Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март , 14:37

МAX-тың бөтә ғаиләнең тормошон еңеләйткән ун функцияһы

Ватан мессенджерының көндәлек тормошта файҙалы яҡтары тураһында һөйләйбеҙ

МAX-тың бөтә ғаиләнең тормошон еңеләйткән ун функцияһы
МAX-тың бөтә ғаиләнең тормошон еңеләйткән ун функцияһы

Рәсәй мессенджеры МАХ-ты йөҙ миллион самаһы ҡулланыусы үҙенә күсереп алды. Тәү сиратта уны аралашыу өсөн ҡулланалар. Әммә, уйлап табыусыларҙың ниәтенә ярашлы, МАХ бихисап көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам иткән суперҡушымта булырға тейеш. Шуға күрә ҡушымтала даими рәүештә яңы функциялар барлыҡҡа килеп тора.
1. МОБИЛЬ ИНТЕРНЕТ СИКЛЕ ОСРАҠТА ЛА БӘЙЛӘНЕШТӘ БУЛЫУ МӨМКИНЛЕГЕ
МАХ хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында мобиль интернетты сикләгән осраҡта ла эшләгән сервистар исемлегенә индерелгән.
2. ШӘХЕСТЕ ҺӘМ ЛЬГОТАЛАРҘЫ РАҪЛАУ
МАХ-та һанлы ID-документтарҙың электрон архивын урынлаштырырға була. Мәҫәлән, һанлы ID ярҙамында ҙур супермаркеттарҙа, театр һәм музейҙарҙа 18+ категорияһына ҡараған тауарҙар һатып алыу өсөн йәште, пенсионерҙарға һәм башҡа льготаға эйә кешеләргә тәғәйен ташламаларҙы раҫларға мөмкин. Ә студенттар һанлы профиль буйынса үҙенең уҡыу йортона инә ала. МАХ-тың һанлы ID-һын ҡабул иткән урындар исемлеге киңәйә бара.
3. ДОКУМЕНТТАРҘЫ ТӘРТИПКӘ КИЛТЕРЕҮ
МАХ-та көн һайын төрлө боттар – теге йәки был операцияны башҡарырға ярҙам иткән электрон сервистар барлыҡҡа килә. Шуларҙың береһе – республикалағы күп функциялы үҙәктәргә яҙылыу өсөн бот. Уның ярҙамында ҡабул итеүгә яҙылып, артабан мөрәжәғәтеңдең статусын белешергә мөмкин. Документтар әҙер булыу менән МАХ-ҡа хәбәр килә. Бот менән ҡуллана башлау өсөн ҡушымталағы эҙләү юлына уның исемен – @mfcrb02_bot индерергә кәрәк.
4. ҺАУЛЫҠТЫ ХӘСТӘРЛӘҮ
Тағы ла бер мөһим бот – «Башҡортостан. Табипҡа ҡабул ителеүгә яҙылыу» (@rb_k_vrachu_bot). Уның ярҙамында табипҡа яҙылырға, онлайн-консультация алырға, хатта ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын яптырырға мөмкин. Башҡортостан халҡы табиптар менән бындай аралашыу алымын юғары баһаланы: бот аша табиптарға 200 мең тапҡырҙан ашыу яҙылғандар.
5. ТОРЛАҠҠА ҠАҒЫЛЫШЛЫ МӘСЬӘЛӘЛӘРҘЕ ХӘЛ ИТЕҮ
Башҡортостан МАХ-та идара компанияһы вәкилдәре менән берлектәге йорт чаттары булдырыу һәм уларҙы үҫтереү буйынса пилот проектында ҡатнаша. Йорт чатына «Дәүләт хеҙмәттәре» аша ғына инергә мөмкин, был унда артыҡ кешеләрҙең булыуына юл ҡуймай. «Дәүләт хеҙмәттәре Йорт» боты чатҡа коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү йәки күрһәткестәрҙе тапшырыу тураһында иҫкәртеүҙәр ебәрә. Тиҙҙән иҫәптәрҙе түләргә, күрһәткестәр ебәрергә һәм идарасы компанияға ғариза бирергә мөмкин булған мини-ҡушымта ла барлыҡҡа киләсәк.
6. ХӘҮЕФҺЕҘ РЕЖИМДА АРАЛАШЫУ
Махсус хәүефһеҙ режим профилде эҙләү даирәһенән йәшерергә, телефондың исемлегендә булған кешеләрҙән генә шылтыратыуҙар һәм чаттарға саҡырыуҙар ҡабул итергә, 16+ һәм 18+ билдәһе булған контентты айырырға мөмкинлек бирә. Был режим айырыуса балалар һәм оло йәштәгеләр өсөн кәрәкле, сөнки улар сит кешеләрҙең тәьҫиренә тиҙ бирелеүсән. Был функцияны бына нисек тоҡандырырға: «Көйләү» («Настройки») бүлеген асығыҙ – артабан шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау («Приватность») бүлеген һайлағыҙ – «Бәйләнештәр» («Контакты») төймәһенә баҫып, хәүефһеҙ режимды тоҡандырығыҙ.
7. ЯҺАЛМА ЗИҺЕН МЕНӘН БУШЛАЙ ҠУЛЛАНЫУ
МАХ-та киң танылған нейросел­тәрҙәрҙең, мәҫәлән, Giga Chat
(@gigachat) йәки Алиса AI (@alice) боттары бар. Боттан яһалма зиһен ярҙамында ҡотлау яҙыуын, открытка эшләп биреүен, бер аҙнаға меню төҙөүен, һеҙҙең шарттарға ҡулайлашҡан һырғанаҡ сорттарын тәҡдим итеүен, үҫмер ҡорона еткән ейәнгә уның ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып бүләк һайлашыуын һорарға мөмкин. Нимә кәрәк икәнен ни тиклем һәйбәт итеп аңлатһағыҙ, һөҙөмтә шул тиклем яҡшыраҡ булыр.
8. БАЛАЛАРҘЫҢ ӨЛГӘШЕН КОНТРОЛДӘ ТОТОУ
«Сферум» тип аталған мәктәп майҙансығы мессенджерҙа айырым бүлекте алып тора. Унда электрон көндәлек урынлаштырылған. Ошонда уҡ ата-әсәләр электрон белешмә, мәҫәлән, баланың ғаилә хәле буйынса мәктәпкә бара алмауы тураһында хәбәр ебәрә ала. Бынан тыш, күп кенә мәктәп чаттары хәҙер МАХ-ҡа күсте.
9. ҮҘ ҠЫҘЫҠҺЫНЫУҘАРЫҢ БУЙЫНСА КАНАЛДАРҒА ЯҘЫЛЫУ
Каналдар – ул донъяны танып-белеү өсөн булдырылған тематик таҫмалар, унда ҡыҙыҡлы текстар, фото һәм видеолар урын ала. Уларҙы «Эҙләү» аша табырға мөмкин. Бынан тыш, бушлай һәм еңел генә үҙ каналыңды булдырырға була. Мәҫәлән, унда яратҡан йорт хайуаның тураһында һөйләргә мөмкин.
10. БИЗНЕСТЫ ҮҪТЕРЕҮ
Эшҡыуарҙар ҙа мессенджерҙа үҙ каналын булдырып, компанияның яңылыҡтары менән бүлешә, төрлө һорау алыуҙар һәм конкурстар үткәрә, ташлама һәм акциялар тураһында һөйләй ала. Бынан тыш, улар клиенттарҙы ҡабул итеүгә теркәгән, заказдарҙы теүәлләгән һәм киң таралған һорауҙарға яуап биргән боттарҙың конструкцияһы менән ҡуллана ала. Шулай уҡ бизнес вәкилдәре МАХ өсөн мини-ҡушымталар эшләү мөмкинлегенә эйә. Ысынында ул компанияның МАХ-тағы сайты кеүек буласаҡ.

Материалдарҙы «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас