Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март , 10:50

Яуҙаштарыма дрондарым һәм минең ярҙамым кәрәк

-Махсус хәрби операция биләмәһендә бөгөн яҙмыштар хәл ителә һәм унда күп ваҡыт  мәргәнлек кенә түгел,  һиҙгерлек тә ҙур роль уйнай, - ти бөгөн БПЛА взводында хеҙмәт иткән «Карат» позывнойлы яугир.

Яуҙаштарыма дрондарым һәм минең ярҙамым кәрәк
Яуҙаштарыма дрондарым һәм минең ярҙамым кәрәк

  2022 йылдың көҙөндә, илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, “намыҫ һәм яуаплылыҡ, изге бурыс” тигән төшөнсәләрҙе тулы мәғәнәһендә аңлаған егет һис  икеләнеүһеҙ именлек һағына баҫа. Бөгөн ул 428-се мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә, әммә уның һуғыш яланы – күктә.  БПЛА операторы, разведчик-снайпер булып киткәнгә тиклем ул МХО биләмәһендә 10 көнлөк уҡыуҙы үтә, ә тәжрибә практика менән туплана. Уның тоғро “яуҙаштарының” береһе - Mavic сериялы дрондар. Был "ҡоштар" – полктың үткер “күҙҙәре”. Улар бик яҡшы разведчиктар, бер ҡараштан “йәшерелгәнде” күрә, сәпте билдәләп, утты төҙәй,- тип һөйләй Карат. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби шарттарҙа пилотһыҙ осоу аппаратының ғүмере оҙайлы түгел. Бер дрондың ғүмере бер нисә көнгә генә етә ала. Һөҙөмтәле эшләү өсөн яңы техниканың даими ағымы кәрәк. Карат әйтеүенсә, БПЛА операторы дронды тойорға, һәр модификацияның мөмкинлектәрен белергә, уның һауалағы “тәртибен” аңларға, тотҡарлыҡтарҙы алдан күрергә тейеш. Сөнки яугирҙарҙың именлеге һәм ғүмере уның нисек эшләүенә бәйле. Тап шуға ла  бөгөн Башҡортостанда  БПЛА операторҙарын әҙерләүгә етди иғтибар бирелә. Республикабыҙ белгестәрҙе уҡытыуҙан тыш, фронтты техника менән дә тәьмин итә. -“Өфө ҡоштары" — FPV-дрондар алғы һыҙыҡта ысын “эш аты”на әүерелде. Улар ярҙамында беҙ дошман позицияларына “теүәл” һөжүм итәбеҙ һәм, иң мөһиме, үҙебеҙҙекеләргә иң кәрәклеһен ебәрә алабыҙ. Бер “ҡош” ике баллонға тиң йөк күтәрә ала. Был ғәйәт ҙур ярҙам, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала хәрби хеҙмәткәр.

Яугир үҙе тураһында бик һөйләп бармай, сөнки уның өсөн иң мөһиме - эш. Өс йылдан ашыу махсус хәрби операция биләмәһендә именлек һағында ул. Был йылдар һуҙымында яугир алты тапҡыр контузия ала, мина ярсыҡтары эләгеп, яралана, әммә ул бер аҙ һауығыу менән йәнә сафҡа баҫа. Караттың батырлығы һәм ҡаһарманлығы юғары дәүләт наградаһы Суворов миҙалы менән билдәләнә.

Был аяуһыҙ, ауыр йылдарҙа яугир шатлыҡлы мәлдәре лә бар. Күптән түгел Караттың ҡыҙы тыуған. Хәҙер ул ҙур ғаилә башлығы: ҡатыны менән ике улы һәм бәләкәй ҡыҙсығы уның Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтә.

- Һаҡланыу һәм йәшәү өсөн улар миңә иң ышаныслы һәм көслө   мотивация. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдарҙан һуң өйҙән китеүе ауыр. Әммә алдымда торған яуаплылыҡты, бурыстарҙы аңлайым. Унда, позицияларҙа, мине иптәштәр көтә. Уларға минең ярҙамым, белемем һәм дрондарым кәрәк. Беҙ бер-беребеҙҙе яҡларға тейешбеҙ. Бөгөн алғы һыҙыҡта БПЛА операторҙары  бик кәрәк,- ти яугир.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүсе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр   пилотһыҙ системалар ғәскәренә 122 телефоны буйынса шылтыратып яҙыла ала. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы илдең хәрби ведомствоһының Берҙәм белешмә хеҙмәте һандарына - 117, 122 йәки (347) 218-19-19 телефон һандары буйынса,  Ғафури районында йәшәүселәр иһә Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Красноусол хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пунктына +7 (34740) 2-14-57, +7 965 652-40-92 телефон һандары буйынса йәки Күп функциялы үҙәктең офисына (Красноусол ауылы, Октярь урамы, 2А) мөрәжәғәт итә ала.

Контракт хеҙмәте һәм хәрбиҙәргә социаль ярҙам тураһында тулыраҡ мәғлүмәт башбат.рф сайтында һәм Telegram-чат-боттарҙа бар.

 

 

Яуҙаштарыма дрондарым һәм минең ярҙамым кәрәк
Яуҙаштарыма дрондарым һәм минең ярҙамым кәрәк
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас