Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март , 10:00

Дөрөҫ һәм сифатлы туҡланыу –

Һуңғы йылдарҙа мәктәптә балаларҙы туҡландырыу мәсьәләһенә республика хөкүмәте, шулай уҡ төбәк башлығы Радий Хәбировтың шәхсән үҙе тарафынан ҙур иғтибар бүленә.

Дөрөҫ һәм сифатлы туҡланыу –
Дөрөҫ һәм сифатлы туҡланыу –

4 мартта Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров туҡланыу буйынса төбәк операторҙарының III Республика форумында ҡатнашты. Сара мәғариф учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу, уның сифатын күтәреү һәм урындағы етештереүселәрҙең үҙ продукциялары менән тәьмин итеүен киңәйтеү мәсьәләләренә арналды. Конгресс-холл фойеһында төбәк етәксеһе мәктәп туҡланыуы өлкәһе өсөн продукцияның киң ассортименты тәҡдим ителгән күргәҙмә менән танышты.
Форумдың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы республиканың мәғариф учреждениеларында сифатлы туҡланыуҙың мөһимлеген билдәләне.
- Күп ваҡытын мәктәптә үткәргән балаларыбыҙҙың сәләмәтлегенең мөһим өлөшө - социаль туҡланыу, - тине Р.Хәбиров. - Һәм был өлкәлә эшләүселәр ҙур миссия үтәй, дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө бурыстарының береһен хәл итә.
- Мин бер нисә тапҡыр әйткәнем бар: мәктәптәге төшкө аштар ҡайһы берҙә балалар өсөн сифатлы ҡайнар аш ашауҙың берҙән-бер мөмкинлеге булып тора. Шуға күрә беҙ был темаға шундай ҙур иғтибар бирәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы республикала урындағы етештереүселәр, шул иҫәптән ауыл хужалығы кооперативтары менән тығыҙ эш алып барылы-уын билдәләне. Был 2019 йылдан балалар рационында урындағы продукция өлөшөн 52 проценттан 76 процентҡа тиклем арттырырға мөмкинлек бирҙе.
Күптән түгел районыбыҙҙа уҙған республика семинар-кәңәшмәһе лә белем биреү учреждениеларында сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтен формалаштырыуға арналды. Сарала 100-гә яҡын кеше – эксперттар, республиканың 46 муниципалитетынан һәм ҡалаһынан белем биреү ойошмалары директорҙары, технологтар һәм туҡланыу операторҙары ҡатнашты. Семинар мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙа тәжрибә уртаҡлашыу, урындағы ауыл хужалығы продукцияһын һөҙөмтәле ҡулланыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү, мәктәп туҡланыуының сифатын һәм хәүефһеҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән уртаҡ ҡарарҙар ҡабул итеү майҙансығына әүерелде.
Пленар ултырыш башланыр алдынан район мәҙәниәт һарайы фойеһында республика аҙыҡ-түлек индустрияһы ҡаҙаныштарының үҙенсәлекле күргәҙмәһе ойошторолғайны. “ВкусЛайн” Балалар һәм диетик туҡланыу заводы” ЯСЙ-е заманса етештереү технологияларын күрһәтте, “Салауатинвест” компанияһы мәктәп ашханалары өсөн инновацион һауыт-һаба тәҡдим итте, ә районыбыҙҙың “Сифат тирмәне” һәм “Алтын ҡурай” мәктәп туҡланыуын ойоштороусы предприятиелары ҡунаҡтарҙы әҙер файҙалы аш-һыуҙары менән таныштырҙы. Ҡунаҡтарға шулай уҡ вариатив меню буйынса эшләп килгән Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының тәжрибәһе лә тәҡдим ителде.
Артабан барыһы ла семинарҙың пленар өлөшө үтәсәк тамаша залына үтеп, үҙ урындарын алғас, сараның модераторы - район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова кәңәшмәне асып, сәләмләне. Ҡунаҡтар менән таныштырып үткәндән һуң, ра-йон мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡовҡа һүҙ бирҙе. Айҙар Айрат улы Ғафури районында мәктәп туҡланыуына системалы ҡараш тураһында һөйләне. Уҡыусыларҙы туҡландырыуҙы мониторинглау буйынса федераль үҙәк директоры Валентина Иванова (“Мәғрифәт дәүләт университеты” юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет учреждениеһы) онлайн режимда мотивациялы мониторинг күрһәткестәрен иҫәпләү тураһында аңлатма бирҙе.
БР Мәғариф министрлығының махсус белем биреү бүлеге начальнигы Миләүшә Латипова “Дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләшеү” программаһын үҫтереүҙең төбәк векторын һәм республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларына урындағы продукцияларҙы индереүҙе билдәләне. Ә был программаның авторы Александра Макеева видеоэлемтә аша яңы – “Агромодуль” йүнәлешен анонсланы.
БДПУ-ның БР буйынса һөнәри йүнәлеш биреү эше һәм агрокластар секторы мөдире Әлиә Атажанова уларҙың һау-сәләмәт милләт тәрбиләүҙәге роле тураһында һөйләне. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова “Дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләшеү” программаһын тормошҡа ашырыуҙың уңышлы тәжрибәһе менән уртаҡлашты. БР “Социаль туҡланыу идаралығы” Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе Алина Әсәҙуллина республика мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойош-тороу мониторингы йомғаҡтары менән таныштырҙы. Теоретик өлөш бүләкләүҙәр менән тамамланды.
Семинарҙың практик өлөшө “Дубрава” ауыл хужалығы кооперативы базаһында үтте. Ҡунаҡтар эшкәртеү предприятиеһының ҡеүәтен баһаланы һәм мәктәп ашханаларына килгән сифатлы продукциялар менән танышты.
Ошоноң менән семинар-кәңәшмә үҙ эшен йомғаҡланы.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:
- Балаларыбыҙҙың туҡланыуын яҡшы яҡҡа үҙгәртеүҙә бик ҙур аҙым яһаныҡ һәм бының менән ғорурлана алабыҙ. Ашханаларҙа тәртип урынлаштырҙыҡ, яңы һауыт-һабалар һатып алдыҡ, менюны байтаҡҡа төрлөләндерҙек. Социаль туҡланыу операторҙарының да яҡшы төркөмө формалашты. Был эштең һөҙөмтәһендә беҙҙең мәктәп ашханалары даими рәүештә Рәсәйҙә иң яҡшы тип таныла. Шулай итеп, беҙ был өлкәлә тотороҡлолоҡ этабын үттек. Хәҙер инде, тағы ла алғараҡ барыу өсөн, бергәләп нимә эшләй алыуыбыҙҙы уйлашайыҡ.

Дөрөҫ һәм сифатлы туҡланыу –
Дөрөҫ һәм сифатлы туҡланыу –
Дөрөҫ һәм сифатлы туҡланыу –
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас