Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март , 13:02

Ташҡынға әҙерлек саралары башланды

Имәндәш һәм Ҡауарҙы ауыл биләмәләрендә Еҙем йылғаһы буйлап боҙ тығылыу хәүефе булған участкаларҙа боҙҙо  ҡаралау эштәре башланды.

Ташҡынға әҙерлек саралары башланды
Ташҡынға әҙерлек саралары башланды

 Был сара боҙ ҡатламын ватыу өсөн эшләнә һәм  ул йылғала ҡапыл һыу күтәрелеп,  ихаталарҙы һыу баҫыуға килтереүсе тығындарҙы иҫкәртергә ярҙам итә.

- Уяу һәм һаҡ  булығыҙ. Әгәр көслө  ҡар һыуы ағымы  юл өҫтөнә  сыҡҡанын  йә булмаһа  боҙҙоң ғәҙәттәгенән иртәрәк ҡуҙғалғанын һәм  тығындар хасил була башлағанын  күреү менән  112 номеры буйынса Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәте (ЕДДС) йәки 2-14-60 телефоны буйынса райондың ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ХЕҘМӘТЕНӘ хәбәр итегеҙ, -  тип мөрәжәғәт итә район хакимиәте башлығы Венер Вахитов  яр буйында урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәргә “Бәйләнештә” селтәре аша.

Мәрхәбә Собханғолова.

Ташҡынға әҙерлек саралары башланды
Ташҡынға әҙерлек саралары башланды
Ташҡынға әҙерлек саралары башланды
Ташҡынға әҙерлек саралары башланды
Ташҡынға әҙерлек саралары башланды
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас