Гимназия коллективы һәм уҡыусылары МХО-ла ҡатнашыусыларға посылкалар менән бергә яугирҙарға матур теләктәр менән хат та яҙып һалыуҙы ойошторалар. Ошондай хаттарҙың береһе “Башҡортостан” полкының Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугиры Андрей Золотов ҡулына эләгеп, гимназия менән уның дуҫлығы 10-сы класс уҡыусыһы Алһыу Ғәлимованың ысын күңелдән яҙған ошо хатынан башлана. Яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда хат авторын эҙләп таба һәм рәхмәт йөҙөнән гимназияға килеп ноутбук бүләк итә. Ә быйылғы Яңы йыл байрамына гимназияла уҡыусы барлыҡ балалар унан татлы бүләк алып шатланған. Был ялында ла ул гимназия коллективы, уҡыусылары янына килеп китергә ваҡыт тапҡан. Һәр ваҡыттағыса гимназияның яҡшы уҡыусыларына бүләк тә алып килгән. “Һәйбәт ҡунаҡҡа һәр кем шат”, - тигәндәй, гимназияның тамаша залында хөрмәтле ҡунаҡты барыһы ла баҫып ҡаршы алды.
Сараны алып барыусы уҡыусылар Алһыу Ғәлимова менән Алмаз Ҡоҙайғолов тәүге һүҙҙе Андрей Геннадьевичҡа бирҙе. Ул: “Мин бөгөн тулҡынланам. Әйтерһең дә бөгөн мин - уҡыусы, ә һеҙ һалдаттар. Һәр берегеҙҙе хөрмәт итәм, һеҙҙең ярҙамығыҙ беҙгә ҡыйын саҡтарҙа төшөнкөлөккә бирелмәҫкә көс бирә. Ошо мәктәп стенаһынан геройҙар тыуа ла инде”, - тине.
Уның тормош иптәше Елена Олеговна ла гимназияла беренсе тапҡыр булыуын әйтеп, һоҡланыуын белдерҙе. Рәсәй Геройы Андрей Павловичтың ҡатыны Любовь Мигунова ике Андрейҙың бер батальонда хеҙмәт итеүен, ошо исемдең бөйөклөгөн - иң беренсе сиратта башҡалар тураһында уйлаусы, дуҫлыҡты һаҡлай белеүсе булыуын билдәләп, балаларға тырышып уҡырға, илебеҙҙең ысын граждандары булыуҙарын теләне.
- Гимназияның яҡын дуҫына барыбыҙ исеменән оло рәхмәтемде еткерәм. Беҙҙең эргәлә киң күңелле, ысын ир-ат баҫып тороуы ҙур ҡыуаныс. Ғәҙәттә, беҙ гимназияның шундай дуҫтарына “Почётлы гимназист” исеме бирәбеҙ. Бөгөн һеҙҙең рөхсәт менән пилотһыҙ системалар взводы начальнигы Андрей Золотовҡа ошо исемде тапшырам, - тине гимназия директоры Гөлсөм Монасипова яугирға “Почётлы гимназист” таҫмаһын тағып, белем усағы коллективы, атай-әсәйҙәр, уҡыусылар исеменән ҡамсат бүрек бүләк итеп кейҙерҙе.
Шулай уҡ гимназияның беренселәр хәрәкәте әүҙемселәре яугирҙарға татлы күстәнәстәр тапшырып, барлыҡ һалдаттарға ялҡынлы сәләмдәрен еткереүҙәрен һоранылар.
Артабан 5-7-се класс уҡыусылары араһында “Йырҙарҙа - батырлыҡ даны” тип аталған хәрби йырҙар конкурсы үтеп, хөрмәтле ҡунаҡтарҙың был конкурсты ла тамаша ҡылыуы сараға айырым бер тантана өҫтәне.
Тамаша залы сәхнәһе Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәҙерге заман ваҡиғаларының йәнле хроникаһына әүерелде. Уҡыусылар, пилоткалар менән тулыландырған мәктәп формаһында, үҙҙәренең кластарын лайыҡлы рәүештә тәҡдим иттеләр. Сәхнәлә легендар йырҙар яңғырап, һәр сығыш тәрән мәғәнә, ысын ғорурлыҡ менән һуғарылғайны.
Компетентлы жюри һәр ҡатнашыусының оҫталығын һәм тырышлығын иғтибар менән баһаланы. Конкурс йомғаҡтары буйынса 1-се урынды 5 “Б”, 5 “В”, 2-сене – 6 “В”, 7 “А”, 7 “Б”, 3-сөнө 5 “А”, 6 “А”, 6 “Б” кластары алды.
Конкурс батырлыҡ йырҙарының быуындарҙы берләштереүен һәм ысын патриоттар тәрбиәләнеүен асыҡ раҫланы. Был көн гимназияның һәр уҡыусыһының һәм уҡытыусыһының йөрәгендә оҙаҡ һаҡланасаҡ ваҡиға булды.
Ә бына гимназияның бөтә ҡыҙҙарын һәм коллективының матур өлөшөн 8 март байрамы менән ҡотларға Андрей Золотовтың ҡатыны Елена Олеговна һәм 9-сы класта уҡыусы улдары Арсен килеп, бүләк тапшырып, уларҙы тағы ла ҡыуандырған.