Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март , 10:50

Ҙур һыуҙы көткәндә

Синоптиктар күҙаллауынса, быйыл яҙ иртә килмәксе. Тимәк, коммуналь һәм юл хеҙмәттәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ҡотҡарыусылар өсөн юғары әҙерлек осоро килеп етте тигән һүҙ. Үткән аҙнала район хакимитендә “2026 йылғы яҙғы ташҡынды үткәреүгә әҙерлек тураһында” ҡарарға ҡул ҡуйылды. Ғафури районының “ҙур һыу”ға нисек әҙерләнеүе хаҡында район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бу-йынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Фуат Зәки улы, йылғалар ярҙарынан сығып ташырға күп тә ҡалманы. Быйыл уға әҙерлек нимәнән башланды?
- Әҙерлек планға ярашлы бара. Беҙҙең был осорға эшмәкәрлегебеҙҙе көйләүсе төп документ – ул урындағы үҙидараны ойоштороу тураһындағы федераль закон. Уға таянып, һәм һауа торошон күҙаллау нигеҙендә беҙ яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса саралар планын һәм ташҡынға ҡаршы район комиссияһы составын раҫланыҡ.
Әле беҙҙең төп бурыс – хәүефте мөмкин тиклем кәмерәк итеү өсөн иҫкәртеү саралары уҙғарыу. Был тәү сиратта боҙ менән хәлде яһалма рәүештә көйләүгә ҡағыла. Беҙ “Сеймал компанияһы” АЙ менән тығын хасил булыу хәүефе булған урындарҙа шартлатыу эштәре уҙғарыуға подряд килешеүе төҙөштөк тә инде. Һыу кимәлен кинәт күтәрә торған тығындар булмаһын өсөн был мәжбүри, әммә кәрәкле сара.
- Йылғаларҙың тап ҡайһы урындары айырым контролдә тора? Ҡайһы тораҡ пункттар хәүефле зонаға инә?
- Тығын хәүефе булған урындарҙы күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр нигеҙендә билдәләгәнбеҙ. Иң насар осраҡта, 10 тораҡ пунктты һыу баҫыуы ихтимал. Уларҙа 33 йорт-хужалыҡта 78 кеше йәшәй. Бында социаль әһәмиәтле объекттар булмауы бурысты еңеләйтә. Әммә кешеләрҙе иғтибар үҙәгендә тотоу – өҫтөнлөклө бурыс.
Әле күперҙәргә һәм улар янындағы биләмәләргә айырым иғтибар бирәбеҙ. Улар: Толпар, Юлыҡ, Таш-Аҫты, Туғай (ике ауыл да) һәм Яңғыҙҡайын ауылдарындағы күперҙәргә килгән урындар. Тап шул урындарҙа, йылға тарайғанлыҡтан, тығындар барлыҡҡа килеүсән. “Башкиравтодор”ҙың Стәрлетамаҡ филиалы Ғафури участкаһына, “КХ” ЯСЙ-енә һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына хәҙерҙән үк, ирегән ҡар һыуҙары ҡаршылыҡһыҙ аҡһын өсөн, юлдар аҫтынан үткән һыу торбаларын таҙартыуға тотонорға кәрәк.
- һыу кимәлен күҙәтеү нисек алып барыла? Беҙҙә гидропостар етерлекме?
- Беҙҙә мониторинг системаһы яйға һалынған. Район биләмәһендә ике гидропост эшләй: Табын ауылында Ағиҙел йылғаһында һәм Юлыҡ ауылы эргәһендә Еҙемдә. Әле уларҙа, мәғлүмәттәр теүәлерәк булһын өсөн, үлсәү шкалаһын яңыртыу бурысы тора. Ҡар шәп ирей башлау менән был постарҙан һыу кимәле тураһында мәғлүмәт сәғәт һайын Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә (ЕДДС), ә унан – ташҡынға ҡаршы комиссияға һәм биләмә башлыҡтарына барып етеп торасаҡ. Иҫкә төшөрөп үтәм: 2025 йылда ташҡын 17 мартта башланып, тәүлек эсендә Ағиҙелдә һыу 60 см-ға арта барып, 22 мартта иң юғары кимәлгә – 310 см-ға еткәйне. Еҙемдә һыу унан да тиҙерәк күтәрелде – тәүлегенә 70 см. Быйыл беҙ һәр төрлө хәлгә әҙер булырға тейешбеҙ.
