+7 °С
Болотло
2 стакан манный ярмаһы, 0,5 литр ойоған йылы һөт, 2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр - барыһын бергә болғап, ярты сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ. Унан һуң 1 стакан он, 1 балғалаҡ сода, 50 грамм көнбағыш майы, 1 балғалаҡ тоҙ һалып, болғата-болғата 1 стакан тирәһе ҡайнап торған һыу ҡоябыҙ ҙа барыһын бергә болғатабыҙ.
Ҡоймаҡ ҡоябыҙ. Бешергән береһен майлап ебәрһәң, иҫ киткес тәмле ризыҡ әҙер.
Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән алынды.