"Газпром төбәк-ара газ Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең - "Газпром газ бүлеү Өфө" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы ойошмаһы генераль директоры Альберт Лоҡманов Башҡортостан Республикаһында Газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам ителеүен белдерҙе. 2026-2030 йылдарға пландар 61 ҡасаба эсендәге һәм 36 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был 17 муниципалитеттың 60 тораҡ пунктында 6 280 йортҡа газ үткәрергә мөмкинлек бирә. 2021 йылдан 25 райондың 107 тораҡ пунктына газ килде. 8 169 йортҡа газ үткәреү мөмкинлеге булдырылған, шуларҙың 4 345-енә газ үткәрелгән дә инде.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса бойомға ашырылыусы социаль догазификация программаһын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан илдең иң эре төбәктәре араһында беренсе урынды биләй. 2021 йылда дәүләт башлығы газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙың йорт биләмәләре сиктәренә газды бушлай үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда был программа буйынса 72,8 мең йортта зәңгәр яғыулыҡ бар.
- Газды йорт сигенә килтереп еткереүгә бөтәһе 85 меңдән ашыу ғариза алдыҡ. Газ бүлеү селтәрҙәрен 80,1 мең йорттоң сигенә еткерҙек, - тип билдәләне Альберт Лоҡманов. - Эш тиҙлеге - көнөнә 130-ға яҡын йортто газға тоташтырыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин газ үткәрелгән тораҡ пункттар сиктәрендә урынлашҡан баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге торлаҡ йорттарға социаль экспертиза үткәреү программаһын таратырға ҡушты. СНТ биләмәләренә инвентаризация үткәреү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, 20 муниципалитеттың 433 баҡсасылыҡ ширҡәтендә 15 487 йортҡа газ үткәрергә мөмкин.
Халыҡтан 4 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, селтәрҙәр 1 687 йорттоң сигенә еткерелгән. Шуларҙың 1 062-һенә зәңгәр яғыулыҡ килгән дә инде. Көн һайын коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге 15-ләгән йорт газға тоташтырыла. Республиканан газ үткәреүгә сертификаттар алыу Башҡортостанды газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярайһы ҙур ярҙам булды, тип билдәләне Альберт Лоҡманов. Был ярҙам сараһы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары файҙалана ала. - Беҙ 11 697 сертификат ҡабул иттек, 11 309 йорт газға тоташтырылды ла инде, - тип өҫтәне Альберт Лоҡманов. Башҡортостан Башлығы "Газпром төбәк-ара газ Өфө" коллективына һөҙөмтәле уртаҡ эше өсөн рәхмәт әйтте һәм газ үткәреү буйынса ентекле пландарҙы тикшереү өсөн эш кәңәшмәһе уҙғарырға ҡушты.
- Беҙҙә газ үткәреү кимәле яҡшы. Ләкин кешеләр барыбер газ үткәреүҙе һорап мөрәжәғәт итә, айырыуса республиканың төньяҡ-көнсығышында һәм көньяғында, - тине Радий Хәбиров. - Шуға күрә эште дауам итәсәкбеҙ.