- Әгәр ауылдарына һыу килә ҡалһа, кешеләргә нимә эшләргә? Эвакуация урындары бармы?
- Әлбиттә. Беҙҙә “Красноусол” балалар санатор-һауыҡтырыу лагеры базаһында (“Имәнкәй” майҙансығы) ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙер. Ул 350 кешене һыйҙыра. Унда ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
Ләкин беҙ эш эвакуацияға барып етмәҫ тип уйлайбыҙ. Әле ауыл биләмәләре башлыҡтары алдына һыу баҫыуы ихтимал тораҡ пункттарҙа өй беренсә йөрөп сығырға тигән бурыс ҡуйылды. Уларҙа фактик йәшәүселәр һанын һәм мал иҫәбен аныҡларға кәрәк. Был эш оператив ҡарар ҡабул итеү өсөн генә түгел, ә бәхәсле мәлдәр килеп тыуа ҡалһа, булыуы ихтимал зыянды ҡаплатыу һорауҙарын хәл итеү өсөн дә кәрәк.
- Район биләмәһендә Аҡкүл күлендә гидротехник ҡоролма бар. Уның хәүефһеҙлеге өсөн кем яуаплы?
- Был мөһим объект. Аҡкүлдәге гидротехник ҡоролмаға һыу сығарыусы үрге дамба һәм түбәнге - һыу баҫымы дамбаһы инә. Улар “Гидротехник ҡоролмаларҙы файҙаланыу идаралығы” ДҠУ-һының оператив идараһында тора. Үҙебеҙҙең тарафтан беҙ ҙә хәлде контролдә тотабыҙ, әммә был ҡоролманы файҙаланыу һәм уның хәүефһеҙлеге өсөн туранан-тура яуаплылыҡ улар иңендә.
- Фуат Зәки улы, барлыҡ хеҙмәттәрҙең йыл һайын үткәрелеүсе әҙерлек смотры ҡасан буласаҡ?
- Ташҡынға төп “репетиция” 13 мартҡа билдәләнгән. Был көндө беҙ РСЧС-тың Башҡортостан территориаль подсистемаһының Ғафури тармағы средстволары һәм көстәренең әҙерлеген ҡараясаҡбыҙ. Кисектергеһеҙ эштәргә йәлеп ителергә тейешле техника, личный состав, авария-ҡотҡарыу бригадаларын тикшерәсәкбеҙ. Ошо уҡ көндө йәйге янғынға ҡаршы осорға әҙерлеккә лә баһа бирәсәкбеҙ.
- Быйылға синоптиктар ниндәй прогноз бирә?
- Башгидромет күҙаллауҙары буйынса, ташҡын кимәле нормаға тап килер тип көтөлә. Ләкин, беләһегеҙ, һауа торошо - ифрат үҙгәреүсән күренеш. Ҡарҙың һыулылығы ла, тупраҡтың туңыу тәрәнлеге лә, йылғаларҙа боҙҙоң ҡалынлығы ла хәл иткес фактор була ала. Ер ныҡ туңып, ул иреп өлгөрмәҫ элек һауа температураһы кинәт күтәрелһә, ҡар һыуҙары ергә һеңә алмай, ер өҫтөнән ағасаҡ. Ямғырҙар яуыуы ла хәлде ҡатмарлаштыра ала. Шуға ла тынысланырға иртә. Теүәлерәк прогнозды аҙна аҙаҡтарына көтәбеҙ. Әлегә барлыҡ хеҙмәттәргә һәм биләмә башлыҡтарына төп эш: йылғаларҙа боҙҙо ҡарайтыу һәм нығытмалар (обваловка) өсөн ҡом, көл, ҡаяташ онтағы тупларға, күрелгән саралар тураһында көн һайын ЕДДС-ҡа фотоотчёт менән доклад бирергә. Ваҡытты юғалтырға ярамай.

Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас