә әйбер һатып алғанда иғтибарлы булығыҙ. Танылған брендтарҙың үтә түбән хаҡҡа һатылыуына ныҡ һаҡ ҡарағыҙ.

*  Һәр төрлө ҡағиҙә-закон боҙоуҙарға иғтибарлы булығыҙ. Хәүефле тауарҙы күреп ҡалдығыҙмы? Ситтә ҡалмағыҙ. Был хаҡта һатыусыға әйтегеҙ, ул һеҙҙең дәлилдәргә битараф ҡалһа, Роспотребнадзорға мөрәжәғәт яҙығыҙ.

* Легаль бизнесты яҡлағыҙ. Контрафакт йәки сертификатһыҙ продукция һатып алып, ҡулланыусы закон талаптарына яуап бирмәгән күләгәләге баҙарҙы финанслай.

Регина ФӘТТӘХОВА,

“БР-ҙа Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” ФБУЗ-ының Стәрлетамаҡ район-ара филиалы юрисконсульты.

фото О.Вилдановой

Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас