Хәтер кисәһенең гимназияла үтеүе осраҡлы түгел. Хәннән Вәлиулла улы туған телем, халҡым, тип янып йәшәгән рухлы кеше булды һәм был уҡыу йорто менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, даими ярҙам итте. Тап шуға ла уға “Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының Почётлы гимназисы” тигән исем бирелде.
Тамаша залында ремонт барғанлыҡтан, сара гимназияның эшҡыуарлыҡ йүнәлешле класында 9-сы класс уҡыусылары, район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина, Хәннән Вәлиулла улының тормош иптәше Ғәйшә Шәүәлиева, бер туған апаһы Мөнирә Солтанморатова менән ағаһы Закир Ишмырҙин, эшҡыуар Айрат Ҡунафин, район электр селтәрҙәре начальнигы, “Сик һағы” ойошмаһы ағзаһы Марсель Ғүмәров, туғандары, яҡындары һәм гимназия уҡытыусылары ҡатнашлығында үтте. Кисәне тормош иптәше Ғәйшә Ғилман ҡыҙы менән Мөнирә апаһының ейәнсәре – Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ләйсән Ғибаҙуллина ойошторған. Мәғариф һәм муниципаль хеҙмәт ветераны Ғәлинур Ҡалмырҙин алып барҙы.
- Хәннән Вәлиулла улы кемгә дуҫ, кемгә туған, районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән, үҙенең тыуған төйәге - Сәйетбабаһы өсөн янып-көйөп йәшәгән кеше булды. Башта Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғүмер итһә, һуңғы бер нисә тиҫтә йылын тыуған районы – Ғафуриҙа үткәрҙе. Хәннән Ишмырҙин күп ҡырлы талант эйәһе, шул уҡ ваҡытта әүҙем йәмәғәтсе булды. Йәмәғәт ойошмалары эшендә ҡатнашып ҡына ҡалманы, һәр башланғыстарын яҡланы, уларға финанс йәһәтенән бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Уны айырым сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән кеше генә түгел, ә беҙҙең арала иң тәүгеләрҙән булып үҫеп сыҡҡан меценат тип әйтергә лә мөмкин, - тине Ғәлинур Зиннур улы.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Ринат ҡыҙы үҙ сығышында:
- Хәннән Вәлиулла улы районда иң тәүге эшҡыуарҙарҙың береһе булды һәм уның тарихында сағыу эҙ ҡалдырҙы. Ул районда тәүге “Алтын башаҡ” төҙөлөш һәм газ ҡорамалдары магазины асты, иң беренселәрҙән халыҡ өсөн бик тә кәрәкле булған такси хеҙмәте булдырҙы, “Любизар” ҡунаҡханаһы төҙөнө. Оҙаҡ йылдар Хәннән Вәлиулла улы БР-ҙың эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченныйҙың Ғафури районындағы йәмәғәт ярҙамсыһы булып торҙо. Ул урындағы бизнес-берләшмә мәнфәғәттәрен әүҙем яҡланы, коллегаларына практик кәңәштәр менән ярҙам итте. Бик күп район сараларында бағыусы булып торҙо һәм әһәмиәтле мәҙәни объекттарҙы булдырыуҙа ҡатнашты. Таш-Аҫты ауылы янындағы Еҙем йылғаһы ярында “Батырҙар рухы” арт-объектын һәм Красноусолда “Төньяҡ Амурҙары”на арналған мемориалды төҙөүҙә финанс ярҙамы күрһәтте. Хәннән Вәлиулла улының иң ҙур хыялы – гимназияла эшҡыуарлыҡ класы булдырыу ине. Ул тормошҡа ашты – бөгөн сарала ҡатнашыусы 9-сы класс тап ошондай класс булып тора. Хәннән Ишмырҙин тураһында хәтер уның эшен дауам итеүселәрҙең эштәрендә, район үҫешендә һәм уны шәхсән белгән йәки өлкәндәрҙең һөйләүенән белгән кешеләрҙең йөрәктәрендә йәшәйәсәк, - тине.
Хәтер кисәһендә Ләйсән Ғибаҙуллина, Мөнирә Солтанморатова, Закир Ишмырҙин, гимназия директоры урынбаҫары Раушания Дәүләтбаева, уҡытыусы-ветеран Гөлшат Вәлиева, “Сик һағы” ойошмаһы ағзаһы Марсель Ғүмәров, Хәннән Вәлиулла улының балдыҙы Рәзәнә Ғилман ҡыҙы, ҡыҙы Оксана Шәүәлиева Хәннән Ишмырҙин тураһында хәтерҙәрендә уйылып ҡалған иҫтәлектәре - уның изге эштәре, аҡыллы кәңәштәре, тормош һабаҡтары һәм тирә-яҡтағыларға күрһәткән ярҙамы тураһында һөйләнеләр. Шулай уҡ уның кешелеклелеген, кеселеклелеген, алдан күрә белеүсәнлеген, тыуған яғына тоғролоғон, телем, халҡым тип йәшәүен, рухы, башҡортлоҡ менән һуғарылған кеше булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. һәүәҫкәр кинооператор булыуын да иҫкә төшөрҙөләр. Рәзәнә Ғилман ҡыҙы еҙнәһенә арнап яҙған “И вновь весна, и снова – 3 марта” тигән шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Гимназияла эшҡыуарҙар класына Хәннән Вәлиулла улының исемен биреү, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында уға айырым мөйөш булдырыу идеяһы ла әйтелде. эшҡыуар Айрат Ҡунафиндың сығышы айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты, ул туризм өлкәһендә бизнесты үҫтереү, атап әйткәндә, атта һыбай йөрөү турҙары тураһында һөйләне.
Ғөмүмән, гимназия уҡыусылары уңыштың ысынбарлыҡ тарихтарын ишеттеләр, эшҡыуарлыҡтың табыш ҡына түгел, ә йәмғиәткә хеҙмәт итеү ҙә икәнлеген аңланылар. Хәтер кисәһе күренекле шәхескә хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә йәштәр өсөн илһам сығанағы ла булды.
Хәтер кисәһен ойоштороп уҙғарыусы Ғәйшә Ғилман ҡыҙы сараны йомғаҡлап, изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм гимназияға бүләк тапшырҙы, шулай уҡ сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтар ҙа уның ҡулынан бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Тап 3 март көндө тыуған көнөн билдәләүсе сарала ҡатнашҡан гимназия уҡыусыһы Тимур Фәхретдинов та иҫтәлекле бүләкле булды. Сара күмәк фотоға төшөү һәм сәй эсеү менән тамамланды.